

Республикала ковидҡа ҡаршы вакцина яһатмағандарға ҡарата сикләүҙәр индереү дауам итә. Үҙгәрештәр мәҙәниәт ойошмаларына, айырып әйткәндә, төрлө формалағы милеккә ҡараған кинотеатрҙарға ҡағыла. Республика етәксеһе указына ярашлы эш тәртибен аңлатыу маҡсатында мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда 50-нән ашыу муниципаль һәм шәхси кинотеатр вәкилдәре ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров указы буйынса, 21 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, театр, кинотеатрҙарға, мәҙәниәт йорттары, һарайҙарына барыр өсөн, шулай уҡ ҡала-ара маршрутта йөрөгән автобустарҙа, “Орлан” ҡала яны поезында йөрөргә ковид-19-ға ҡаршы вакцина эшләтеү тураһында сертификат йә һуңғы ярты йылда сирләү тураһындағы белешмә кәрәк. Дәүләт һәм муниципаль милеккә ҡараған мәҙәниәт учреждениеларында был сикләүҙәр 4 октябрҙә үк индерелде.
Кәңәшмә барышында Р. Алтынбаев шуныһына иғтибарҙы йүнәлтте: залдар элеккесә тулы була ала. 18 йәшкә тиклемге балаларға белешмәләр кәрәкмәй, тик битлек кейеү мотлаҡ.
4 октябрҙә үк сикләүҙәр индерелгән “Родина” кинотеатры һәм муниципаль кинотеатрҙар вәкилдәре киноға йөрөүселәрҙең кәмегәнен билдәләп үтте. Әммә был саралар коллектив иммунитет барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итергә тейеш.
Мәғлүмәт сығанағы: БР Мәҙәниәт министрлығы сайты.