Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Октябрь 2021, 04:00

Вәзәм шәле генә түгел, балаҫы ла дан алыр!

Килгән ҡунаҡтарҙы ҡоймаларға эленгән береһенән-береһе сағыу төҫлө балаҫтар ҡаршы алды. Уларҙың бында ниндәйе генә юҡ! 

Вәзәм шәле генә түгел, балаҫы ла дан алыр!Вәзәм шәле генә түгел, балаҫы ла дан алыр!
Вәзәм шәле генә түгел, балаҫы ла дан алыр!

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы уңғандарының һуҡма шәл һуғыуҙары республикала ғына түгел, хәҙер Рәсәйҙә лә киң билдәле.

Вәзәм шәленең данын күптәр яҡшы белә, үҙҙәре лә дебеттән һуғылған йылы шәлгә заказдар бирә. Тиҙҙән Вәзәм балаҫтары ла киң танылыу тапмаҡсы. Республика көнө байрамы сиктәрендә, ауылда Балаҫтар байрамы үткән.

Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы ҡоймаларға эленгән береһенән-береһе сағыу төҫлө балаҫтар ҡаршы алған, уларҙың матурлығынан күҙҙәр ҡамашҡан, оҫталарының уңғанлығы хайран иткән!

Вәзәм ауылының мәҙәниәт йорто етәксеһе, ҡул эше оҫталарын әйҙәп йөрөүсе Гөлназ Ғамир ҡыҙы Сурина – ошо ауыл килене, күптән инде Һаҡмар буйына ереккән Әбйәлил ҡыҙы. Ауылда барлыҡ үткән мәҙәни сараларҙы оҫта ойошторусы ла, уны башлап, әйҙәп йөрөүселәрҙең береһе лә ул. Был юлы ла Гөлназ Суринаның Балаҫтар байрамы ысынлап та матур бер тамашаға әйләнгән. Вәзәмдең уңған ҡатын-ҡыҙҙары үҙ ҡулдары менән эшләгән, һуҡҡан, сиккән күҙҙең яуын алыр балаҫтар алтын көҙгә әйтерһең дә, йәйғор балҡышын бүләк иткән.

Фото: Раян Алтынбаев.

Вәзәм шәле генә түгел, балаҫы ла дан алыр!
Вәзәм шәле генә түгел, балаҫы ла дан алыр!
Вәзәм шәле генә түгел, балаҫы ла дан алыр!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас