Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Октябрь 2021, 08:56

Бүздәктең үҙ энциклопедияһы бар

Ҙур хеҙмәттең исем туйы уҙҙы.

Л. ДистановаЛ. Дистанова
Фото:Л. Дистанова

Ошо көндәрҙә Бүздәк районының мәҙәниәт һарайында төбәк энциклопедияһының исем туйы булды. Бүздәк районы тураһында киң күләмле белешмә “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт учреждениеһы белгестәре тарафынан “Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарының этно-мәҙәни үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы әҙерләнде.

Китапты йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү тантанаһын Бүздәк районы хакимиәте ойошторған. Хакимиәт һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы тарихсылар­ҙы, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе баҫманы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаш­ҡаны өсөн рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән билдәләне. Сараны Бүздәк районының ижади коллек­тив­тарының сығышы биҙәне.

Китаптың исем туйында “Баш­ҡорт энциклопедияһы” ойошмаһы директоры Уйылдан Сәйетов, энциклопедия­ның ғилми мөхәррире Гөлдәр Ишкинина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, “Без – башҡортлар” йәмәғәт ойошмаһы етәксе­һе Радик Бәхтиев ҡатнашты.

Энциклопедия тыуған яҡты өй­рә­неү­селәрҙең төрлө яҡлы эштәрен үҙ эсенә алған. Хәҙер тыуған яғы менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше Бүздәк районының тарихы, арҙаҡ­лы кешеләре хаҡында белә ала.

Баҫма ике өлөштән тора. Берен­сеһе монографик тасуирламанан ғибәрәт, ул райондың география­һына, тарихына, мәғрифәтенә, мәҙәниәтенә, баш­ҡорт ырыуҙарына арналған. Инеш мәҡәләлә 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтә­ләре килтерелгән. Икенсе өлөш алфавит тәртибендә ҡоролған, унда ауыл һәм ҡалалар, башҡорт ырыуҙары, ер-һыу атамалары, ҡаҙыл­ма байлыҡтар, археология ҡомартҡы­лары, сәнәғәт объекттары, сәнғәт коллективтары, төньяҡ-көнбайыш диалект үҙенсәлектәре тураһында материалдар һайлан­ған. Биографик яҙмаларҙа район­дың данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙа­ры тураһында белешмәләр бар.

Хеҙмәт ветераны Данил Туҡта­мы­шев баҫма тураһындағы фекере менән уртаҡлашты. “Бүздәк райо­нының мәҙәни тормошонда мөһим һәм күптән көтөлгән ваҡиға булды: ниһайәт, район тарихы бер тупланмала нәшерләнде. Был – район халҡы, тарих менән ҡыҙыҡһыныу­сылар, тыуған яҡтың патриоттары һәм энциклопедияны әҙер­ләгән авторҙар төркөмө өсөн мөһим ваҡиға.

Район энциклопедияһы шуныһы менән үҙенсәлекле: ул “ҡунаҡ китабы” рәүешендә төҙөлгән һәм райондың ысын мәғәнәһендә визит карточкаһы тип һанала ала. Бында тарих шәхес­тәр­ҙең һүрәт­ләмә­ләре аша сағыл­дырылған.

1800 дана тираж менән сыҡҡан Бүздәк энциклопедияһына 1480 мә­ҡәлә һәм меңдән ашыу һүрәт ингән. Район тарихының төрлө йүнә­лештәге мөһим ваҡиғалары 579 биткә һыйған. Иң мөһиме, был биттәрҙә зыялы һәм билдәле яҡташтар тураһында белешмә килтерелә. Уҡыусы бында һирәк осраған тарихи фотоһүрәттәрҙе, райондың әлеге хәлен сағылдырған мәғлүмәттәрҙе лә таба ала.

Бүздәк ере тураһындағы быға тиклем тырым-тырағай тарҡалған мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплауға өлгәшкән авторҙар. XVII быуаттан башлап әлеге көнгә тиклем һуҙыл­ған йылъяҙмалар китапта эҙмә-эҙ­лекле, фәнни тәртиптә килте­релгән.

Бында райондың иҡтисади, ижтимағи, сәйәси, мәҙәни һәм спорт тормошо аңлайышлы телдә аныҡ һүрәтләнә. Һәр бит теге йәки был замандың рухын сағылдыра, шул уҡ ваҡытта ошо ерлектең үҙенсә­леген күрһәтә. Баҫманың йөкмәтке­һе Бүздәк районын төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән, ижтимағи-мәҙәни  йәһәттән үҫешкән төбәк булараҡ күҙ алдына баҫтыра.

