Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Октябрь 2021, 07:21

Ете төш (Хикәйә)

Ауылдың ҡап уртаһында “хан заманынан ҡалған” алты мөйөшлө өй ултыра. Бик боронғо булһа ла, нигеҙе эре-эре таштарҙан ҡоролоп, стенаһы ҡарағастан һалынған был өй ваҡытҡа бер ҙә бирешергә уйламай. Ул, үҙенән күпкә йәшерәктәр ыңғайына, Ашҡаҙар йылғаһы яры буйлап һуҙылған оло урамды бөтәйтеп, ҡәҙимгесә ултыра бирә. Йәшел мүк баҫып бөткән шиферлы ҡыйығы, сереп ауыуҙан “ҡырҡ терәү” генә тотоп торған иҫке ҡоймаһы ғына йорттоң йөҙөн боҙа-боҙоуын. Әммә нигеҙенең ныҡлығы, йөҙйәшәр ағастың көслө тамыры һымаҡ, был өйгә йәшәү көсө биреп торалыр, моғайын.

Йорт боронғо, ә унда йәшәгән ҡарсыҡ унан да боронғораҡ. Теүәл генә йәшен берәү ҙә белмәй. Кемеһелер “йөҙгә еткән”, ҡайһы­һылыр “унан да үткән” тип ебәрә. Йәшерәктәр хатта исемен дә белмәй ҡарсыҡтың. Ул башҡалар өсөн “иҫәр әбей” генә. Уның икеләнеүенә лә байтаҡ ваҡыт үтеп киткән. Ҡарсыҡтың бындай хәленә ауыл халҡы өйрәнеп бөтһә лә, үткән-һүткәндә үҙенә шикләнеп, йортона шомланып ҡарап китәләр барыбер. Ни тиһәң дә, иҫәрлек  тормошта тәбиғи күренеш түгел.

Ҡарсыҡ һәр таңын урамға ҡараған тәҙрәһе янында ултырған килеш ҡаршылай. Был тирәнән үтеп-һүтеп йөрөүселәр уны  шул килеш күрергә күнеккән. Ҡарсыҡтың төпкә батҡан күҙҙәре иғтибар менән урамды күҙәткән һымаҡ тойолһа ла, ул унда ниҙәр барын күрмәй ҙә шикелле. Ара-тирә кеткелдәп көлөп алыуы, ҡаштарын төйөп, үҙ алдына мығырҙап ҡуйыуы, башҡа ҡыланыштары ҡарсыҡтың үҙенең эске мөхите, донъяһы булыуы һәм башлыса, шул тормош менән йәшәүен күрһәтә. Уның өсөн бөгөнгө көнитмеш юҡтыр ҙа, бәлки. Үткәндәренә, кисергән ғүмер юлына кире ҡайтып, күбеһенсә шул арауыҡта көн күрәлер.

Шулай ҙа тыштан үҙе бикләп киткән ишекте асып инеп, иртәнге сәйен әҙерләп эсергән килене, үҙе лә етмешен ашатлаған Мәфрүзә әбей, ҡарсыҡты ысынбарлыҡҡа ҡайтаралыр, моғайын. Ул тәүҙә ҡәйнәһен тышҡа йөрөтөп алып инә. Аҙаҡ өй түрендәге киң генә һикегә түшәлгән яҫтыҡ-түшәктәрен бер мөйөшкә өйөп ҡуя ла, шунда ашъяулыҡ йәйеп, табын әҙерләй. Аҙаҡ икәүләшеп ултырып, һөйләшә-һөйләшә оҙаҡ ҡына сәй эсәләр.

– Йә, ҡәйнәм, бөгәсә ниндәй төштәр күрҙең? – тип башлай һүҙен килене.

Ҡарсыҡтың бәйән итәһе төшө күптән әҙер. Уларҙы тыңлай торғас, килене лә ятлап бөткән. Был төштәр етәү һәм һәр береһе ҡарсыҡтың тормошонан алынып, ғүмеренең берәр арауығын, иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Ләкин шуныһы: ҡарсыҡ иҫәр булһа ла, төштәренең сиратын бер ҡасан да боҙмай. Бала сағынан башлап алып китеп, олоғайған көнөнә тиклем килтереп еткерә лә, һуңғыһын һөйләгәс, ҡайтанан тотона. Килене лә ҡайһы көндә ҡайһы “төшөн” һөйләйәсәген белеп тора. Ул һәр төштө иғтибар менән тыңлай, сөнки һуңғылары уның да төшө, ундағы ваҡиғаларҙа үҙе лә ҡатнашҡан, уларҙы үҙ башынан үткәргән. Был төштәрҙә уның йәшлеге, мөхәб­бәте, шатлыҡ-ҡыуанысы, ҡайғы-хәсрәте лә урын алған һәм шуға ла үҙе өсөн дә ҡәҙерле.

Ҡарсыҡ төшөн һөйләй һәм уны төрлө хәтирәләр менән байыта бара. Тыңлайыҡ...

 

Дүшәмбе төшө

 

Ауылдың бер яҡ ситендә, йәғни Йүкәле йылғаһының Ашҡаҙар менән ҡушылған ерендә генә һалынған өйҙәрендә иркенләп кенә ултырып, ун ике йәшлек Миңзифа үҙенең әсәһе менән һарыҡ тиреһенән тун тегә. Самандан һалынған өйҙәре, аҡ балсыҡ менән ағартылып ҡуйылғас, бигерәк яҡты. Әсәһе тыуған ауылы Кинйәгә барған һайын балсыҡ алып ҡайтырға онотмай. Стеналар әҙ-мәҙ һарғая башлағас та тиҙ генә ағарта һалып ҡуя. “Аҡ балсыҡтары булмағас, был ауылдыҡылар өй ағартыуҙы бик белеп етмәй, ә беҙҙең яҡтыҡыларҙың мал ҡура­ларына тиклем ап-аҡ”, – ти әсәһе. Ул бына шулай тун теккәндә, балаҫ һуҡҡанда, кейеҙ баҫҡанда ҡыҙына гел генә тыуған яҡтары хаҡында һөйләп ала. Үҙенең атаҡлы Кинйә абыҙҙың улы Һеләүһендең ейән­сәре икәнен, нәҫел-нәсәптәренең ҡотло булыуын да иҫенә төшөр­гөләй. Быларҙы тыуған яғын, нәҫел-нәсәбен һағынып һөйләүе булған­дыр инде.

– Бер муллалар йыйынында осратып, минең атайым һинең атайыңды бик оҡшатҡан. Буйҙаҡ икәнен белгәс, мине кәләшлеккә бирергә үк һөйләшеп ҡайтҡан. Атайың мине оҡшатты. Ҡартыраҡ булһа ла, мин дә уны оҡшаттым, – тип һөйләй әсәһе.

Миңзифа атаһын “ҡарт” тигәс, әсәһенә аптырап ҡарап ҡуя. Таҙа кәүҙәле, йомро һаҡал-мыйыҡлы атаһын бер ҙә ҡарт тип күрмәй инесе ул. Әллә ул хаҡта уйлап та ҡарамағанға микән?!

Миңзифаның ун йәшлек ҡус­тыһы Мәрҙән менән тырмаға киткән атаһын иҫкә төшөрөп: “Асығып ҡайтып етерҙәр, аш һала һалайым”, – тип әсәһе ҡабаланып сығып китә. Ул да булмай, уның асыҡ ҡал­дырған ишегенән әлһерәп, телен арҡыры тешләгән бүре килеп кереп, тура һике аҫтына инеп китә. Ҡыҙ ҡурҡырға ла өлгөрмәй, ишектә ҡулдарына суҡмарҙар тотҡан ҡустыларын эйәрткән Шәйхетдин исемле йәш мулла күренә.

Был бик оҫта көрәшселәр ҙә, һунарсылар ҙа булып дан алған өс бер туған, шунда уҡ бүрене һике аҫтынан ҡыуалап сығарып, суҡ­марҙары менән һуғып та ала.

“Сытырман туғайынан уҡ ҡыу­ҙыҡ. Уға һеҙҙең өйҙә дөмөгөргә насип булғас, тиреһен дә һиңә бүләк итермен, йәме”, – ти аҙаҡ йәш мулла.

– Эй, килен, үҙ һүҙендә торҙо. Был тирегә өҫтәп, тағы берҙе килтерҙе. Беҙ әсәйем менән уларҙы иләп, Мәрҙәнгә бына тигән тун тегеп бирҙек, – тип тамамлай тәүге төшөн ҡарсыҡ.

