Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Октябрь 2021, 13:30

Йырсы Дамир Тайыпов икенсегә атай булды

Йәш йырсы Дамир Тайыпов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҙур шатлығы менән уртаҡлашҡан.

Йырсы Дамир Тайыпов икенсегә атай булдыЙырсы Дамир Тайыпов икенсегә атай булды
Йырсы Дамир Тайыпов икенсегә атай булды

Халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле тауыш, аһәңле моң менән башҡарған йәш йырсы Дамир Тайыпов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҙур шатлығы менән уртаҡлашҡан. Уларҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары донъяға килгән.

"18.10.2021! Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең ҡыҙыбыҙ тыуҙы! Һөйөклөм, ҡәҙерле ҡатыным Нәргизә, мин һине яратам! Көн һайын үҙеңә нығыраҡ ғашиҡ булам! Баязит улыбыҙ хәҙер "ағай" булды".

Дамир Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып үҫкән. Улдары Баязит 2019 йылда донъяға килгән.

Йәш ғаиләнең шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ, сабыйҙың имен-һау үҫеүен теләйбеҙ.

Фото: Дамир Тайыповтың сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас