

Волга буйы федераль округының Киров өлкәһендә ойошторолған “ФормART” стрит-арт фестивале еңеүселәрен асыҡлау, сараны ябыу тантанаһы үткәрелде.
Проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Халыҡ тауыш биреүе 1 – 15 октябрҙә уҙғарылған. Барлығы 60 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Халыҡ жюриһы фекеренсә, Һамар (23 мең) һәм Һарытау (10 мең тауыш) өлкәләре эштәре иң яҡшылары тип танылған.
Бөгөн тура эфирҙа Волга буйы федераль округының 14 төбәге вәкилдәре эксперттарҙың тауыш биреү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Жюри фекеренсә, призлы урындар Мари Иле, Башҡортостан һәм Һамар өлкәһе рәссамдарына бирелде.
Шулай итеп, халыҡ һәм эксперттар фекерҙәренең дөйөм баһаһы буйынса фестиваль еңеүсеһе тип “Киләсәк” граффити-эше табылды. Уны Һамар өлкәһенән финалға сыҡҡан Дмитрий Горшков һынландырған.
Икенсе урынды Мари Иленән Илья Белов (“Бәүелсәктәрҙә” граффитиһы) һәм Һарытау өлкәһенән Владимр Куц (“Ваҡыт кешеһе”) бүлеште.
Өсөнсө урынды Башҡортостандан Ләйсән Билалованың “Киләсәк – йөрәккә” тип исемләнгән эше яуланы. Яҡташыбыҙҙы был уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.