

Башҡортостандың рәсми делегацияһы әле Ҡаҙағстанда, эшлекле программа дауам итә. Бөгөн Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Милли музейҙа булды.
Был үҙәк Азияла иң йәше һәм иң ҙуры. Ул 2015 йылда дәүләттең беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаевтың ҡушыуы буйынса “Мәҙәни мираҫ” дәүләт программаһына ярашлы асылған.
74 мең квадрат метр майҙанлыҡ үҙенсәлекле музей комплексы ете блоктан тора һәм туғыҙ ҡатта урынлашҡан. 14 мең квадрат метрлыҡ экспозиция майҙаны 11 залда урынлашҡан. Улар араһында Астана, Буйһондороҡһоҙ Ҡаҙағстан, Алтын, Боронғо һәм урта быуат тарихы, Тарих, Этнография, Заман сәнғәте залдары бар. Шулай уҡ ғилми-тикшеренеү институты, балалар музейы, балалар ижады үҙәге, ике күргәҙмә залы, реставрация оҫтаханалары, лабораториялар, конференц-зал һ.б. эшләй.
Милли музей фондында археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған ҡиммәтле артефакттар бар. Бында бөтә донъяға билдәле “Алтын кеше” һаҡлана, боронғо ауыл-ҡалаларҙа табылған әйберҙәр бар.
Алтмышынсы йылдар аҙағы - етмешенсе йылдар башында Ыссыҡ ҡурғанында сакс батшаһы – “Алтын кеше” һөйәктәре табылған. Аҙаҡ ул Ҡаҙағстандың символына әүерелгән. Уның тажының биҙәүестәре – ҡанатлы толпар-аттар – илдең милли гербы өлөшө булып киткән, ә “Алтын кеше” скульптураһы Алматының Буйһондороҡһоҙлоҡ майҙанына ҡуйылған.
Ҡаҙағстандың Милли музейы Мәҙәниәт һәм спорт министрлығы ярҙамында үҙенсәлекле проектты – “Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап үтеүе”н тормошҡа ашыра. Әле ул донъяның 20 илендә булған, экспозицияға 150 артефакт инә.
Радий Хәбиров был күргәҙмәне Башҡортостандың Милли музейында ойошторорға тәҡдим итте. Ҡаҙағстан музейы директоры Арыстанбек Мухамедиулы был башланғысҡа ризалыҡ белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республикала боронғо күскенселәр мәҙәниәтенә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Өфөләге археология һәм этнография музейында бөтә донъяға танылған “сармат алтыны” коллекцияһы бар. Арыстанбек Мухамедиулы даими нигеҙҙә ғилми алмашыу ойошторорға, уртаҡ археологик тикшеренеүҙәр үткәрергә тәҡдим итте.
Ҡаҙағстандың Милли музейы Нур-Солтандың төп майҙанында урынлашҡан. Радий Хәбиров уның буйынса үтте, бындағы үҙенсәлекле архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡарарҙарын баһаланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.