

18 октябрҙә "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәниәт ирекмәндәре" программаһы сиктәрендә Өфөлә Халыҡ-ара ирекмәндәр лагерының штаттағы этабы башланасаҡ.
24 октябргә тиклем дауам итәсәк сарала илдең иң яҡшы 100 ирекмәне ҡатнашасаҡ, унда мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендә эшләгән эксперттар, мәҙәниәт, ирекмәнлек һәм социаль-мәҙәни дизайн өлкәһендәге белгестәр, медиаиндустрия вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Лагерҙа Бөйөк Британия, Гана, Ҡаҙағстан, Тунис, Азербайжан, Малави, Тажикстан, Канада, Маврикий, Һиндостан, Замбия, Уганда һәм Алжир илдәре вәкилдәре ҡатнаша. Улар лагерға онлайн форматта тоташасаҡ.
Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова фекеренсә, мәҙәниәт ирекмәндәре һәр ваҡыт берҙәмлек һәм йәмғиәткә хеҙмәт итеү өсөн көс һәм ваҡыт йәлләмәүе менән айырылып тора. «Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры ижади, һөҙөмтәле шарттарҙа үткәреләсәк, сара илебеҙҙә генә түгел, халыҡ-ара масштабта ирекмәндәр хәрәкәте алдында торған көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә йоғонто яһаясаҡ», — тип өҫтәне Ольга Ярилова.
Офлайн өлөштә ирекмәндәрҙе төп эксперттар етәкселегендә тематик сессиялар, белем биреү модулдәре, панель дискуссиялар, мәҙәни мираҫ объекттары өҫтөндә эш көтә. Программала шулай уҡ «Рәсәй, Бөйөк Британия, Франция һәм АҠШ өлгөһөндә мәҙәни мираҫты һаҡлауға ирекмәндәрҙе йәлеп итеү тәжрибәһе», «Мәҙәни мираҫ объекттары: концепция, төрҙәр. Ирекмәндәр хәрәкәтендә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау практикаһы» кеүек көнүҙәк темаларға фекер алышыу ҡаралған, шулай уҡ таш, ағас һәм башҡа әйберҙәр менән эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.
Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры эше быйыл ике форматты берләштерә: онлайн һәм офлайн режимда үтәсәк. Беренсе этап 21 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем онлайн рәүештә үтте, унда 200-ҙән ашыу ирекмән Халыҡ-ара мәҙәни ирекмәндәр берләшмәһен үҫтереү концепцияһын әҙерләгән.
Программа ошондай төп йүнәлештәрҙе, шул иҫәптән ҡалаларҙа мәҙәниәт учреждениелары һәм мәҙәни киңлектәр менән ирекмәндәрҙең эшен, ирекле ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауҙы, ҙур мәҙәни саралар үткәреү өсөн ирекмәндәр программаһын ойоштороуҙы үҙ эсенә ала.
Башҡортостан Республикаһында 2019 йылдың декабренән "Мәҙәниәт ирекмәндәре" йәмәғәт хәрәкәте эшләй һәм унда 4304 ирекмән иҫәпләнә.
Төбәктең мәҙәни ирекмәндәре биш йүнәлеш буйынса эшләй: мәҙәниәт учреждениеларында ирекмәнлек (музейҙар, китапханалар, парктар, мәҙәниәт йорттары һ.б.); мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм пропагандалау; ижади проекттарҙы социаль өлкәлә тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән арт-терапия; ҙур мәҙәни сараларҙың ирекле программаларын ойоштороу; туристик маршруттар ойоштороу һәм мәҙәни киңлектәр булдырыу.
Ижтимағи хәрәкәттең маҡсаты — мәҙәниәт өлкәһендә ирекле эшмәкәрлектә ҡатнашыусы, ижади һәм социаль-мәҙәни башланғыстарҙы тормошҡа ашырыусы әүҙем граждандар берләшмәһен булдырыу.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53027