Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь 2021, 16:30

Ижади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грант

Республиканан 356 ғариза бирелгәйне, 41 проект еңеп сыҡты. Гранттың дөйөм күләме 25,17 миллион һум тәшкил итә.

Ижади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грантИжади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грант
Ижади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грант

Башҡортостан проекттары Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фондының беренсе гранттар конкурсында хуплау тапты. Республиканан 356 ғариза бирелгәйне, 41 проект еңеп сыҡты. Гранттың дөйөм күләме 25,17 миллион һум тәшкил итә.

Республикала бындай ярҙамды күптән көтәләр ине. Төбәк проекттары күп төрлө булды. Улар һөнәри сәнғәткә лә, халыҡ ижадына ла, китапханаларға ла, киноға ла ҡағыла. Музейҙар, әҙәби проекттар үҫеш ала. Шағирҙарға, экскурсия маршруттарына, фольклор проекттарына булышлыҡ күрһәтеләсәк.

“Әлбиттә, был республиканың мәҙәниәт тармағы өсөн ғәйәт ҙур һәм мөһим ваҡиға, сөнки реаль эштәр күҙаллана, аныҡ учреждениеларға ярҙам күрһәтелә, кешеләр ошо аҡсаны күрәсәк, тоясаҡ, бер үк ваҡытта проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашасаҡ. Беҙҙеңсә, был республикала берҙәм мәҙәни киңлекте нығытырға ярҙам итәсәк. Беҙҙең мәҙәниәт тармағы ныҡлы алға китер тигән өмөт бар. Ә мәҙәниәт тормоштоң нигеҙен тәшкил итә”, – тине Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменко.

Мәғлүм булыуынса, муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының 30 проекты һәм дүрт муниципалитеттан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 11 проекты грант алды. Ғаризалар һаны буйынса иң әүҙеме Өфө булды: туғыҙ еңеүсе, шуның һигеҙе - коммерцияға ҡарамаған ойошма. Сибайҙан – дүрт, Ғафури районынан – өс, Бишбүләк, Дәүләкән райондарынан, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларынан ике проект еңде.   

“Башҡортостан – Италия” берҙәмлек фонды үҙенсәлекле проект тәҡдим итте. Өфөлә ковидҡа ҡаршы битлектәр конкурсы менән “Венеция карнавалы” йәштәрҙә классик сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу һәм Рудольф Нуриев миҫалында уның ҡаҙаныштары менән таныштырыу маҡсатын ҡуя. Грант күләме – 495,5 мең һум.

Хөкүмәт фонды грантына лайыҡ булған Башҡортостандан иң ҙур проект – “Ер һүҙе/Онлайн 2.0”  төбәк-ара һанлы белем биреү кинопроекты. Унда ҡатнашыусылар 75 сценарий яҙып, Рәсәй халыҡтары телдәрендә 45 фильм төшөрәсәк. Гранттың күләме 2986690 һум тәшкил итә.  

Иң арзан проект – Бишбүләк районында балаҫ һуғыуҙы тергеҙеү. Ул 180729 һум грант отто. Ҡаныҡай ауылында балаҫ һуғыу буйынса ижади оҫтахана асырға ниәтләйҙәр.

Мәғлүм булыуынса, мәҙәни башланғыстар фонды быйыл майҙа ил Президенты Владимир Путиндың инициативаһы буйынса төҙөлгәйне. Мәҙәниәт, сәнғәт, ижади индустрия өлкәһендәге проекттарға 3,5 миллиард һум аҡса бүленде. Йәмғеһе 12 мең самаһы ғариза тапшырылды. Уларҙы бойондороҡһоҙ эксперттар баһаланы.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

 

Ижади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грант
Ижади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грант
Ижади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грант
Ижади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грант
Ижади проекттарға – 25 миллион һумлыҡ грант
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас