

Бөгөн Республика көнө айҡанлы Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән тантаналы йыйылышҡа билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә саҡырылды. Араларында Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Хөрмәтулла Үтәшев та булды.
Ул "Башҡортостан" гәзитен алдырып уҡығандарҙы һәм бар төбәк халҡын ҙур байрам менән ҡотланы.
"Республика халҡын күркәм байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Баҡһаң, 31 йыл да үтеп киткән икән. Беҙҙең театрыбыҙ ул саҡта Фрунзе урамы, 40 адресы буйынса урынлашҡан ине. Унда 1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет ултырышы үткәйне. Беҙ, артистар, репетициялар араһында шунда халыҡ менән бергә ҡайнашып йөрөнөк, депутаттарға наказдар бирә инек. Нисәмә йыл үтеп тә киткән! Ошо 31 йыл эсендә республикабыҙ бик ныҡ алға китте. Сәнғәт буйынса ғына ҡарағанда ла, ни тиклем уңыштарға өлгәшелде бит! Театрҙар, филармониялар асылды, үҙебеҙҙең театрыбыҙ ҙур төҙөкләндереү кисерҙе, техник базабыҙ нығынды. Сит илдәргә, күрше төбәктәргә йөрөйбөҙ, фестивалдәрҙә ҡатнашып “Алтын битлек”тәр яулайбыҙ, ғөмүмән, гөрләп эшләйбеҙ.
Бар республика халҡын байрам менән ҡотлайым. Уңыштар, һаулыҡ теләйем. Һәр саҡ алға барайыҡ", – тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.