Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октябрь 2021, 17:50

Иртәгә һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ!

Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Ғүмәр Әбделмәнов, Ләлә Муллабаева, Рамаҙан Йәнбәков, Вәкил Йәләлетдинов, Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаҡов, Ғәли Хәмзин, Нәзифә Ҡадирова...

Иртәгә һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ!
Иртәгә һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ!

21 октябрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында көн дауамында башҡорт телендә ретро-йырҙар яңғыраясаҡ. Улар күптән инде «халыҡ йырҙары» тип ҡабул ителә.

«Был көндө беҙҙең каналда Һеҙҙе иң яратҡан башҡарыусыларбыҙ менән онотолмаҫ осрашыуҙар көтә – Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Ғүмәр Әбделмәнов, Ләлә Муллабаева, Рамаҙан Йәнбәков, Вәкил Йәләлетдинов, Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаҡов, Ғәли Хәмзин, Нәзифә Ҡадирова һәм башҡалар. Эфирҙа йәшлек, тәүге мөхәббәт, тыуып-үҫкән ауыл тураһында хәтерләүҙәргә илтер йыр-моңдар өҫтөнлөк итәсәк. Илап та, йырлап та, шатланып та, һағышланып та алырға мөмкин буласаҡ», - ти «Ашҡаҙар» радиоһының етәксеһе Гәүһәр Батталова.

Бөйөк композиторҙарыбыҙ – Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Рафиҡ Сәлмәнов, Бәхти Ғайсин, Наил Ғәлиев, Абрар Ғабрдрахманов, Роберт Ғәзизов, Рим Хәсәнов, Роза Сәхәүетдинова тарафынан яҙылған «мәңгелек йырҙар»ҙы халыҡ күптән инде үҙенеке итеп иҫәпләй. Ижадсы өсөн иң ҙур баһа, моғайын, ошолор....

Һүҙ батшалары Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Уран Кинйәбулатов, Шәриф Биҡҡол, Яҡуп Ҡолмой, Сафуан Әлибай, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлфиә Юнысованың шиғырҙары үҙҙәре үк йырлап тора. «Мәңгелек йырҙарҙы» бер тәүлек эфир ваҡытына һыйҙырыу мөмкин булмаған эш, шуның өсөн дә «Ашҡаҙарҙар» иң-иңдәрен һайларға тырышҡан.

«Быйыл сентябрь айында «Ашҡаҙар»ҙа тематик көндәр ойоштора башлағас, күптәрҙең ҡайҙан тема табып бөтөрһөгөҙ икән тип аптырағаны хәтерҙә. Декабрь аҙағына тиклем эшләрбеҙ ҙә тағы ла берәй ҡыҙыҡлы тапшырыу тәҡдим итербеҙ тип уйлағайныҡ. Ләкин беҙ уйлағанса булманы, тыңлаусыларыбыҙ үҙҙәре шылтыратып темалар тәҡдим итә башланы! Фекерҙәре лә ниндәй бит әле! Шулай итеп, «Ашҡаҙарҙа» тематик көндәр май аҙағына - радиомиҙгел ябылғанға тиклем дауам итәсәк», - тип ҡыуанысын йәшермәй Гәүһәр Батталова.

«Ашҡаҙар» тулҡындарындағы киләһе тематик көндәр шиғриәт һәм дуҫлыҡ темаһына бағышлана. Радио тура эфирҙа эшләй. Телефон: 8 (347) 246-14-81.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: