

Комила уҙған "Хәбәр" милләт-ара театр фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, "Әмилә" спектаклендә төп ролде башҡарып, "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" призына лайыҡ булды.
"Хәбәр" III Милләт-ара театр фестивале Коми-Пермяк драма театрында 11 октябрҙә башланғайны, 14-ендә уға йомғаҡ яһалды. Фестивалдә Башҡортостан, Татарстан, Воронеж, Пермдән килеп ҡатнаштылар. Башҡорт дәүләт академия драма театры Николай Крашенинников әҫәре буйынса ҡуйылған "Әмилә" спектаклен күрһәтте.
Жюриҙа - билдәле театр критиктары Владимир Спешков, Глеб Ситковский, Екатерина Кострикова.
"Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" призына лайыҡ булған Гөлнара Ҡаҙаҡбаева 2007 йылда Мәскәүҙәге М.С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһын тамамлап, БДАДТ труппаһына алынып, яҡшы эшләп йөрөй. Афарин, артабан да тик уңыштар юлдаш булһын!
Фото: БДАДТ төркөмө.