Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Сентябрь 2021, 06:47

Яҙмыштың икенсе бүләге

“Бәйләшештә”. Дженни – Р. Бабич, Фей – Г. Гайсина.“Бәйләшештә”. Дженни – Р. Бабич, Фей – Г. Гайсина.
Дженни – Р. Бабич, Фей – Г. Гайсина.Фото:“Бәйләшештә”.

Уларҙың береһе – оҙаҡ ваҡыт бергә яратышып йәшәгән ҡатынының ваҡытһыҙ үлеменән һуң толҡа таба алмай йөрөгән ир, икенсеһе – ғүмеренең алмалай алты йылын аңлаша алмай, йылы хистәргә сарсап йәшәүгә дусар итеп, ниһайәт, араларҙы өҙөргә хәл иткән ҡатын. Бына ошо икәүҙең тормош юлдары ҡапыл ғына, һис тә уйламаҫтан, киҫешә лә башҡа аймылышмаҫ өсөн бер һуҡмаҡҡа әүерелә. Әллә әүерелә, тип әйтеү иртәрәкме?..

Был һорауға яуапты респуб­ликаның М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының “Яҙмы­шымдың икенсе бүлеге” тигән яңы спектаклен ҡарағас, һәр кем үҙенсә табалыр.

Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Башҡорт­ос­тандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, балетмейс­теры, шулай уҡ музыкаль биҙәү­сеһе – Рената Крицкая, яҡтыртыу буйынса рәссамы – Денис Черепанов, видеоконтент авторы – Урал Мәхийәнов, режиссер ярҙам­сыһы – Хәлимә Юлмөхәмәтова. Төп ролдәрҙә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәл­мәнов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рушанна Бабич, шулай уҡ төп героиняның әхирәте Фей Медуик ролен уйнаған Башҡорт­остандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина, Джордждың ҡустыһы Лео ролендәге талантлы актер Салауат Юлдашбаевтар. Улар сәхнәлә бик тә үҙенсәлекле, шул уҡ ва­ҡытта тормошсан картинаны ғына түгел, тормош драмаһын тыу­ҙырыуға, тамашасы күңеленә ет­кереүгә өлгәште. Был актерҙарҙың уйнау оҫталығы, залдағыларҙы йәлеп итеү ҡеүәһе хаҡында артыҡ һөйләп торорға ла кәрәкмәй, сөнки исемдәре театр һөйөүселәргә күптән таныш һәм яҡын.

Америка драматургы, яҙыусы, сценарийҙар авторы Нил Саймон­дың “Икенсе бүлек” пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль геройҙары Джордж Шнайдер – яҙыусы, Дженни Мелоун – актриса. Тәүгеһенең аңы һөйөклө ҡатынын юғалтыу әсеһе менән килешә алмай ыҙалай, һәр нәмәлә, һәр ерҙә уның сағылышын, эҙҙәрен эҙләй. Икенсеһе инде мөхәббәткә, ысын тойғоларға ышанысын юғалт­ҡандай. Улар икеһе лә яңы хистәргә әҙер түгел, тормоштарын ҡырҡа үҙгәртергә бөтөнләй йыйынмай ҙа кеүек.

Танышып, бер-береһен яҡыны­раҡ белгәс инде, был икәү, ос­рашыуҙарын яҙмыштың үҙҙәренә биргән икенсе бүләге тип ҡабул ҡылып, тормош юлын бергә дауам итергә була. Әммә улар – икеһе ике төрлө, һәр ҡайһыһының үҙ тормош тәжрибәһе, хатта яратҡан ғәҙәттәре бар. Ә Джордж, етмәһә, ҡапыл икенсе ҡатын менән яҙмы­шын бәйләүен мәрхүмә ҡатыны­ның иҫтәлегенә хыянат һымаҡ күрә башлай, үҙен яңылышҡан итеп тоя. Ошондай ҡатмарлы кисереш­тәр, яңылышыуҙар солғанышында тормош гармонияһын табырға, бер-береһенә йән йылыһы бүләк итеп, артабан иңгә-иң терәп йәшәп китергә көстәре етерме уларҙың?

Етер тип ышанғы килә. Дженни бик нескә күңелле, көсһөҙ генә булып тойолһа ла, рухи яҡтан ысынында Джорджға ҡарағанда ла көслөрәк. Ҡатын яҙмышына төш­кән икенсе мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаҫ, хистәре лә ысын, тәбиғи уның. Бәхетле булырына ышанмай, кире сигенергә йыйынып бөткән иренә лә бит: “Мин көслө ул, Джордж! Тотон миңә нығыраҡ!” – тип ялбара Дженни, баш эймәҫкә, бәхете өсөн көрәшергә хәл итеп.

Үҙенең шул тәрән инанысы, түҙемлеге аша Джорджға ла ышаныс өҫтәй ул, уны яңы тормоштан ҡурҡмаҫҡа, бәхетле булырға тырышырға этәрә. Артабанғы, тамашасы күҙенән ситтә барасаҡ хәлдәр инде улар яҙмышының бөтөнләй икенсе тарихы, яҙмыш­тарының икенсе бүлеге булыр.

Яҙмыш, мөхәббәт, тоғролоҡ, ҡаршылыҡтар, бәхеткә ынтылыш... Быларҙың барыһы ла ярылып ята Милли йәштәр театрының трагикомедия жанрындағы яңы спектак­лендә. Тамашанан фәлсәфәүи уйҙарға тарып, тормош мәғәнәһен яңынан асҡандай булып сығаһың. “Яҙмышымдың икенсе бүлеге”н ҡарарға килгән бер генә театр һөйөүсе лә, ваҡытым сарыф, тип үкенмәҫ.

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА 

Читайте нас