

Рәшиҙә Шәмсетдинова Ишембай районының Иҫәкәй ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбенән һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Илеш районының Һеңрән һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп эшкә ебәрелә. 1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер БДУ) башланғыс кластар факультетына башҡорт-рус кафедраһына эшкә саҡырыла. 1996 йылда Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант итеп тәғәйенләнә. 2002 йылдан – Стәрлетамаҡ медицина колледжында китапхана мөдире. Ул Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Халыҡ-ара әҙәбиәт фонды ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы.
Ете китабы донъя күргән. Авторҙың шиғырҙары шулай уҡ мәктәп дәреслектәрендә, антологияларҙа урын алған. Бик күп шиғырҙарына үҙешмәкәр композиторҙар Мәрйәм Солтанова, Рәмил Ғимрани көй яҙған.
Тартыу көсө
Ауылда әле йәйҙең тулышып бешкән мәле. Халыҡ кинәнеп бесәнгә төшкәндер. Кәртә аръяғында ғына ятҡан Селтербей башында еләк түшәлеп яталыр. Бала-саға, бал ҡорто һымаҡ, уны көноҙоно һырып алалыр.
Түтәл баҡсаһында йыл һайын ҡарағатҡа оялаған һандуғастың илаһи тауышын тыңлап, иртән әсәйем һыйыр һауалыр. Гөбөр-гөбөр биҙрәгә тамған һөт тамсыларына ҡушылып, бишебеҙгә лә бәхет теләйҙер. Үҙе илап та ебәрәлер. Бала саҡтағы шуҡлыҡтарыбыҙҙы иҫләп, ҡайһы сағында көлөп тә ҡуялыр.
– Йәһәннәм ситенә кейәүгә сыҡтың да бына хәҙер шулай уйҙа ғына осрашып йәшәйбеҙ инде, ҡыҙым! – тип ҡабатларға ярата ине әсәйем.
Дөрөҫ әйтә шул үҙе. Нишләйһең, кешене тәҡдир йөрөтә. Бына әле ошо уйҙарым менән килен булып батҡан Илеш яҡтарында йәшәп ятам. Ҡыҙым менән район үҙәге Үрге Йәркәйгә, дауаханаға килгәнбеҙ. Ҡайным сирләп китте. Көн аша янына хәл белергә йөрөйбөҙ.
Өс йәшлек кенә ҡыҙым Гөлназыма рәхәт. Ҡартатаһы янындағы бөтә оло кешеләр менән дуҫлашып бөттө. Эше хәтәр күп булды: бар белгән шиғырҙарын һөйләп, йәш кенә егеттәрҙе үҙенә ҡаратты. Сиратҡа баҫып тигәндәй, үҙен күтәреп кенә йөрөтәләр хәҙер.
Әле өсәүләшеп, саф һауа һуларға тип, тышҡа сыҡҡанбыҙ. Эскәмйәлә ултырабыҙ. Ҡыҙым күбәләк кеүек йүгереп йөрөй. Юҡ, йүгермәй, леп-леп килеп оса. Йөҙө һурылып киткән ҡайным, уның һәр хәрәкәтенә ҡарап, һәр һөйләгәнен күңеленә һеңдереп ҡалырға тырышҡандай. Ошо бәләкәй генә баланың да ауырыу кешегә күңел дауаһы бирә алыуына ҡыуанам.
– Әлдә Гөлназ бәпкәсәйемде алып килгәнһең, килен. Рәхмәт инде һиңә! Гел икәүләшеп килегеҙ, йәме!
– Ярай. Гөлназым үҙе лә һинең яныңа тартылып тора ул, әткәй! – тип оло кешенең күңелен йыуатам.
Ошо ваҡыт:
– Сөбханалла, Һеңрән ярсығы! Мәликә әхирәт!.. – тигән тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Ҡаршыбыҙға ауылдашыбыҙ Фатима инәй килә икән.
Ауылға килен булып төшкән йылда улы инәйҙе Йәркәйгә күсереп алып киткәйне. Инәйҙең таҡтанан һырлап, зәп-зәңгәргә буялған өйө шулай етемһерәп торҙо ла ҡалды. Ҡапҡалары бикләнде.
Әммә баҡсаһында, инәйебеҙ булмаһа ла, шау-ҡыҙыл мәк сәскәләре үҫеүен дауам итте. Йомро сынаяҡ аҫты кеүек ҙур түгелдәр, Гөлназымдың усы кеүек кенә үҙҙәре.
Ошо сәскәләрҙе таҡта ярығынан барып һоҡланып ҡарап торорға яраттыҡ ҡыҙым менән. Инәйһеҙ донъяларҙы инәй бар сағындағы кеүек итте ошо мәктәр.
Баламдың донъяға килгәнен дә белмәй инәйебеҙ. Үҙен бөтөнләй күргәне юҡ. Эскәмйәлә ултырған беҙҙе абайламаны ла. Таныш түгел бер сабыйҙың күҙҙәренә ҡарап, инде ҡасан гүр эйәһе – ҡәйнәмдең әсәһе Мәликә өләсәйҙе иҫенә төшөрөп, кескенә сабыйҙың кем, ҡайҙан икәнлеген әйтеп бирһенсе әбей!
Донъя шаҡҡатырғысҡа әйләнеп барған мәлдә Фатима инәйҙең һиҙгер, тойомло йөрәгенә иҫем китеп аптыраным ошо мәл. Күрәһең, балалар үҙҙәрен донъяға килтергән атай-әсәйҙәренә оҡшамаһа ла, ҡаны менән тыуған һауаһынан яралалыр, йәнен ғәзиз төйәгенән һуғаралыр. Ете быуын бабаларыбыҙҙың рухы ярылып ята икән йөҙҙәрендә.
Бына ниндәй икән ул тартыу көсө Йәнтөйәктең! Һин мәңгелек икән ул, Атайсал!
Бер һүҙ
Ҡыҙым менән икәүләп урам буйлап киләбеҙ. Йәркәйҙә көҙ! Алдыбыҙға сағандар һуңғы япраҡтарын һибә. Ҡыҙым шул йондоҙға оҡшаған һарысайҙарҙы тотоп ала ла эй ҡыуана. Берсә сыңғырҙатып көлөп ебәрә. Әйтерһең дә, устарына бөтә йыһан һыя.
Ана, ҡаршылағы баҡсала оло ғына йәштәге инәй көҙ ата торған сәскәләре араһында йөрөй. Кемдер уларҙы – “сентябрина”, кемдер “октябрина” ти. Араларында хризантемалар ҙа күренә. Ул, күҙлек кейеп тороп, эйелә-бөгөлә ниҙер эшләй. Әллә орлоҡ йыя инде?!
Ҡыҙым, уны күреү менән:
– Инәкәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Ҡәйнәмә беҙ уландары кеүек өндәшәбеҙ. Беҙҙән күреп, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә “ҡартинәй” тип торманы, “инәкәй” тигән яғымлы исемгә бик тиҙ күнекте.
Ят инәй бөтөнләй ҡәйнәмә оҡшамаған. Ни яғы менән уны күңеленә яҡын иткәндер балам. Әллә күҙлеген оҡшатты?! Әллә биленә бәйләгән шау-сәскәле алъяпҡысы инәкәйҙе хәтерләттеме?! Иллә-мәгәр, таныш түгел инәйҙең һурылған йөҙө май ҡояшы кеүек балҡып киткәндәй булды. Ирене лә ҡуйҙы инәйебеҙ ошо бер һүҙҙән.
Ул, һоҡланғыс сәскәләрен бер ҡосаҡ итеп өҙөп алып, Гөлназыма тотторҙо. Күрәһең, ғәзиз балаларыңды һағынғанда, гөнаһһыҙ сабый тарафынан әйтелгән ҡәҙерле “инәкәй” һүҙен ишетеү уның бар үпкәһен, һағышын, бәлки, ҡайғыһын юйып ташланы, ахыры. Күрәһең, балалары бик йыраҡталыр инде. Ә, бәлки, баҡыйлыҡҡа ла күсеп бөткәндәрҙер. Кем белә?!
Урам буйлап киләбеҙ. Аллы-гөллө сәскәләре ҡосағында ҡыҙым үҙе ошо һоҡланғыс сәскәләренә оҡшай төшкән. Уның шул тиклем шат һәм бәхетле йөҙө быйылғы көҙгә тағы ла ҡабатланмаҫ серле нағыш өҫтәп ебәргәндәй.
Ҡомалағым минең!
Бәләкәй саҡта ут күршеләр булып йәшәнек. Ауылыбыҙҙа эш булмау сәбәпле, бик күп йәш бала-сағалы ғаиләләр Ишембай ҡалаһына яҡын ғына “Нефтяник”, “Ағиҙел” совхоздарына барып төпләнде. Дуҫлыҡ ептәребеҙ шулай ҡырҡа өҙөлдө лә ҡуйҙы.
Туйрал битендә, Селтербей тау итәгендә генә урынлашҡан Осъяҡ урамыбыҙҙан 15-кә яҡын өй шулай етемһерәп тороп ҡалды. Ҡайһы берәүҙәрен йәшерәк ағайҙар урынлашҡан ерҙәренә күсереп алып барып һалды. Ә ҡайһыларының нигеҙҙәрен әкренләп кесерткән, дегәнәк баҫты.
Бына, ниһайәт, осрашыу! Бер ҡалала йәшәп, күрешергә насип булмаған беҙгә. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Күреп күҙҙәр туймай, тигәндәй. Хушлашып китеп барһаң, бала сағыбыҙ үпкәләп ҡалыр төҫлө. Мырҙаҡай яланында ат сабыштырған саҡтарҙы, Туйрал һыртындағы ҡарт имән төбөндө кисен усаҡ яғып, “Сума үрҙәк, сума ҡаҙ”, “Ҡайыш һуғыш”, “Бүкән ярыу”, “Йәшелсә”, “Наказ” уйындарын уйнаған мәлдәрҙе рәхәтләнеп көлөп иҫкә алдыҡ.
– Кемең бар? – тип һорайым.
– Ҡыҙым, – ти дуҫым, эске бер ирҙәр ғорурлығы менән.
Ҡыҙын һағынып көтөп алғаны күҙҙәрендә сағылып ҡалды.
– Исеме нисек?
– Лиана.
– Ә һинеке?
– Беҙҙеке Гөлназ, Айгөл. Үҙебеҙҙең исемдәрҙе ҡуштыҡ.
Дуҫыма ҡыйын булып китте шикелле. Кеҫәһенән тәмәкеһен сығарып, моңһоу ғына көйрәтергә тотондо. Ә мин, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күреп, шым ғына янында торам. Иң ауыртҡан еренә баҫтым, ахыры.
Ярайһы уҡ көйрәткәс, тынысланды, буғай. Сысҡан ҡойроғондай ҡалған төпсөгөн ергә бармаҡтары менән сиртеп кенә ебәрҙе лә һүҙен дауам итте:
– Ҡатыным риза булманы. “Үҙемдең дә исемем өләсәйҙәрҙеке, ней һинеке боронғо олатайҙарҙан ҡалған. Әйтә башлаһаң, биш саҡрымға һуҙыла. “Зәйнетдин” имеш. Тьфу! “Лиана” тип ҡушасаҡбыҙ! “Лиана Зәйниевна” булып йөрөйәсәк беҙҙең ҡыҙыбыҙ. Уҡытыусы булһа ла, табип булһа ла, килешеп торор үҙенә. Әйтеүе лә уңайлы. Телгә йәтеш хатта. И современно, и модно...”
Шулайтып, үҙ ҡанунын боғаҙға терәне. Мин талашып, тартҡылашып ҡараным. Туғандарҙы ла эшкә ектем. Юҡ инде. Егелмәгән тай һымаҡ, сыпраңлап сыҡты.
– Өйрәндеңме һуң?
– Өйрәнмәй ҡайҙа бараһың?..
Китаптан ошо исемдең мәғәнәһен уҡып, артыма йығыла яҙҙым. “Африкалағы ағасҡа уралып үҫә торған үҫемлек” тип яҙғайнылар. Беҙҙеңсә, “ҡомалаҡ” була инде.
– Ярай, ҡайғырма! Икенсеһен алып ҡайтҡас, матур исем ҡушырһығыҙ. Күңелең тынысланыр әле шунан. Атай-әсәйлек бурысы ла үтәлер.
– Әтеү әле беҙҙең бурыс үтәлмәгән булып сығамы ни?
– Бигүк түгел шул. Мәңгелек йортобоҙға барғас, Аллаһ Тәғәлә алдына атай ҡушҡан исем менән саҡырасаҡтар, ти. Шуға күрә балаларыбыҙға исем ҡушҡанда мәғәнәле, ҡолаҡҡа ятышлы, яғымлы исемде һайларға кәрәк, сөнки исемен атаған һайын, ата-әсәһенә гонаһ яҙылып бара икән...
Һуңғы һүҙҙәремде дуҫыма әйтеүҙән тыйылып ҡалдым. Былай ҙа алдымда яралы йәнлек хәлендә бит.
Дуҫым тағы ла тәмәкеһен тоҡандырҙы. Әле генә тартҡайны бит инде.
Минең аптырап ҡалғанымды һиҙеп:
– Нервничать иткәндә, шулай тәмәкегә йәбешәм. Тынысландыра, – тине. – Һин уҡытыусы булғас, һөйләрһең инде ул... Ә һөйләгәнең төптө дөрөҫ.
Уңайһыҙ хәлдән ошолайтып сығарыуына тәмәкеһенә ул шул тиклем рәхмәтле ине ошо мәлдә.
– Ә һин беләһеңме?! Аҙна аҙағында, эштән һуң, ярайһы ғына күңелле итеп “һалмытдин” булып ҡайтып төшһәм, ҡыҙымды гел “Ҡомалағым минең!” тип яратам икән. Уны үҙем дә һиҙмәйем. Аҙаҡ, айныҡҡас, иртәгәһенә ҡатын ҡолаҡ итен тотона кимерергә. Нишләйһең, “Ҡомалаҡ” булғас ней, бер ни ҡыла алмайһың шул!
Ғаиләләр менән дуҫлашып, үҙ-ара татыу йәшәргә ҡулдар бирешеп хушлаштыҡ. Дуҫымдың “Ҡомалағым!” тип яратҡанын һис оноталмам, ахыры.
Парк эсенән киләм. Эскәмйәлә – йәш ғаилә.
– Ясминка, далеко не уходим! Мы тута... – тип, йәш ҡатын яңы ғына тәпәй баҫып атлап киткән ҡыҙын ҡайғырта. Ҡулында – һыра.
Баланы таба белә лә, тейешле исемдәрен генә ҡуша белмәй шул был йәш-елкенсәк. Нимә әйтәһең инде: бихисап телдәр араһында минең изге башҡорт телем дә һыҙланып, янып, баҙрап көйөп булһа ла йәшәүен дауам итә.
Ҡар башына ҡар етә
Дауаханаға килгәнбеҙ. Табипҡа күренергә сиратҡа баҫҡанбыҙ.
Минең алдымда ғына бурһыҡ майы һөрткән төҫлө һимеҙ ҡатын ауыҙ һыуын ҡоротоп ниҙер һөйләй. Янындағы барса ҡатын-ҡыҙ уның ауыҙына ғына ҡараған.
Эргәһендәге 7 – 8 йәштәрҙәге ынйы сәскәһеләй һылыу ҡыҙының ғына ҡараштары әллә ниңә бик бойоҡ күренә. Хас та оло кешенеке кеүек.
Шул саҡ эштән иптәш ҡыҙым шылтыратты. Телефондан яуап биргәнсе, был ҡыҙыҡай минең ҡыҙым менән тәҙрә төбөндә рәхәтләнеп һөйләшеп тә торалар ине.
Яндарына барып баҫтым да ирекһеҙҙән һөйләшеүҙәренә иғтибар иттем.
– Һинең папаң нисәү?
– Берәү. Папалар берәү генә була инде ул.
– Ә минеке берәү генә түгел. Күп улар.
– Нисек инде?
– Бына шулай. Ошо тәтәй курткамды, пап Рамиль алып килде. Шапка менән салбарымды пап Сережа һатып алды. Кроссовкамды пап Курбан килтерҙе. Алтын алҡаларым (ҡыҙ бала, хас бай ҡыҙы кеүек, ҡолаҡтарының осон ғына тотоп маҡтаныуын дауам итте) пап Тенгиздың тыуған көнөмә бүләге.
Мин шым ғына ҡыҙыма ҡарайым. Аптырауы йөҙөнә сыҡты балаҡайымдың. Ошо тиклем шаңҡыта торған хәбәрҙән ул минең яныма йүгереп килеп, артыма йәшенде. Уға әле ни бары дүрт кенә йәш. Мәгәр башы үҙенә күрә йомро ғына.
Табипҡа күренеп, өйгә ҡайтып барған саҡта миңә бихисап һорауҙар яуҙыраһын аңлап торам:
– Әсәй! Ә ниңә теге ҡыҙыҡайҙың әтейҙәре күп? Әтейҙәр күп булырға тейеш түгел бит?!
“Ҡар башына ҡар етә”. Әллә ниңә ошо мәҡәл ҡапыл ғына иҫемә төштө. Уның мәғәнәһен бәләкәй балама аңлатаһым бар.
Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА.