Был көндә уның кәйефе бик күтәренке була. Урынында ултырып сыҙамай, йыш ҡына урамға сығып әйләнгеләй. Ара-тирә шым ғына йырлап та ала. Ә төш етеүгә, камзулының кеҫәһенә ҡағыҙлы кәнфиттәр һалып алып, ҡапҡа тышына сығып баҫа. Ике ҡуллап таяғына йәбешеп: “Ниңә һаман юҡтар”, – тип һөйләнгеләп, ауыл­дың түбәнге осонда урынлашҡан мәктәптән ҡайтыусы балаларҙы көтә ул.

Улары янына килеп етер-етмәҫ элек, битендәге тәрән йыйыр­сыҡтары бер аҙ яҙылып, күҙҙәрендә эскерһеҙ йылмайыу сағылған ҡарсыҡ: “Килегеҙ, мәгеҙ”, – тип кеҫәһенән кәнфит сығарып бала­ларға һуҙа. Әммә уларҙың күбеһе ҡороп, ауырға ғына ултырған йәнә­шәләге ҡарт өйәңкене хәтерләтеп торған “иҫәр әбейҙе” урап уҙырға тырыша. Малайҙарҙың уҫалы­раҡтары, телдәрен күрһәтеп, үсекләп тә китә.

Ә яҡын-тирәләрәк йәшәгән бер нисә ҡыҙ, рәхмәт әйтеп, ҡарсыҡтың кәнфиттәрен ала. Уныһы, балалар һымаҡ ҡыуанып: “Ашағыҙ, ашағыҙ!” – тип ҡыуанып тороп ҡала. Ҡыҙҙар иһә арыраҡ барғас, кәнфиттәрҙе ташлап китә.

Шишәмбе төшө

 

Был көндә ҡарсыҡ таңын тәҙрә ҡаршыһында ултырып ҡаршылай. Тора һалып ятҡан урынын да үҙе йыйыштырып булаша. Һепертке алып, иҙәнен дә һепергеләй. Һыңар ултырғысын бер ишек төбөнә, бер түргә илтеп ҡуя. Килене килеүгә, ашъяулыҡ та һикегә йәйелгән була. Уныһы ғәҙәттәгенән иртәрәк килһә лә:

– Ниңә оҙаҡланың? Килен кеше иртән йоҡлап ятмай ул, – тип Мәфрүзә әбейҙе һуҡрана биреп ҡаршылай.

– Бөгәсә үҙемә ун алты йәш тулып, еткән ҡыҙға әйләнгән сағымды күрҙем, – тип төшөн һөйләй башлай ул. – Әсәйем ҡапыл ғына үлеп киткәс, бөтә донъя мәшәҡәттәре үҙемә тороп ҡалды. Етмәһә, атайым ауырып түшәккә йығылды. Мәрҙән ҡустым менән баҫыуға ла йөрөйбөҙ, малды ла ҡарайбыҙ, өйҙәге бөткөһөҙ эште лә эшләйбеҙ. Атайым ауылдың муллаһы ине бит. Ул түшәккә ятҡас, Шәйхетдин муллалыҡ итте. Йәш мулла атайым янына йыш килеп йөрөнө. Күрер күҙгә бик күркәм ине ул. Бик белемле, үҙе бик ипле лә ине. Ырымбур мәҙрәсәһендә байтаҡ уҡып, ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәнгән, Ҡөрьәнде беҙҙең телгә лә әй­ләндереп уҡый торғайны. Атайым уны бик яратты.

Үлер алдынан мине эргәһенә саҡырып алды ла, ясин сығырға килгән Шәйхетдин муллаға күр­һәтеп: “Ҡыҙым, һине ошо мулла абзыйың ҡулына тапшырып кит­мәксемен. Бик әҙәпле, изге күңелле кеше, ул һеҙҙе кәм-хур итмәҫ. Ҡырҡымдан һуң никахлашыр­һығыҙ”, – тине. “Ул бит ҡарт. Етмәһә, ҡатыны, өс балаһы бар бит”, – тим. Атайым был һүҙҙәремә ҡаршы: “Уның ҡарауы, мал-мөлкәте, аҡылы бар. Донъялар ҙа боларырға тора, һүҙемде йыҡма­ғыҙ”, – тип кенә ҡуйҙы.

