

Бөгөн урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 5-тән киске 7-гә тиклем тура эфирҙа Волга буйының иң яҡшы урам рәссамын һайлайбыҙ.
Башҡортостандан унда “Киләсәк – йөрәктә” тигән эше менән йәш дизайнсы Ләйсән Билалова ҡатнаша. Граффити Нефтекама ҡалаһындағы торлаҡ йорттарҙың береһенә төшөрөлгән.
“ФормаАRT” урам сәнғәте фестивале Волга буйы федераль округында икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл федераль округтың барлыҡ 14 төбәгенән 160 урам рәссамы үҙ ҡалаһын үҙенсәлекле граффити менән биҙәү өсөн көс һынашты.
Республикабыҙҙан ҡатнашҡан Ләйсән Билалова өсөн онлайн-тапшырыуҙа (https://www.youtube.com/watch?v=ALWEal8JCkc) тауыш бирергә мөмкин.
Фото: рәсми сығанаҡтан.