

Ленсовет исемендәге мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ғәскәровсылар “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын күрһәтте. Концерт Ф. Ғәскәровтың алтын мираҫына ингән “Зарифа” бейеүе менән башланып китте.
Был кистә тамашасылар башҡорт хореографияһының сағыу палитраһын ҡарауға өлгәште. Улар араһында башҡорт бейеү сәхнәһенең классикаһы – легендар “Ете ҡыҙ” ҙа бар ине. “Ҡоралай”, “Көтөүсе йыры” боронғо легендаларҙа һүрәтләнгән образдарҙы күҙ алдына баҫтырҙы.
“Санкт-Петербургтағы Башҡортостан мәҙәниәте көндәре ғәскәровсыларҙың матур концерты менән асылыуға шатбыҙ. Артистарҙың юғары профессионаллеге, легендар бейеүҙәр берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде. Башҡорт бейеүҙәре айырыуса күңелгә яҡын, әлбиттә”, – ти Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова.
Йолаға әйләнеп киткән башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресен ансамблдең әйҙәүсе солисы Эльвира Муллағолова үткәрҙе. Бында “Аманат” студенттар бейеү коллективы менән “Наза” фольклор ансамбле саҡырылды.
“Оҫталыҡ дәресе беҙгә дәрт өҫтәне, күп кенә үҙенсәлектәр тураһында белдек, коллектив тарихын тыңланыҡ. Яңы һабаҡтарҙы бейеүҙәрҙә ҡулланырға иҫәп тотабыҙ”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар.
Ғәскәровсылар әле Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур тур ойоштороп йөрөй. Концерттар Тверҙа, Бөйөк Новгородта һәм Питерҙа үтте. Алда – Тихвин, Великие Луки, Мәскәү һәм Владимир ҡалалары.
Ансамбль гастролдәре “Беҙ – Рәсәй” милли коллективтар гастролдәре” программаһына ярашлы бара. Проектты илдең Мәҙәниәт министрлығының “Беҙ – Рәсәй” программаһының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы буйынса “Росконцерт” ойоштора.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: Мәҙәниәт министрлығы.