Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Октябрь 2021, 11:55

Эпослы халыҡ – бай халыҡ

Ҡырғыҙстанда 6-сы Халыҡ-ара донъя эпостары фестивале үтте. 22 илдән килгән ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә булды.

Эпослы халыҡ – бай халыҡЭпослы халыҡ – бай халыҡ
Эпослы халыҡ – бай халыҡ

Ҡырғыҙстанда 6-сы Халыҡ-ара донъя эпостары фестивале үтте. 22 илдән килгән ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә булды. Улар араһында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспиранты Марат Ғилманов та бар. Ул Башҡортостан юлдаш каналында фестивалдән алған тәьҫораттары менән бүлеште.

– Фестивалдең беренсе көнөндә Ҡырғыҙстандың С.Айытматов Милли академияһында “Манас” эпосына бағышланған ултырыш булды. Икенсе көнөнә 22 илдән килгән 32 ғалим менән бергә фольклорға ҡағылған һорауҙар, төрлө халыҡтар эпостары буйынса һөйләшеүҙә ҡатнаштыҡ.

Уйлап ҡараһаң, эпостарҙа күтәрелгән проблемалар әлеге көндә лә көнүҙәк булып тора. Нисә мең йыл элек барлыҡҡа килгән “Урал батыр” аша ла ата-бабаларыбыҙ беҙгә азатлыҡ, тел, ер ҡиммәттәре тураһында еткерергә теләгән.

Параллель рәүештә “Ҡырғыҙ көсө” тигән фестиваль ойошторолғайны. Унда шундай ҡыҙыҡлы бер ярыш бар: командалар   тирмәләрҙе тиҙ генә йыйып ҡуя белеү оҫталығында һынаша. Борон, әйтәйек, яу килгән ваҡытта, тирмәләрҙе йылдам ғына йыйып ҡуйырға кәрәккән. Ошондай ярышты беҙҙә үткәргәндә лә һәйбәт булыр ине, тип уйлайым.

Фестивалдә ҡатнашыу беҙгә лә яңы идеялар өҫтәне. Шуныһын әйтер инем: Ҡырғыҙстанда сәсәндәренә, эпостарына ныҡ ҙур иғтибар бүләләр. “Манас” ты һөйләү буйынса конкурстар ҙа йылына бер нисә тапҡыр үткәрелергә мөмкин.

Сит ил вәкилдәре беҙҙең “Урал батыр” менән ныҡ ҡыҙыҡһына, өйрәнә. Әйтәйек, Эстония, Латвия, АҠШ-тан килгән ғалимдарҙан “Урал батыр” тураһында ишетеү өҫтәмә дәрт бирә, ҡанаттарыбыҙҙы нығыта, дөрөҫ йүнәлештә барғаныбыҙға инандыра. Эпосыбыҙ өҫтөндә артабан да ныҡлап эшләүҙе, уны тәрәнерәк өйрәнеүҙе дауам итергә кәрәк, һәм был эш дауам итә лә. Уның өсөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында белгестәребеҙ бар. Беҙ республиканың Халыҡ ижады үҙәге менән бергә эшләйбеҙ. 

Фестивалдә төрлө халыҡтар фольклорына ҡағылышлы бихисап мәсьәләләр буйынса фекер алышылды. Үҙебеҙҙең “Урал батыр” эпосына ҡайтып, тағы шуны әйтер инем: әйтәйек, ҡырғыҙҙар, эпостарының әһәмиәтен күтәрер өсөн, уны хәҙер мәктәп, уҡыу йорттары  программаларына индергән. Беҙгә лә уларҙан өлгө алырға, данлы эпосыбыҙға тағы ла ҙурыраҡ иғтибар бүлергә кәрәктер, тип иҫәпләйем.

Эпослы халыҡ – бай халыҡ
Эпослы халыҡ – бай халыҡ
Эпослы халыҡ – бай халыҡ
Эпослы халыҡ – бай халыҡ
Эпослы халыҡ – бай халыҡ
Эпослы халыҡ – бай халыҡ
Эпослы халыҡ – бай халыҡ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас