

Сибай филармонияһы - ҡаланың йөҙөн билдәләүсе иң матур урындарҙың береһе, республиканың мәҙәни мираҫ объекты, шуға күрә реконструкцияланған яңы бинаның бөтә архитектура элементтарының һаҡланып ҡалыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
Ниһайәт, иртәгә сибайҙар яңы сафҡа ингән мәҙәни учреждениены асыу шатлығын кисерәсәк һәм ижади коллектив ҡуйған Республика көнөнә арналған "Урал аръяғында тыуғандар" тип исемләнгән концерт ҡарау бәхетенә ирешәсәк.
Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдереүенсә, филармония - сибайҙар өсөн архитектура ҡомартҡыһы ҡына түгел, ә уның сәхнәһендә күптәрҙең бала сағы, йәшлеге һәм әллә күпме ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс минуттары үткән.
"Был - беҙҙең йәшәүебеҙҙең алмаштырғыһыҙ бер өлөшө, уны онотоу һәм юғалтыу мөмкин түгел. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең филармония яңы төҫ алып замансаланды һәм матурланды. Уның 500 тамашасылыҡ һәм бәләкәй залы бар, бында һәр ваҡыттағыса ҙур аншлаг менән концерт-спектаклдәр үтәсәк, беҙҙең талантлы балаларыбыҙ сығыш яһаясаҡ, ғөмүмән, был стеналарҙа ҡайтанан тормош ҡайнаясаҡ!"
Билеттарҙы Сибай ҡалаһы, Пушкин урамы, 17 адресы буйынса һәм онлайн һатып алырға мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-961-039-06-80, 8-937-156-00-26.
Инеү өсөн вакцинация үтеүҙе раҫлаған сертификат, QR-код йәки һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә (ҡағыҙҙа/электрон формала) кәрәк. Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу (битлек кейеү), учреждениеларға ингәндә тән температураһын үлсәү мотлаҡ.
Башлана 19.00 сәғәттә.
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе сайтынан.