

Өфө художество галереяһында Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернат тәрбиәләнеүселәренең һәм сығарылыш уҡыусыларының ижади эштәрен күрһәткән бай йөкмәткеле күргәҙмә асылды. Ул белем усағының 60 йыллығы айҡанлы ойошторола.
Гимназия-интернаттың тарихы 1960 йылда башлана - Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Өфөлә һигеҙ йыллыҡ 4-се мәктәп-интернат асыу тураһында бойороҡ сығара. 1961 йылда, БАССР-ҙың мәғариф министры булып Фатима Мостафина эшләгән саҡта, кадрҙар туплау һәм уҡыусылар йыйыу ойошторола. Был дата донъя кимәлендәге ваҡиғаға – космосҡа беренсе кеше осоуына тура килә. Шуға ла пионерҙар дружинаһына Юрий Гагарин исеме бирелә, әммә быны алыу өсөн коллективҡа ныҡлы тырышырға тура килә. Ә мәктәп-интернаттың тәүге сығарылыш уҡыусыларынан летчиктар һәм хәрбиҙәр үҫеп сыға. 1965 йылда уҡыу йорто республика урта һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты итеп үҙгәртелә. Ә инде 1994 йылда директор Рәфил Фәтихов тәҡдиме менән уға Ҡасим Дәүләткилдеев исеме бирелә.
Шулай итеп, инде 60 йыл был белем усағы матур эшләп, илебеҙ өсөн һәләтле балалар үҫтереүгә тос өлөш индерә. Бөгөн гимназия-интернатҡа Гөлйемеш Садиҡова етәкселек итә.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында гимназия-интернат хеҙмәткәрҙәре һәм уны тамамлаған уҡыусылар, билдәле рәссамдар ҡатнашты. Күргәҙмә 27 октябргә тиклем эшләй.
Автор фотолары.