Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Октябрь 2021, 05:00

Зарифа Янбаева Санкт-Петербургтан беренсе урын алып ҡайтты!

"Илдә коронавирус башланып, 2019 йылда дистанцияла эшләгән саҡта етәксебеҙ ошо конкурста ҡатнашырға тәҡдим итте".

Зарифа Янбаева Санкт-Петербургтан беренсе урын алып ҡайтты!Зарифа Янбаева Санкт-Петербургтан беренсе урын алып ҡайтты!
Зарифа Янбаева Санкт-Петербургтан беренсе урын алып ҡайтты!

24–27 сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге “Йондоҙ старты” I халыҡ-ара премияның финалы үтте. Был сарала Межгорье ҡалаһы Мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең түңәрәк етәксеһе Зарифа Янбаева ла ҡатнашты.

Ул “Модалар театры” номинацияһында 25 йәштән өлкәндәр араһында I урын яуланы.

"Илдә коронавирус башланып, 2019 йылда дистанцияла эшләгән саҡта етәксебеҙ ошо конкурста ҡатнашырға тәҡдим итте. Өйҙә милли күлдәк кейеп, үҙем эшләгән һаҡалды тағып, дефиле ойоштороп, уның яҙмаһын да конкурсҡа ебәрҙем. Сара өс йыл дауам итте. Эшемде юғары баһаланылар – онлайн конкурста беренсе урын яуланым.

Һуңынан беренсе урын яулаған һәм гран-при алған конкурсанттарҙы Санкт-Петербургка саҡырҙылар. Ҡатнашыусылар күп ине – Белорусия, Хорватия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Украина һәм башҡа илдәрҙән килгәндәр. Шуға ла сара өс урында бер юлы барҙы", – тип һөйләне яҡташыбыҙ.

Зарифа Кинйәбай ҡыҙы инде 18 йыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Ул балалар менән әкиәттәр ҡуя, бынан тыш, урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Һомай” матурлыҡ студияһын асҡан, милләттәштәребеҙҙе ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә. Уның һәр саҡ матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыуы һоҡланыу тыуҙыра.

Зарифа Кинйәбай ҡыҙына киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын.

Фото Зарифа Янбаеваның сәхифәһенән.

Зарифа Янбаева Санкт-Петербургтан беренсе урын алып ҡайтты!
Зарифа Янбаева Санкт-Петербургтан беренсе урын алып ҡайтты!
Зарифа Янбаева Санкт-Петербургтан беренсе урын алып ҡайтты!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас