

Йәш популяр йырсы Гөлназ Асаеваның ҡыҙы тыуыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Сабыйҙың өләсәһе Лилиә Биктимерованың да ҡыуанысы сикһеҙ ҙур. Ул үҙенең Инстаграм-селтәрендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.
"Бына шулай, нәнәй булдым да ҡуйҙым! Беҙҙең яҡта ҙуринәй тейҙәр. Аллаға шөкөр, иҫән-һау ғына үҫһен балаҡай. Әйткәндәй, ейәнсәрем миңә оҡшаған! Танауы ла, күҙҙәре лә шундай уҡ! Исемен күбеһе һорай: Динә Вилдан ҡыҙы Шәмсетдинова!"
Беҙ был ғаиләне йәнә берҙе ҡотлайбыҙ! Сабыйға имен-һау үҫергә яҙһын!
Фото: "Бәйләнештә"ге сәхифәнән.