Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Октябрь 2021, 05:00

Фирүзә Париж әллә Парижға юлланған?

Күптәрҙе популяр йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Париж үҙенең социаль селтәренә сит илдәрҙән фотолар һалыуы бер аҙ ҡурҡыуға һалған. "Яратҡан йырсыбыҙ сит илгә күсергә йыйынамы", - тигән аптырашта ҡалған улар.

Фирүзә Париж әллә Парижға юлланған?Фирүзә Париж әллә Парижға юлланған?
Фирүзә Париж әллә Парижға юлланған?

Ысынлап та, бөгөн башҡорт эстрадаһының моң һандуғасы, популяр йырсы Фирүзә Париж "Тормош үҙгәрешһеҙ тормай. Һәм мин шул үҙгәрештәрҙе тик бәхеткә юраным... Яңылышмағанмын..." - тигән яҙыу менән үҙенең "Инстаграм" селтәренә фотолар һалған. Йырсының социаль селтәрендә шулай уҡ Польшанан да бик матур фотоһүрәттәр күренә. Тимәк, Фирүзә Париж әле алтын көҙҙө сит илдәрҙә ҡаршылай. Әллә Париж ҡалаһына юл тоттомо икән, тип уйлаусылар ҙа юҡ түгелдер. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, яратҡан йырсыбыҙ үҙенең йыр-моңдарына тоғро ҡалыр, тамашасыларын һөйөндөрөр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.


Әле Фирүзә Париж Германияның Мюнхен ҡалаһында.

Фото: Фирүзә Аллаярованың социаль селтәренән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас