Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Октябрь 2021, 14:30

Бөйөк әҙипте хәтергә алып

Күрше республикала ла Мостай Кәримде иҫкә алдылар.

Бөйөк әҙипте хәтергә алып
Бөйөк әҙипте хәтергә алып

Ҡазан ҡалаһының Мостай Кәрим скверында, шағир һәйкәле янында мәшһүр милләттәшебеҙҙең тыуыуына 102 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль флешмоб үткәрелгән. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ төркөмөндә хәбәр итә. 

Флешмобты урындағы башҡорттарҙың милли-әҙәби автономияһы (башҡорт ҡоролтайы) ойошторған. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Мостай Кәрим исемендәге фондтан иҫтәлекле бүләктәр һәм шағирҙың китаптары тапшырылған.

"Залесный" мәҙәни үҙәгенең "Аҡ Тирәк" башҡорт йыр театры "Йолалар" тип аталған композиция күрһәткән, ә күп милләтле йәкшәмбе мәктәбенең башҡорт бүлексәһе уҡыусылары һәм "Киләсәк" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре башҡорт һәм рус телдәрендә Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡыған. Сарала ҡатнашыусылар моңло йырҙар тыңлап, дәртле көйгә бейеп, рәхәтләнеп туған телдә лә аралашҡан.

Мәғлүмәт, фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Бөйөк әҙипте хәтергә алып
Бөйөк әҙипте хәтергә алып
Бөйөк әҙипте хәтергә алып
Бөйөк әҙипте хәтергә алып
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: