

Тиҙҙән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында йәш драматург Баныу Ҡаһарманованың "Шахтёр" пьесаһының премьераһы була. Спектаклде мәҙәниәт усағы режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Дамир Ғәлимов сәхнәләштерә.
"Пьеса тәү ҡарамаҡҡа ябай тойола, әммә асылда ул ҡатмарлы психологик драма - шуныһы менән дә иғтибарҙы йәлеп итте. Унда шахтер ғаиләһендәге мөнәсәбәттәр, ғөмүмән, хәүефле производствола эшләгән кешеләрҙең тормошо сағылдырыла. Тамашасыларға был һөнәрҙең ни тиклем ауыр һәм кәрәкле икәнлеген күрһәткебеҙ килә", - ти режиссер Дамир Мәжит улы.
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова таусылар ҡалаһы театры менән тәүге тапҡыр ғына хеҙмәттәшлек итмәй. Былтыр пандемия осоронда сибайҙар уның пьесаһы буйынса "Их, йәшәүҙәре рәхәт!" комедияһын тәҡдим иткәйне.
"Һәр әҫәрем йөрәк аша үтә, әммә "Шахтёр" ижадымда айырым урын алып тора. Пьеса ябай ғаилә тураһында. Мин һәр геройымды, улар ниндәй булһа ла, яратам. Тамашасылар ҙа уларҙы аңлар, үҙ итер тип уйлайым", - ти драматург.
Спектаклдең үҙенсәлекле биҙәлеше өҫтөндә Сибай театрының яңы баш рәссамы – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың театр сәнғәте өлкәһендәге "Тантана" дәүләт премияһы лауреаты Валерий Яшкулов эшләй. Ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов, артистар Зәлиә Хафизова, Салауат Вәлиев, Залина Усманова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Айбулат Ғүмәров башҡара.
Көйҙө ситтән саҡырылған композитор Илсаф Вәдүтов ижад итә.
"Шахтёр"ҙың премьераһы 27-28 октябрҙә Сибай театры сәхнәһендә уҙасаҡ.
Фото: Сибай театры сайты.