Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Октябрь 2021, 06:00

"Беҙҙә ҡалын урмандар, Беҙҙә данлы Урал бар..."

Шәйехзада Бабич шиғырҙары

"Беҙҙә ҡалын урмандар, Беҙҙә данлы Урал бар...""Беҙҙә ҡалын урмандар, Беҙҙә данлы Урал бар..."
"Беҙҙә ҡалын урмандар, Беҙҙә данлы Урал бар..."

Беҙ

Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,
Күп ырыуға баш йорттар.
Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр,
Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар.

Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр.
Сәхрәләр – ожмах улар;
Унда гөлдәр тирбәнеп,
Йәмләнергә саҡыралар.

Унда ҡоштар һайраша,
Күлдә ҡамыш шаулаша.
Ҡамыш буйы әрүшә,
Тамаша, әй, тамаша.

Беҙҙә ҡалын урмандар,
Беҙҙә данлы Урал бар;
Урал аҫты алтындыр,
Өҫтә шәфәҡ балҡыйҙыр.

Һиҙен, башҡорт, бәхетеңде,
Төшөн, башҡорт, атыңды;
Күрер өсөн тәхетеңде,
Истиҡбалың алтынлы.
***
Бәхетем

Зәңгәр күк — тажым, сыбар ер — тәхетем,
Үҙем — азат йән, аҡ ҡояш — бәхетем.
Йондоҙҙар һәм ай — серсе дуҫтарым.
Һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым.

Сыҡһам сахраға, гөлдәр, үләндәр
Тәғзим итәләр *, биреп сәләмдәр.
Йән сәсәктәрем, гөл ҡанаттарым,
Оса янымда күбәләктәрем.

Латиф *ел — саба *, тип: "Мәрхәбә!.."*
Һөйөп, иркәләп йөҙөмдән үбә.
Менһәм тауға, их, осайыммы һуң!..
Бөтә офоҡто ҡосайыммы һуң!

Гөлдәр йылмайған, ҡырҙар нурланған,
Бөтә ер-күге нурға сырмалған.
Шашам, ашҡынам... Шатланам сикһеҙ.
Азат мин, азат! Бәхетем офоҡһоҙ!

*тәғзим итәләр – ололайҙар
*латиф – йомшаҡ
*саба – таң еле
*мәрхәбә – хуш килдең

Кем өсөн?

Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү әй, ай, – тинем мин,
Нурҙарыңды урланым.

— Һис зарар юҡ, ал, – тине ай, –
Ал да сәс нур халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас