Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октябрь 2021, 13:00

Маэстро Спиваков та Өфө менән бәйле

Виртуоз скрипкасы, атаҡлы музыкант һәм дирижер, СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы, әллә күпме дәүләт наградаларына лайыҡ Владимир Спиваков биографияһында ла Өфө айырым урын алып тора.

Маэстро Спиваков та Өфө менән бәйлеМаэстро Спиваков та Өфө менән бәйле
Маэстро Спиваков та Өфө менән бәйле

Башҡортостаныбыҙ, баш ҡалабыҙ донъя кимәлендә танылыу алған байтаҡ мәшһүр сәнғәт әһелдәренең тормошона бәйле икәнен беләбеҙ. Виртуоз скрипкасы, атаҡлы музыкант һәм дирижер, СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы, әллә күпме дәүләт наградаларына лайыҡ Владимир Спиваков биографияһында ла Өфө, уның тыуған ере булараҡ, айырым урын алып тора. Музыканттың күп маҡтаулы исемдәре, наградалары араһында "Өфөнөң почетлы гражданы", "Башҡортостандың халыҡ артисы" исемдәре һәм Салауат Юлаев ордены ла бар.

Екатерина һәм Теодор Спиваковтар Башҡортостанға эвакуацияға ебәрелгән була. Теодор Владимирович фронтта ҡаты яраланып, демобилизациялана. Ҡатыны Екатерина Осиповна Ленинградтың мәхшәрле блокадаһын кисерә.
1944 йылдың 12 сентябрендә Спиваковтар ғаиләһендә киләсәктә таланты менән донъяға танылыр сабый тыуа. Улар хәҙерге Черниковка биҫтәһенең Глинки урамындағы йортта тора. Ғаилә башлығы Өфөнөң моторҙар эшләү заводында хеҙмәт итә, хужабикә ошо уҡ заводтың "Ударник" клубында концертмейстер була. Һуғыш тамамланғас, Спиваковтар Ленинградҡа әйләнеп ҡайта. Музыканттың әсәһе – музыка мәктәбендә, ә атаһы табип булып эшләй.
Бәләкәйҙән музыкаға һөйөү йөрөткән Владимирҙың тормошон музыка менән бәйләүе тәбиғи ҙә, сөнки әсәһе талантлы пианист була. Һуғыш башланғанға тиклем ул Ленинград консерваторияһын тамамлап, концерттар менән сығыш яһап йөрөй.
...Атаҡлы дирижер Өфөгә йыш килә, төрлө ижади проекттарҙы тормошҡа ашыра.
"Өфөлә сәнғәтте аңлаған, нескә күңелле тамашасы йәшәй, шуға ла миңә бында сығыш яһауы ныҡ оҡшай. Скрипкасылар конкурсын үткәргәндә беренсе турҙан уҡ зал лыҡа тулы булды. Кешеләр музыка тыңларға килә ине. Ә бит тыңлауҙар үткәргән саҡта ғәҙәттә тамашасы улай күп булмай. Өфөнөң рухи мираҫы ныҡ бай шул: Аксаков, Нестеров, Нуриев, Довлатов исемдәре генә лә күпте һөйләй, – тип Өфө һәм өфөләргә ҡағылышлы тәьҫораттары менән бүлешә ул бер интервьюһында. – Бында бик аҙ ғына йәшәгән булһам да, мине үҙҙәренеке тип һанауҙары күңелемде йылыта".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас