

Көҙ - муллыҡ һәм байлыҡ айы, тип юҡҡа әйтелмәйҙер, моғайын. Әле генә баҡсаларҙа мул уңыш алып ҡыуанһаҡ, хәҙер күп ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй.
Күптән түгел Бөрйән районының Исламбай ауылында йәшәгән Әлиә һәм Ирек Арыҫлановтар ғаиләһендә бик матур өмә үткән. Был хаҡта Исламбай ауыл китапханаһы үҙенең төркөмөндә хәбәр итә.
"Исламбай ауылында Ирек һәм Әлиә Арыҫлановтар ғаиләһендә "Милләт ҡото - йолаларҙа" тип исемләнгән ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте. Туған-тыумаса, күршеләр менән бергәләп, күңелле йырҙар йырлап, һынамыштар, юрауҙар әйтеп, теләктәр теләп, ҡаҙҙарҙы йолҡоп, таҙалап, йылға буйына барып йыуып, сайҡатып, майлы һурпа бешереп, сәй эсеп – урыны-шартына килтереп матур иттереп үткәрҙек байрамды.
Киләһе йылда уңығыҙ,
Ап-аҡ булып йөҙөгөҙ!
Йылға буйлап күмәкләшеп,
Һирпелешеп йөрөгөҙ!
Өйөң ҡаҙлы булһын!
Мамыҡ яҫтығы булһын!
Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе
Өй эстәренә тулһын! -
тигән теләктәр теләнде, рәхмәттәр әйтелде. Йәш ғаиләгә һаулыҡ, ғаилә именлеге, киләһе йылдарҙа ла ҡош-ҡортоноң күп булыуын, ишелеп уңыуын теләйбеҙ!" - тиелә унда.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа өйрәк-ҡаҙҙарығыҙ һимерҙеме, уларҙы таҙалап-йолҡа башламанығыҙмы әле? Әллә һеҙҙә лә ҡаҙ өмәләре гөрләйме? Әйҙәгеҙ, фотоһүрәттәрегеҙ менән бүлешегеҙ әле.
Фото: "Исламбай ауыл китапханаһы" төркөмөнән.