

Яҙ башы ғына булғанлыҡтан, бөтә мал ҡурала ине. Һалдаттар, шунда уҡ башмаҡтарҙың дүртәүһен һарайҙан сығарып, береһен урынында уҡ һуя һалды. Өсәүһен башҡа һалдаттарҙы туйындырыр өсөн ҡыуып алып китте.
Миңзифа менән көндәшенә өс көн буйы, ғәскәр башлығы менән ярандарын туйҙырыр өсөн, туҡтауһыҙ йүгерергә тура килде. Өс көн эсендә һарайҙа бер быуаҙ һыйыр менән бейәнән башҡа мал ҡалманы. Хатта “бәлшәүик” Вәлишәләр ҙә, власть хәҙер беҙҙеке, тип берәр башты алып ҡайтып, һуйып ашай һалды.
Шул Вәлишә, мулланың бик шәп ҡара айғыры бар, тип ғәскәр башлығының ҡолағына тишкән, күрәһең. Уныһы шунда уҡ Шәйхетдин баҡса башындағы мунсаға индереп йәшергән айғырҙы таптырырға тотондо. Мулла яратҡан малынан айырылырға теләмәй, уны аҡтар алып китте, тип тә ҡараны, ләкин тегенеһе дауайҙан башҡаны белмәне һәм, ене ҡабарып, һалдаттарға Шәйхетдинде ҡамсыларға бойорҙо. Миңзифа яланғас ирен ҡамсы менән ҡайыҙлағандарын күрмәҫ өсөн башын шәленә ураны. Шәйхетдин мулла ыңғырашһа-ыңғырашты, әммә өндәшмәне. Бына шул хужаһының ыңғырашыуын ишетепмелер, ҡара айғыр кешнәп ебәрҙе лә үҙен үҙе тотторҙо, мәхлүк.
Ғәскәр башлығының этлеге бының менән генә бөтмәне. Ул ярандарынан ауылдың иң һылыу ҡыҙы Айһылыуҙы көсләп килтертеп, ике көн үҙенең янында тотоп мәсхәрәләне. Ҡыҙ, яуыздың ҡулынан ысҡынғас, ғәрлегенән мәкегә ташланып, үҙен үҙе һәләк итеп ҡуйҙы. Ауырлы булмаһа, был йыртҡыс иренең күҙ алдында Миңзифаға ла йәбешер ине, моғайын. Тәү күргәндә үк күҙҙәрен майландырып: “Йәл, ҡорһағың бар”, – тигәйне бит. Башҡалары ла тик ятмаған, ауылдың байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙын мәсхәрәләгән булып сыҡты.
Ҡыҙылдар киткәндә ауыл оло ғәрәсәт кисергәндәй хәлдә ине.
– Беҙҙең умарталар байтаҡ булды. Баҙ тулы мискә-мискә бал ултырҙы. Бәхеткә, шул ас беттәр ҡорттарға теймәне. Шәйхетдин ошо балы менән аслыҡ йылында бөтә ауылды үлемдән һаҡлап ҡалды, – ошо һүҙҙәр менән ҡарсыҡ сираттағы төшөн йомғаҡлай.
Был көндә ул урамға ла сығып йөрөмәй. Килене килтергән ризыҡты шым ғына ашап, һикелә бәүелеп ултырған килеш кис еткерә.
Кесе йома төшө
Был таңды иртүк тороп ултырып, тәҙрәгә ҡапланған килеш ҡаршы ала ҡарсыҡ. Килене сәй-фәләнен әҙерләп бөтөп, табынға саҡырғанда ла урынынан ҡымшанмай. Мәфрүзә әбейгә, уны яурынынан тотоп ҡуҙғатып, етәкләп тигәндәй килтереп ултыртырға тура килә. Сәйҙе лә бик шым ғына эсәләр был иртәлә. Ҡарсыҡ һуңғы йотомон йотоп ҡуйғас ҡына:
– Бөгөн, килен, төштөң ауырын күрҙем. Хатта берҙе түгел, икене. Ҡайһыһынан башлайым икән? – тип һорап ҡуя.
– Мәсеттән башла, ҡәйнәм, – ти Мәфрүзә әбей.
Бынан һуң да ҡарсыҡ бер аҙ шым ултыра һәм, ауыҙ эсенән генә мығырҙап, доғалар ҡылып, һүҙен башлай.
– “Мәсеттең манараһын ауҙарып, клуб итәбеҙ” тигән хәбәрҙе ишеткәс, Шәйхетдинем эй ҡайғырҙы. Ашы аш, йоҡоһо йоҡо булманы. Һуңғы көндәрендә мәсеттән сыҡманы ла, тип әйтерлек. Көнө-төнө шунда намаҙ, Ҡөрьән уҡыны.
Манараны ауҙарған көндөң таңын да шунда ҡаршыланы. Иртүк бөтә ауылды яңғыратып, бик матур итеп аҙан әйтте. Уның тауышы иҫ киткес моңло ине. Был таңда әйткән аҙаны бигерәк тә йөрәктәрҙе тетрәткес булды. Ул мин һыҡтайым. Мине ҡосаҡлап, көндәшем илай. Ауыл ҡарттары, әбей-һәбейҙәр, ҡапҡа тышына сығып, күҙҙәрен һөртә-һөртә аҙан тауышын тыңлай. Иҫ киткес күренеш булды инде бигерәк.
Аҙанын әйтеп, күп итеп доғалар уҡып, бик бойоҡ килеш ҡайтып инде Шәйхетдинем. Әҙер сәйҙе лә эсеп тормай, өйгә инеп, тағы намаҙлығына баҫты. Комсомолдарҙың йырлашып урамдан үтеп, ҡысҡырыша-аҡырыша мәсет манараһын ауҙарғандарын күрмәҫкә, шайтан ҡотҡоһона бирелгән халыҡтың гонаһтарын Хоҙайҙан ярлыҡауын һорарға ынтылғандыр инде, бахырҡайым.
Манараның гөрһөлдәп ергә ауғанын ишеткәс, шул яҡҡа боролоп ҡараһам, ҡапыл ғына ерҙән күккә ниндәйҙер яҡтылыҡ күтәрелгәндәй булды. Көндәшем дә быны шәйләгән икән: “Күрҙеңме?” – тип минән һорай һалды. Шәйхетдингә аҙаҡ был турала әйткәс, ул: “Ауылдан имандың ҡасыуы был”, – тигәйне.
Беләһеңме, килен, бына шул иманды ҡасырыусыларҙың, мәсет манараһын ауҙарыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә һуғыштан әйләнеп ҡайтманы бит. Шунда буталанып йөрөгән активист Хәлимә менән Фазила ла һуғыш осоронда астан үлеп ҡуйҙы. Хоҙай үҙ язаһын биргән инде, күрәһең.
Ошоларҙы һөйләгәс, ҡарсыҡ бер аҙға туҡтап ҡала ла бер аҙҙан:
– Икенсе төшөм бигерәк ауыр бит әле, һөйләмәйем дә ҡуяйыммы икән? – тип килененә ҡарай.
– Һөйлә, һөйләһәң, үҙеңә еңел булып ҡалыр, – тип яуаплай Мәфрүзә әбей, сөнки уны һөйләмәйенсә барыбер тыныслана алмаҫын белә ул ҡәйнәһенең.
“Шулаймы”, – ти ҙә ҡарсыҡ аҡрын ғына һүҙ башлай:
– Мәсетте юҡҡа сығарғас, ауылға тағы ла бер ҙур бәлә киләсәге хаҡында хәбәрҙәр йөрөй башланы. Имеш, ауыл байҙарының, хәллерәк кешеләрҙең мал-мөлкәтен тартып алып, бергә ҡушалар ҙа колхоз яһайҙар икән. Быға беҙ ышанырға ла теләмәнек. Нисек инде хәләл көс менән йыйылған малыңды көпә-көндөҙ тартып алырға тейештәр?! Аҡтар-ҡыҙылдар һуғышында бер донъябыҙҙы туҙҙырғайнылар бит инде. Ас беттәрҙән тороп ҡалған бер һыйыр менән бейәнән малдарҙы ишәйткәйнек, умарталарыбыҙҙы ғына ла йөҙ башҡа еткергәйнек. Шәйхетдинемдең көндәшемдән тыуған ике улы, егет ҡорона инеп, минең дә өс улым ҡул араһына инерҙәй булып, емертеп донъя көтә башлағайныҡ саҡ…
Был ҡәһәрле көндө мәңге онотмам. Һикелә өсөнсө ҡыҙыма – Гөлбикәгә ауырып ятам. Таң атыр-атмаҫ уҡ тулғаҡ тота башлап, көндәшем кендек әбейе Миңъямалды алып килгәйне инде. Биш баламды еңел таптым, быныһы ни өсөндөр ауыр килде, тыумай ыҙаланы.
