Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Октябрь 2021, 23:30

Салауат һәйкәлен реставрациялау нисек барасаҡ?

Архитектура-реставрация бюроһы етәксеһе Наилә Майорова киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә эштең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Салауат һәйкәлен реставрациялау нисек барасаҡ?
Салауат һәйкәлен реставрациялау нисек барасаҡ?

Салауат Юлаев һәйкәлен йүнәтеүгә бәйле асыҡ һөйләшеү ойошторолғаны, скульптураның ысын хәлен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән фото, видеоһүрәттәр күрһәтелгәне, белгестәрҙең фекерҙәре хаҡында бынан алда ла яҙғайныҡ.

Һөйләшеүҙе дауам итеп, бөгөн журналистарға реставрация эштәренең ниндәйерәк булырын күҙалларға мөмкинлек биргән әңгәмә ойошторолдо. Һорауҙарға Архитектура-реставрация бюроһы рәйесе Наилә Майорова яуап бирҙе.

Уның теманы төплө белгәне, тотош республиканың йөҙөк ҡашы булған монументаль һәйкәлдең яҙмышы өсөн борсолғаны һиҙелеп тора. Белгес ҡоролманың ҡайһы өлөшөнә ниндәй зыян килгәнен, быны төҙәтеү өсөн нимә эшләү талап ителгәнен аңлатты. Ҡулында – һәйкәлдең кес кенә күсермәһе.

"Һәйкәлгә нимә булған? Шуны билдәләр кәрәк: уны бигүк юғары сифатлы булмаған суйындан ҡойғандар. Ни тиһәң дә, ул ваҡытта ил ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫып бөтмәгән. Шуға күрә иретеп йәбештереүҙә тотонолған электродтарҙың да сифаты тейешле кимәлдә булмаған. Һөҙөмтәлә әле аттың башына арыу уҡ зыян килгән. Мин, һәйкәлде йыш ҡына ялағай һуҡҡандыр, тип фаразлайым. Былтыр иһә, ҡоролманың нигеҙе төшә башлағас, хәл тағы ла насарая. Ул ете сантиметрға алғараҡ эйелә. Ошо сәбәпле алғы һул аяғына ла көс төшә. Бынан тыш, һәйкәл коррозияға ныҡ бирешкән, айырыуса эске каркасы. Иретеп йәбештергән урындағы йөйҙәр функциональ тәғәйенләнешен юғалтҡан", – тип һәйкәлдең күсермәһендә күрһәтеп бәйән итте Наилә Майорова.

Реставрация барышында каркасты тутығыуға бирешмәй торған ҡоростан эшләргә ҡарар ителгән.

Йүнәтеп бөткәс, һәйкәлдең төҫө ниндәй булыр, тигән һорау ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Н. Майорова аңлатыуынса, уға иң баштағы үҙенең зауыҡлы һоро – яңы иретелгән суйын төҫө ҡайтарыласаҡ.

Алдағы яҙмала әйтелгәнсә, реставрация барышын йәмәғәт советы күҙәтеп барасаҡ. Әле унда инәсәк вәкилдәр исемлеге төҙөлә.

Проектлау документтарын ҡарау, раҫлау дауам итә. Быға ярайһы оҙаҡ ваҡыт кәрәк. Әгәр ҙә барыһы ла ыңғай барһа, федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты булған атлы скульптураны тергеҙеү эштәре яҡынса киләһе йылдың майында башланырға тейеш.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: