Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Октябрь 2021, 10:55

Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалынды

Шәхестең тыуған көнө айҡанлы Өфөлә Матбуғат йорто янындағы һәйкәленә сәскә һалыу изге йолаға әйләнгән. Был юлы ла ошо традицияға тоғро ҡалдылар.

Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалындыШәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалынды
Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалынды

Шанлы 20-се йылдарҙа республиканың сәйәси-ижтимағи тормошона, үҫешенә ҙур өлөш индергән яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуыуына 9 октябрҙә 125 йыл тула. Шәхестең тыуған көнө айҡанлы Өфөлә Матбуғат йорто янындағы һәйкәленә сәскә һалыу изге йолаға әйләнгән. Был юлы ла, ошо традицияға тоғро ҡалып, Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы.

Был сарала Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң медиа-директоры Айнар Байбулатов, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм хеҙмәткәрҙәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреттары ҡатнашты.

Вәдүт Исхаҡов Шәһит Хоҙайбирҙин тормошоноң мөһим мәлдәренә туҡталып, башҡорт журналистикаһы тарихында уның шәхесенең әһәмиәтен билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары исеменән “Башинформ” агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров сығыш яһаны. Әйткәндәй, республикала был премия инде 30 йылдан ашыу тапшырылып килә.

– 1989 йылдың апрелендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булдырылды. Был премияны булдырыу тәҡдиме менән Журналистар союзының ул саҡтағы рәйесе Ризуан Закирхан улы Хажиев сығыш яһаны. Премияны беҙгә ошо уҡ йылдың 5 майында бирҙеләр. Уны Шәһит Хоҙайбирҙиндең ҡыҙы – билдәле балерина Тамара Хоҙайбирҙина тапшырҙы. Марсель Ҡотлоғәлләмов, Анатолий Корзлов, Виктор Шмаков һәм мин лайыҡ булдым. Бөгөнгәсә инде 100-ҙән ашыу журналист, публицист бүләкләнде. 1996 йылға тиклем ул йәмәғәт премияһы булды. 1996 йылда уға республика статусын бирҙеләр – танытма, миҙал һәм аҡсалата премия тапшыралар, – тип уртаҡлашты Алик Фәиз улы.  

Шәһит Хоҙайбирҙин 1896 йылда Күгәрсен районының Бесәнсе ауылында (хәҙер Хоҙайбирҙин ауылы) тыуған. Ул 1924 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була, әммә ошо 28 йәшлек ғүмерендә исемен республика йылъяҙмаһына яҙырлыҡ итеп ҙур эштәр атҡарып ҡалдырған.

Шәһит Әхмәт улы бик ҡатмарлы тарихи осорҙа йәшәгән һәм эшләгән, республика дәүләтселеген булдырыу эшен алып барған, тыуған Башҡортостаны сәскә атһын өсөн бөтә көсөн, ғүмерен биргән. Уның башҡорт телен өйрәнеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса комиссия рәйесе булараҡ та хеҙмәте ҙур. Ул башҡорт теленә республиканың дәүләт теле статусын биреү буйынса күп эш башҡарған. Дәүләт эшенән тыш әҙәби ижадҡа ла ваҡыт таба. Уның әҫәрҙәрендә илһөйәрлек хистәре өҫтөнлөк итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас