

Һуңғы осорҙа билдәле йәш йырсы Гөлназ Асаева сәхнә тормошона, йырсы карьераһына ҡарата икеле уйҙар кисереүе хаҡында белдерҙе. "Инстаграм"дағы сәхифәһендә ул артистарҙың баһаһы кәмеү сәбәпле, сәхнәнән китергә лә уйлап ҡуйыуы тураһында әйтте. “Хәҙерге заманда артист хеҙмәте ныҡ түбән төштө, сөнки таланты булмағандар ҙа сәхнәгә сыға ла йырлай”, - тигән фекерҙә Гөлназ Асаева.
- Барыһы ла нисектер үтә ябай, тип әйтәйемме. Аңлата ла алмайым. Эте лә, бете лә йырлай... Уҡығанмы, дипломы бармы-юҡмы – барыһы ла сәхнәгә сыға. Нимә теләйҙәр – шуны йырлайҙар, нимә теләйҙәр – шуны кейәләр, тигәндәй. Бер ниндәй ҙә мәҙәни кимәл юҡ, шуға күрә бар нимә осһоҙлана, - тип белдергән йырсы тура эфир барышында.
Пандемия осоронда Гөлназ Асаева селтәр бизнесы менән шөғөлләнә башлаған ине. Әле ул был шөғөлөнән ярайһы уҡ яҡшы килем ала, бәлки, шуға күрәлер ҙә сәхнәнән китеү тураһында ла уйлана башлағандыр.
Фото: shahrikazan.ru