Ана ҡотолам, бына ҡотолам тип ятҡанымда, өйгә көндәшем менән Шәйхетдинем килеп керҙе. Арттарынан күн кейемле бер бәндә лә эйәргән. Көндәшем инеү менән яныма йүгереп килеп, мине ҡосаҡлап илай ҙа башланы. Үҙе: “Бәхил бул, бәхил бул”, – тип һөйләнә. Мин бер ни аңламай йөҙө ҡасҡан Шәйхетдингә ҡарайым. Ул: “Беҙҙе алып китәләр… Миңзифа, сыҙа бер үк, балаларҙы һаҡла”, – ти. Мин: “Ҡайҙа, нисек?!” – тип урынымдан ҡалҡынам да, эсем ауыртыуға сыҙай алмай, кире ауам. Шәйхетдинем менән көндәшемде теге сит бәндәнең төрткөсләп тип әйтерлек алып сығып киткәнен күҙ ситем менән генә күреп ҡалдым.
Шул мәл Гөлбикәм дә тыуҙы. Уның кендеге киҫелеү менән, урынымдан тороп, хәлһеҙ аяҡтарымды көскә һөйрәп, тышҡа атлайым. Тупһа төбөндә өйөлөшөп биш балам баҫҡан, малайҙарымдың баштары түбән эйелгән, ҡыҙҙарым йәшле күҙҙәрен һөртә. “Ҡайҙа атайығыҙ?” – тип һорауыма оло улым Ашҡаҙарға табан күрһәтә. Мин шунда табан йүгерәм. Яҙғы ташҡындан һуң һыуы саҡ ҡайтҡан йылға ярына барып етеп, оло юлдан һыртҡа күтәрелгән атлы-атлы ылауҙы ғына шәйләп ҡалдым. Текә яр башында үҙемә килеп һырылған балаларымды ҡосаҡлап, өнһөҙ генә ҡаттым да ҡалдым мин.
Кулак мөһөрө тағып, ҡатындары, балалары менән Шәйхетдинемдең ҡустылары Фәрхетдин һәм Бәҙретдинде, Мәрҙән ҡустымды, лавкасы Мостафаны ла алып киткәндәр булып сыҡты. Шәйхетдинемде көндәшемдәге балалары менән ҡыуалап, мин ауыр хәлдә булыуым арҡаһында беҙҙе ҡуҙғатмағандарҙыр инде. Бәләләренән баш-аяҡ, тигәндәр, күрәһең.
Яңы тыуған сабыйым иҫкә төшөп, ҡайтып инһәм, унда мәхшәр сыҡҡанмы ни: ярты ауыл халҡы, башлыса ярлы-ябаға, беҙҙең өйҙәрҙән әйберҙәребеҙҙе ташый. Ут күршебеҙ Хәмдиә әбей ҙә бер мендәремде алып сығып бара. Ә Шәйхетдинем, уны йәлләп, һәр саҡ ашарына бирҙереп тора ине бит. Ни әйтергә белмәйенсә, тағы ҡатып ҡалдым. Шунда ҡаршыма ауыҙы йырыҡ силсәүит Вәлишә килеп баҫты ла: “Бар мөлкәтегеҙ колхоз файҙаһына тартып алына”, – тине. Мин уны ситкә этәреп, өйгә инергә итәм. “Ҡайҙа бараһың, өйҙәрегеҙ ҙә колхоздыҡы хәҙер”, – тип теге яуыз тағы юлыма арҡыры төштө. “Беҙ ҡайҙа йәшәргә тейеш, әйт, йыртҡыс?” – тим. “Балаларың хаҡына мунсағыҙға теймәй торабыҙ. Дөмөгөп бөткәнсе йәшәгеҙ шунда”, – тип Вәлишә тағы ауыҙын йыра.
Ул да булмай кендек әбейе, сепрәккә генә төрөлгән сабыйымды сығарып, ҡулыма тотторҙо. Ә Вәлишә өй ишеген тыштан йоҙаҡҡа бикләп тә ҡуйҙы. Мин, иң өлкәненә ун өс йәше саҡ тулған алты балам менән бер ниһеҙ, шыр-яланғас тип әйтерлек урамда тороп ҡалдым.
“Төшөн” һөйләп бөтә лә:
– Бәлки, кем белә… – тип ҡарсыҡ ҡабаланып урамға сығып китә һәм таяғына таянған килеш, Ашҡаҙар ярына баҫып, һыртҡа менеп киткән оло юлға текләй. Аҙаҡ ауыҙ эсенән генә ниҙер мығырҙап, өйөнә ҡайта. Бер аҙҙан йылға ярына кире барып баҫа һәм көнөн шулай ике арала йөрөп үткәрә.
Йома төшө
Был иртәлә Мәфрүзә әбей өйгә килеп ингән мәлдә ҡарсыҡ, ҡулына шына тотоп, бүрәнә ярыҡтарындағы инде саҡ-саҡ күренеп торған мүктәрҙе тығып йөрөгән була. Үҙе ауыҙ эсенән ниҙер көйләп алғылай. Кәйефе лә күтәренке, хәрәкәттәре лә етеҙерәк була уның был көн.
– Эш күп, ә һин йоҡо һимертәһең, – тип ҡаршылай ул киленен.
– Ғәфү ит, ҡәйнәм, кисә һуңыраҡ ятҡайным, – тип яуаплай Мәфрүзә әбей һәм өҫтәп ҡуя. – Бик матур төш күргәнһең шикелле. Һөйләй-һөйләй эшлә.
– Төшөм иҫ киткес матур. Тыңла, әләйһә, – ти ҙә ҡортҡа һөйләй ҙә башлай. – Бөгөн уландарым, ҡыҙҙарым менән күмәкләшеп ошо өйҙө күтәргәнебеҙҙе күрҙем. Вәлишә, беҙҙе өйҙән ҡыуып сығарып, унда үҙе күсенгәс, мунсала йәшәй башлағайныҡ бит. Ул яуыз бер нәмәбеҙҙе лә алырға рөхсәт итмәне. Балалар иҙәнгә түшәлгән септәлә йоҡлап йөрөнө. Ыҙаланып булһа ла аяҡ менән балсыҡ баҫып, самандан төкәтмә эшләп ҡуйҙыҡ мунсаға. Түбәһен дә лапаҫ һымаҡ эшләнек. Көндәшемдең оло ҡыҙы Тайышта кейәүҙә ине. Беҙҙең хәлде ишеткәс, бер кәзә килтереп киттеләр. Һөтлө ине, мәхлүк, ярҙамы ҙур булды. Үҙе йыл да өс бәрәс килтерҙе.
Атайҙарын алып киткән йылда уҡ малайҙарым анау Михәльский урыҫтарына көтөү көтөргә ялланды. Үҙем, ҡыҙҙарымды алып, шуларға тиҙәк һуғырға, бәрәңге утарға, ҡаҙырға йөрөнөм. Мейестәрен дә сығарҙым, тун да тектем. Эшләгәнебеҙ өсөн он, бәрәңге бирә торғайнылар. Шәйхетдинемдең знакумдары иҫкерәк кейемдәренән дә өлөш сығарғыланы. Шулай ыҙаланып булһа ла балаларым аҡрынлап аяҡҡа баҫты. Үҙҙәре эшкә әрһеҙ ҙә, ҡулдары ла оҫта булды. Билдәре нығынғас, малайҙарым таш сығарып, уны ташып, урыҫтарға һарайҙар, келәттәр һалды. Бер йылда колхоздарына таштан мал һарайы төҙөгәйнеләр, эш хаҡына тана, байтаҡ ҡына иген бирҙеләр. Үҙебеҙҙе, кулак балалары тип, колхозға яҡын да ебәрмәнеләр бит инде. Һыйырлы булғас, үҙебеҙгә лә һарай һымаҡ нәмә әтмәләп ҡуйҙыҡ.
Ә бер йылда Михәльский колхозы, улдарымды яллап, ағас ҡырҡырға ебәрҙе. Шунда балаҡайҙарым үҙебеҙгә лә бер өйлөк ағас әҙерләгән. Вәлишә беҙҙең йортҡа күсенеп оҙаҡ йәшәй алманы. Йәшен утынан өй ҡапыл янып китеп, ҡоро нигеҙе генә тороп ҡалды. Бала тапмаған ҡатыны менән яуыз шунда тонсоғоп үлде. Кеше ҡарғышы барыбер ебәрмәй бит ул.
Бына шул атайҙары ҡорған нигеҙгә өй һалырға булды уландарым. Ағасын ташып, үҙҙәре бураны. Ә мин ҡыҙҙарым менән Әпкәләй һаҙынан мүк йолҡоп әҙерләнек.
Йырлаша-көлөшә бик күңелле итеп күтәрҙек өйҙө. Түбәһен һаламдан ябып торҙоҡ. “Әҙерәк хәлләнгәс, барыбер ҡалайҙан ябабыҙ”, – тигәйне улдарым. Ылыҫ еҫе аңҡытып торған ҡарағас бүрәнәнән төҙөлгән өйгә күсенеү ҙур байрам булды. Балаҡайҙарымдың шатлыҡтан балҡыған йөҙҙәре әле һаман күҙ алдымда тора. Ҡыуанысымдан рәхәтләнеп иланым мин ул көн.
Мөҙәрис БАГАЕВ.