Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Октябрь 2021, 05:00

"Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!"

Бөйөк Рәми Ғариповтың тыуған яҡҡа, халҡына һөйөү тулы шиғырҙарын уҡып алайыҡ!

"Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ  Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!""Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ  Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!"
"Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!"

Таш сәскә
(Баллада)

Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар:
Әкиәттә түгел — тормошта.
Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп,
Ышанмайһың уға тәү башта.

Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә
Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың,
Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып,
Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты.

Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк,
Ем-ем нурын һирпә тажынан.
Ышанмайым уны таш тигәнгә,
Яһалһа ла Урал ташынан!

Кем үҫтергән һине шулай итеп?
Был ергә һуң һине кем сәскән?
Ҡайҙа тамырың? — тип һорағас мин,
Телгә килде аҫыл Таш сәскә:

– Күк Уралда күкрәп тамыр йәйҙем,
Үҫтерҙе, – ти, – тыуған тупрағым.
Ил бәхете – күркәмлегем минең,
Ил йәшлеге – йәшел япрағым.

Шуға ла мин бөгөн ил түрендә
Шиңмәҫ сәскә булып ҡалҡындым;
Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ
Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!

Тыуған ер һәм һөйгән йәр

Минең илһамым шишмәһе —
Тыуған еремдә,
Минең илһамым шишмәһе –
Һөйгән йәремдә.

Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ –
Телһеҙ, мин етем.
Тыуған ерем, һөйгән йәрем,
Тик һеҙ – бәхетем.

Ауыр саҡта – йөрәгемдә
Ер көсөн тоям,
Йә йәремдең күкрәгенә
Башымды ҡуям.

Мөхәббәтем һәм нәфрәтем
Һаҡланып ҡала,
Ауырлыҡтар һәм ваҡлыҡтар
Тапалып ҡала.

Эшләргә лә, йәшәргә лә
Хаҡым бар минең –
Сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәй
Халҡым бар минең!

* * *

Китһә лә атам,
Ҡалдырған Ватан.
Шул Ватан тиеп
Башымды ватам.

Уттарҙа янам,
һыуҙарҙа батам.
Эштәрен уйлап,
йоҡоһоҙ ятам.

Бар байлығым һин,
И, ғәзиз Ватан.
Шул байлыҡ өсөн
Ҙур рәхмәт, атам!..

Дан һиңә, дан, Башҡортостан!

(Ҡотлау йыры)

Күк Уралдың иркен күкрәгендә
Азат шоңҡар ғорур осҡанын
Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!

Ир намыҫы менән еңеп сыҡтың
һин яуҙарҙа илдең дошманын.
Йырлайым мин батыр ир намыҫын:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!

Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
Ете ҡаттан ата фонтанын.
Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!

Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
Ҡулдарында булһа оҫтаның.
Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!

Батыр түгел батыр яңғыҙ саҡта,
Ҙур дуҫлыҡта уның көс-даны.
Данланым мин тоғро дуҫтарыңды:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!

Рәми ҒАРИПОВ.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас