

Күптән түгел Салауат ҡалаһының балалар художество мәктәбендә бик үҙенсәлекле ижади студия эшләй башланы. Унда һүрәт төшөрөргә яратҡан өлкәндәр ҙә, балалар ҙа килә ала, ә картиналарҙы ҡомдан яһарға мөмкин. Бындай алым менән эшләгәндә буяуҙар ҙа, бумала ла, башҡа әйбер ҙә кәрәкмәй. Бары тик бармаҡтар ярҙамында әллә күпме матурлыҡ тыуҙырырға була.
Художество мәктәбе етәксеһе Гүзәл Ситдиҡова хәбәр итеүенсә, студияны асырға "Берҙәм Рәсәй" партияһы ойошторған йәмәғәт проекттарының федераль конкурсында "Ҡомдан фантазиялар" мәҙәни-мәғрифәти мөхите" проекты менән ҡатнашып, грант отоу булышлыҡ ҡылған. Проектҡа ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы башлығы Сергей Филатов етәкселек иткән.
Салауат ҡалаһы етәкселеге мәҙәниәт, белем биреү мөхитен бар кешеләргә лә уңайлы булырлыҡ итеүҙе эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе итеп алған. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн төрлө гранттар конкурсында ҡатнашыу ойошторола. Улар һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм йәштәр өсөн ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
"Ҡаланың балалар художество мәктәбе бына бер нисә йыл инде һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы йәмғиәткә яҡынайтыу майҙансығы булып тора. Бында улар өсөн төрлө саралар үткәрелә: конкурс-күргәҙмәләр, байрамдар, оҫталыҡ дәрестәре, тематик күргәҙмәләр, өйҙә уҡытыу һәм башҡалар, – ти Гүзәл Ситдиҡова. – Бындай балалар менән эшләүҙә йүнәлештәрҙе киңәйтеү өсөн "Ҡомдан фантазиялар" анимация студияһын асыу бик тә кәрәкле ине. Был студия ижад менән шөғөлләнергә теләгән һәр кемде үҙенә ылыҡтырып торор тип өмөтләнәбеҙ.
Һүрәт төшөрөүҙәге яңы алым балаларға, айырыуса һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләргә йәмғиәткә яраҡлашырға, ижади һәләттәрен асырға, мәҙәниәткә, сәнғәткә ылығырға ярҙам итеренә шик юҡ".
Ҡомда һүрәт төшөрөү – һынлы сәнғәттең бер төрө. Картиналар яҡтыртылған махсус быяла өҫтәлдә ҡом һәм бармаҡтар ярҙамында эшләнә.
"Был төр эш сәнғәт аша дауалауҙың бик файҙалы бер алымы булып тора, – ти Гүзәл Ринат ҡыҙы. – Шөғөл ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә тотош организм өсөн файҙалы ла. Ни өсөн тигәндә, ҡом менән булышҡанда бармаҡтар үҙенә күрә массаж ала, был ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереүгә ярҙам итә. Өҫтәүенә фантазия, уйлап сығарыу һәләте арта, фекерләү ҡеүәһе төрлөләнә".
Ҡом анимацияһының ыңғай яҡтарын бик оҙаҡ һанарға була. Уның шифалы йоғонтоһон татып ҡарарға теләгәндәр студияға килеп, үҙенең ижади ҡеүәһен арттырыу мөмкинлегенә эйә.
Фото: Г. Ситдиҡова.