Шәйхетдин алдан белеп йөрөгән, күрәһең, элеккеһенә йәнәш яңы өй бөтөртөп ҡуйғайны. Никах уҡытып, мине шунда алып ҡайтты, шунда ҡуйынына алды.

“Йәш кәләш” тип миңә генә йәбешеп ятманы, көндәшем менән яныбыҙҙа сиратлап ҡунып йөрөнө. Бик дәртле, матур итеп иркәләй ҙә белә ине Шәйхетдинем. Минең сират көнөндә яныма кереп, көслө ҡулдары менән күтәреп алып, бит-күҙҙәремдән үбә-үбә түшәккә илтеп һала…

Ҡарсыҡтың “төшө” ошо урынға етеү менән килене:

– Артығын һөйләй башланың, ҡәйнәм, туҡтатып тор, – тип уны бүлдерә һала.

Биттәре аллана биреп, күҙ­ҙәренә йән инеп киткән ҡәйнәһе:

– Матур ғына ерендә төшөмдө бүлдерҙең, – тип һуҡранып ала ла, бер аҙ уйланып, шым ғына ултырғас, һүҙен йәнә дауам итә. – Атайым белмәй димләмәгән икән. Шәйхетдинем бик итәғәтле кеше булды. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Мин мулла тип тормай, көноҙоно эш менән мәшғүл булып, емереп донъя көттө. Үҙебеҙгә никах уҡытыр алдынан ун дүрт йәше саҡ тулған Мәрҙәнгә тол ҡалған ең­гәмде алып биреп, донъя көт­төрөргә ярҙам итте. Аҫылдарҙан-аҫыл ир булды Шәйхетдинем.

Ҡарсыҡ ошоноң менән был төшөн тамамлай. Аҙаҡ килене “сынаяҡ­тарҙы ватып ҡуйырһың” тиһә лә, сәй табынын йыйыш­тырырға яр­ҙамлаша башлай. Унан инде: “Һыуға барып киләйем, аш һа­лырбыҙ”, – тип күнәктәргә барып тотона.

Мәфрүзә әбей уның был телә­генә ҡаршы килмәй: “Бар, түлкә оҙаҡ йөрөмә”, – тип сығарып ебәрә. Ҡарсыҡ, һыңар күнәк тотоп, ҡапҡа тышына сыға ла, ни эшләргә теләгәнен дә онотоп, кире керә. Шунан инде мейес тирәһендә уралғылай башлай. Был көнө туҡтауһыҙ хәрәкәттә үтә уның һәм түшәгенә лә бик иртә барып йығыла.

 

Шаршамбы төшө

 

Был көндә өйҙөң бар тәҙрәләре лә ҡоролған, ишек тә эстән эленгән була. Урамды да ҡарсыҡ ҡорма ярығынан ғына күҙәтеп ултыра.

Кем икәнен ҡат-ҡат әйтеп, ишекте саҡ астырған килене инеү менән:

–Эстән бикләнеп ятма, тип нисә тапҡыр әйттем мин һиңә. Элге­сеңде һурҙырып ҡына ырғыттырам инде, – тип ҡәйнәһен әрләш­тергеләп ала.

– Бигерәк ҡурҡыныс төш күрҙем бит, – тип ҡарсыҡ аҡлана һала.

Уның ҡурҡыныс төшө түбән­дәгеләрҙән ғибәрәт: ҡапылдан атыша-атыша ауылға ҡыҙылдар бәреп инә. Тауыш-тын бер аҙ баҫылғас, Миңзифа ике балаһы менән төшөп йәшеренгән баҙҙан сыға. Күп тә үтмәй, ауылда уларҙың иң етеш булған ихатаһына тиҫтәләгән һалдаты менән ғәскәр башлыҡтары килеп инә. Уларға “бәлшәүик” Вәлишә һәм уның бер нисә эйәр­сене эйәргән. Килеүселәр шунда уҡ Шәйхетдин муллаға баш­маҡтарын һуйып күп итеп аш һалырға, ә үҙҙәренә шунда уҡ табын әҙерләргә бойора.

 

- Мөҙәрис БАГАЕВ.

 

(Дауамы бар).

Читайте нас