

Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфө бихисап атаҡлы сәнғәт әһелдәренең биографияһында урын алған. Хатта бөйөк рус опера йырсыһы Федор Шаляпиндың, уникаль бас эйәһенең, ижад юлы ла тап бында башланған.
Легендар йырсының ижады Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә киң танылыу яулаған. Шаляпин башҡарыуындағы рус халыҡ йырҙары ҙур билдәлелек менән файҙалана. Халыҡтың киң күңеллелеге, саялығы, шуҡлығы асыҡ сағылған был әҫәрҙәрҙе музыка һөйөүселәр әле лә яратып тыңлай. Үҙенең ижадында "тәбиғи музыкаллек, сағыу вокал һәм ҙур актер оҫталығы"н бергә туплаған үҙенсәлекле оҫта булып таныла бөйөк йырсы.
Сағыу таланты менән бөтөн донъяның опера сәнғәтенә йоғонто яһаған йыр оҫтаһының ижад юлы Өфө менән нисек бәйләнә?
Буласаҡ атаҡлы йырсы Ҡазанда, крәҫтиәндәрҙән сыҡҡан ғаиләлә донъяға килә. Ғаилә ныҡ ярлы йәшәй. 9 йәшендә Федор, йырлап, аҙмы-күпме аҡса эшләй башлай. Халыҡ театры менән мауығып китә, аҙаҡҡараҡ опера тыңлау бәхетенә ирешә. Шул саҡта малайҙа сәхнәлә йырлау хыялы тоҡана.
17 йәшендә ул билдәле антрепренёр С.Я. Семенов-Самарскийҙың Өфө өсөн оперетта труппаһына хор йыйғаны тураһында ишетә. Бушлай йырлап йөрөргә лә риза булғанын әйтеп, етәксене үҙен хорға алырға өгөтләй. Семенов-Самарский ризалаша. Шулай итеп, Федор Шаляпин 1890 йылдың көҙөндә Өфөгә килә.
Тап ошо ҡалала ул беренсе театр оҫталығы һабаҡтарын ала. Хорҙа йырлаған егет сәхнә эшселәренә лә ярҙам итә, үҙ эшенән сикһеҙ кинәнес ала. Аҙаҡҡараҡ уға бер нисә һүҙҙән генә торған кескәй генә ролдәр ҙә бирә башлайҙар, ә 1890 йылдың 18 декабрендә уның тәүге сығышы була: кинәт ауырып киткән артист урынына йырлауҙы уға ышанып тапшыралар. Был С. Монюшконың "Галька" операһындағы Стольник партияһы була.
Өфөләге бер йылға яҡын ҡыҫҡа ғына ижади миҙгелен Шаляпин ғүмере буйы онотмай. Күренекле йырсы булып киткәс, ул сәхнәләге иҫтәлекле даталарын тап Өфө мәленән башлап иҫәпләй.
Фото: ru.wikipedia.org