Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Октябрь 2021, 05:25

Эпослы халыҡ – бөйөк халыҡ

Уралдың исемен Ер шарына яңғыратырға яҙһын.

“Эпосы булған халыҡ – ерле халыҡ, уның ырыу-заты бар, шәжәрәһе бар”.

 Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

Хәтерегеҙҙәлер, быйыл Бишкәк ҡалаһында алтынсы тапҡыр Донъя эпостары халыҡ-ара фестивале ойошторолғайны. Ул Ҡырғыҙстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғоноң 30 йыллығына һәм ҡырғыҙ халҡының бөйөк шағиры Тоғолоҡ Молдоның тыуыуына 160 йыл тулыуға арналды. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитенең сайтында хәбәр ителгәйне инде, ошо саранан һуң фекерҙәрем һәм тәҡдимдәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

 Мин беренсе тапҡыр туғандаш халҡыбыҙ­ҙың “Манас” халыҡ-ара аэропортына аяҡ баҫтым. Әлбиттә, Ҡырғыҙстанға килгән туристар үҙ иғтибарына алған кеүек, мин дә аэропорттың исеменә күҙ һалдым. “Манас”. Ғорурлыҡ менән мең тапҡыр әйтһәң дә, ошо исем ҡолаҡ төбөндә яңғырай. “Вәт, исмаһам, ҡырғыҙ халҡы үҙенең алтын ҡомартҡыһын ҡәҙер итә”, – тип уйлап машинаға ултырып, Бишкәк ҡалаһы буйлап эш сәфәремдең беренсе көнөн дауам иттем. Мине ойоштороусылар ҙур, аҡ бина янына килтерҙе. Ингән урында билдәле яҙыусы Сыңғыҙ Айытма­товтың тәрән фекерле һүҙҙәре ҡаршы алды: “Әҙәмгә иң ҡыйыны – көн һайын әҙәм булыуы”. “Манас” һәм Сыңғыҙ Айытматов исемендәге милли академияла барған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар янына барып ултырҙым. “Манас” эпосы – донъя мәҙәниәтендә” тип аталған ултырыш ҡыҙыҡлы һорауҙар, тәҡдимдәр менән үрелеп барҙы. Был ултырышта эпос буйынса эҙләнеү һәм тикшеренеү эштәрен алып барған билдәле ғалимдар сығыш яһаны, фекерҙәрен сарала ҡатнашыусыларға еткерҙе. Ҡырғыҙ халҡының алтын ҡомартҡыһын төрлө телдәргә тәржемә итеү, Ҡырғыҙстан мәҙәниәтен эпостар аша камиллаштырыу өҫтөндә эш алып барыу мәсьәләләренә һәм тәрбиәүи әһәмиәтенә лә иғтибар бирелде.

Эйе, Ҡырғыҙстан Республикаһы – сәсән­дәрҙең, ҡырғыҙҙарҙа аҡындарҙың, төп май­ҙаны тип атаһаҡ, яңылышмаҫбыҙ. Ысынлап та, ҡырғыҙ туғандарыбыҙ “Манас” эпосын бөгөн бөтә донъяға таныта алды. Был турала симпозиумда ҡатнашҡан ғалимдар ҙа дәлилләне.

Ҡунаҡсыл ҡырғыҙ халҡы 20 илдән – Азербайжан, Америка Ҡушма Штаттары, Иран, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Латвия, Эстония, Грузия, Ҡытай тарафтарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән (Башҡортостан, Саха (Яҡут), Тыва, Алтай, Ҡалмыҡ республикаларынан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан эпостар фестиваленә ғалимдарҙы түңәрәк өҫтәл янына йыйҙы. Мәртәбәле сарала “Донъя халыҡтарының эпик йолалары: мифологик семантиканың һәм типологияның тикшере­неүҙәр аспекттары” тип аталған симпозиумда 40-ҡа яҡын ғалим үҙҙәренең эш тәжрибәһен уртаҡлашты, урында халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыу буйынса ниндәй эштәр алып барылғаны, проблемалар тураһында фекер алышты. Симпозиумды йомғаҡлап, ғалимдар бер фекергә килеп, фор Резолюция ҡабул итте.

Эпостар фестивалендә шулай уҡ ҡырғыҙ халҡының мәҙәниәте менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булды. Рухлы сарала ҡатнашыу­сылар, “Ҡырғыҙ көсө” тип аталған этно-ауылды ҡарап, “Донъя тирмәһе” йолаһында ҡатнашып, “Иң яҡшы тирмә” конкурсы менән танышып, аҡындар бәйгеһенә шаһит булып, милли аш һыуҙан да ауыҙ итте.