Был энциклопедия – төрлө мәғлү­мәт­тәрҙе бер урынға туплаған хеҙмәт булыуҙан бигерәк, тарихи ысын­бар­лыҡ­ты һаҡлау эстафетаһы ла. Һәр төбәк­тең үҙ тарихы бар һәм йылъяҙ­маны эштәге, уҡыуҙағы, ярыш­тарҙағы, ғаиләләге ҡаҙаныш­тарыбыҙ менән дауам итәбеҙ. Бүздәктәр үткән быуын­дарҙан тапшырылған нәсихәтте юғары ки­мәлдә үтәп килә, ә яңы энциклопе­дия уларға был эшендә ярҙамсы  булып торор”, – ти Данил Хәлим улы.

Баҫманы әҙерләү төркөмөн етәк­лә­гән белгес, “Башҡорт энцик­ло­педия­һы”ның ғилми мө­хәррире Гөлдәр Ишкинина әйтеүенсә, улар был китапты йылдан ашыу туп­ла­ған, пандемия осоронда ла әүҙем эш туҡтамаған.

– Бүздәк районында төҙөлгән эш төркөмөнә, уны етәкләгән район хаки­миәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡоваға эште яҡшы ойоштор­ғаны өсөн рәхмәт. Урындағы музей хеҙмәткәре Алина Булатова иң шәп, әүҙем ярҙам­сыбыҙ булды, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, мәғлүмәттәр әҙерләүгә, туплауға, ебәреүгә күп көс һалды.

Музей мәғлүмәттәрен дә фай­ҙалан­дыҡ. Уның фонды бай. Беҙгә ундағы папкаларҙы, китаптар­ҙы килтерҙеләр, уларҙы өйрәндек, мәғлүмәттәр алдыҡ. Дәлилдәрҙе ғилми күҙлектән үткәрҙек, баһала­ныҡ һәм энциклопедияға индерҙек. Бик күп мәғлүмәттәрҙе рус теленә тәржемә иттек. Эш төркөмөндә бер нисә генә кеше булһаҡ та, көсөргә­нешле, әммә әһәмиәтле эште тиҙ арала башҡарҙыҡ. Энциклопедия фотоһүрәттәр менән дә тулыландырылды, был да баҫманы байы­раҡ, төплөрәк итә. Башҡа райондың энциклопедияларын да эшләнек, әммә Бүздәктеке был йәһәттән иң сағыуы булды, – тине Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы.

Район тарихынан ҡыҙыҡлы дәлилдәр (“Бүздәк энциклопедияһынан”)

* Бүздәк районы биләмәһендә федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекттары урынлашҡан. Улар – Килем һарайы (1848 йылда төҙөлгән) һәм Килем мәсете (1821 йыл).

* 1963 йылда Ташлыкүл ауылы янында нефть сығанағы табыла. Һуңыраҡ шулай уҡ Кәпәй-Ҡобау, Петропавловка, Саннин, Солцов сығанаҡтары асыла. Тәүге нефть 1966 йылда Кәпәй-Ҡобау ауылы янында сығарыла.

* XIX-XX быуаттарҙа Башҡорт­остандағы мәҙәни һәм сәйәси тормошоноң мөһим шәхестәре, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары аталы-уллы Шәйхәйҙәр менән Ғәлиәскәр Һыртлановтар, башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы Муллаян Халиҡов Бүздәк районында тыуған.

* 1917–1918 йылдарҙа Бүздәк­тә рус сәнғәтендә футуризм йүнә­лешенә нигеҙ һалған рәссам, шағир Давид Бурлюк йәшәгән һәм ижад иткән. Ул Башҡортостандың һынлы сәнғәтенә лә ҙур өлөш индергән.

* Никольский ауылында “По долинам и по взгорьям” тип аталған билдәле йырҙың авторы П.С. Парфенов тыуған. 

* 1980 йылда Башҡортостанда беренсе тапҡыр тап Бүздәк районының Уртакүл ауылында рапс культураһын үҫтереү һәм унан май һығыу башлана. Шулай уҡ Бүздәк райо­нында республи­каға берҙән-бер һаҙ ҡондоҙо (нутрия) йәнлек фермаһы эш­ләне.

* Бүздәк районы – билдәле хирург Нурлығаян Байтирәковтың тыуған ере. Ул 1935 йылда республикала беренсе булып йөрәккә операция яһай, баш һәм умыртҡа мейеһенә нейрохирургия операциялары үткәрә.

* Бүздәк районының йыйылма футбол командаһы 1974 йылда Башҡортостан чемпионатында өсөнсө урынды яулаған, 2012 һәм 2019 йылда Башҡортостандың Мәғариф министрлығының мини-футбол буйынса беренселегендә – көмөш, 2020 йылда алтын миҙал яулаған.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас