Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Октябрь 2021, 09:41

Иҫән бейҙең рухы иҫән

Тәтешле районында XVI быуатта йәшәгән арҙаҡлы милләттәшебеҙ, мәшһүр сәйәси эшмәкәр, Ирәкте башҡорттары вәкиле Иҫән ханға мемориаль комплекс асылды.

Был проект Башҡор­т­остан­дың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының коммер­ция­ға ҡарамаған ойошмалар араһында республика Башлығы грантына ойош­торған конкурсында еңеп сыҡҡайны.

Мәғлүм булыуынса, 2025 йылда Иҫән хандың (Әсән хан) тыуыуына 500 йыл тула. Ул сығышы ме­нән Ирәкте (ҡара табын) ҡәбиләһе башҡорттары­нан, Майҡы бей нәҫеле­нән. Ғәли Соҡорой “Эне­ләр һәм дуҫтар өсөн нәси­хәт” әҫәрендә уның шәжә­рә­һен килтерә.

Иҫән XVI быуаттың тәүге яртыһында Башҡор­т­ос­тандың төньяғында башҡорт ханы булған. Беүә менән Тере Таныптан алып Ағиҙел һәм Бөрө йылғаларының түбәнге ағымындағы биләмәләргә тиклем хакимлыҡ урын­лаш­тырған.

Тәтешле халҡы билдә­ле яҡташын онотмай. Уның иҫтәлеген мәңге­ләштереү маҡсатында тарихи һәйкәл урынына мемориаль комплекс бул­дыр­ҙылар. Ул тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мәҙәни-экскурсия турҙары ойоштороуға булышлыҡ итәсәк, эске туризмды үҫ­терәсәк, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә этәргес бирәсәк.

Иҫән хандың ҡәбере Тәтешле районындағы Иҫке Соҡор ауылынан – өс саҡрым ярым, ә Яңы Со­ҡорҙан бер километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Проект нигеҙендә ул тәртипкә килтерелгән, төҙөкләндерелгән, тротуар плитәһе, бордюрҙар һа­лын­ған, эскәмйәләр ҡу­йылған, көмбәҙ форма­һында металдан сүкеп яһалған мемориаль комп­лекс эшләнгән.

Шулай уҡ район үҙәген­дә Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы вәкилдә­ре, билдәле ғалимдар ҡатнашлығында “Беҙ – Иҫән хан вариҫтары” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде.

Тәтешле халҡы алдында билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, Пермь крайы башҡорт­тары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, “Без – башҡортлар” хәрәкәте лидеры Радик Бәхтиев һәм башҡалар сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз-ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов ҡурайҙа сәләмләне.

 

- Гүзәлиә Балтабаева.

Читайте нас