Бөтә донъяла популярлыҡ яулап, даны таралған эпостар фестивале Ҡырғыҙстан Республикаһында 2006 йылдан башлап үткәрелә. Төп маҡсаты – халыҡ ижадының, сәсәндәрҙең, эпостарҙың мәртәбәһен күтәреү, уларҙы донъя кимәлендә танытыу, халыҡ­тарҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү, артабан да эҙләнеү һәм тикшеренеү эштәрен әүҙем, киң алып барыу.

Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тап­шырған бай хазина – ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө – “Урал батыр” эпосы. Беҙҙең изге ҡомартҡы үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Башҡорт менән ҡырғыҙҙың эпостарын сағыштырып әйткәндә, бик күп оҡшашлыҡтар осрай, уларҙа ике туғандаш халыҡҡа хас булған төшөнсәләрҙе таба алабыҙ. Мәҫәлән, ике эпоста ла хәрәкәт иткән ир-егеттәр Урал менән Манастың батырлыҡтары, башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡ­тарының асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән яманлыҡ, тыуым, азатлыҡ, тел, тыуған ер өсөн көрәшеү, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп, юғары поэтик кимәлдә сағылдырыла.

“Манас” менән бергә донъя кимәлендә атлап барайыҡ тиһәк, беҙгә, олоһона ла, кесеһенә лә, “Урал батыр” эпосын уҡып, ятлап, асылына төшөнөргә кәрәк. Уны ныҡлап өйрәнеү өсөн уҡыу йорттарының програм­маһына индереү мотлаҡ. Кеше бала саҡтан уҡ Урал батырҙың образын, эпостың йөк­мәткеһен белеп үҫкәндә генә, башҡортлоҡтоң асылына төшөнөп, туған теленә, еренә, халҡына һөйөү рухында үҫә ала. Был проб­лемаларҙың көнүҙәклеге, эпосҡа арналырға тейешле оло эштәр республикала “Урал батыр” эпосы көнө йә йылы тураһында билдәле ғалимә Розалия Солтангәрәева тырыш­лығында атҡарылып килә.

“Милли эпосын һөйләгән халыҡ көслө, тарихта һайыҡмаҫ”, – ти мәшһүр сәсәниәбеҙ. Шуға ла республикала уның башланғысында “Урал батыр” байрамы киң ҡолас ала бара. Арҙаҡлы фольклорсыбыҙ Фәнүзә Нәҙершина “Урал батыр” эпосын өс телгә тәржемә итеп, донъя аренаһына сығарҙы.

Үҙ заманында билдәле академик Әхмәт Сөләймәнов, филология фәндәре кандидаты Гөлнар Юлдыбаева киң мәғлүмәт сараларында, төрлө юғары кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һәр ваҡыт эшлекле тәҡдимдәр менән йыш сығыш яһай торғайны.

Ҡырғыҙстанда үткән ғилми симпозиум кеүек, Башҡортостанда ла донъя кимәлендә “Урал батыр” эпосына арналған симпозиум һәм фестивалдәр үткәрергә, Өфө ҡалаһында Урал батыр һәйкәле комплексын булдырырға, белем усаҡтарында “Урал батыр” мәктәптәренең эшен йәнләндерергә, кластан тыш саралар, “Урал батыр” көнө, аҙналығы, айлығы үткәрергә кәрәк. Радио һәм телевидение аша аҙнаһына бер тапҡыр фольклор темаһына арналған даими тапшырыуҙар ойошторорға, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында күренекле фольклорсылар менән осрашыуҙар планлаштырырға, Йәш фольклорсылар мәктәбе эшен дауам итергә, ғалимдарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында йәмәғәтселек менән эшләргә тейешбеҙ.

Бөгөн Хөкүмәт халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә һәм, артабан да ошо рухи усаҡты һүндермәҫ өсөн, Мәҙәниәт министр­лығы, Халыҡтар ижады үҙәге менән берлектә эштәрҙе дауам итергә кәрәк. Фольклорсы ғалимдар һәм эпостарыбыҙға битараф булмаған милләттәштәребеҙ исеменән тәҡдимебеҙ бар: 2022 йылды Башҡортостан Республикаһында “Башҡорт эпосы йылы” тип иғлан итергә ине.

Туғандаш халыҡ беҙҙе бер ҡасан да үҙ сараларынан ситтә ҡалдырмай. Эпостар фес­тивалеме, “Күсмә халыҡ уйындары”мы, фәнни-ғәмәли конференциялар булһынмы, һәр ваҡыт беҙ уларҙың майҙан түрендә һәм иғтибар үҙәгендә. Үҙебеҙҙең данлы эпосы­быҙҙы бөтә донъяға танытып, бөйөк ғалим­дарыбыҙ ярған эҙҙәрҙән үтеп, Уралдың исемен Ер шарына яңғыратырға яҙһын. Батырҙар рухы бит Ил һағында тора, уларҙы беҙ эштәребеҙ менән йәнләндерергә бурыслы.

 

Марат ҒИЛМАНОВ,

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспиранты.

Читайте нас