

Һандуғастай моңло тауышлы, тирә-яҡтағыларҙа һоҡланыу тойғоһо уятҡан мөләйем ханым күркәм юбилейын билдәләй. Ул донъяға киң ҡарашлы, тормош һөйөүсән, иҫ китмәле эшһөйәр, бөхтә, изге күңелле, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңә белә, яңылыҡҡа ынтыла һәм булғанына шөкөр итеп ғүмер кисерә.
Һүҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 40 йылдан ашыу ғүмерен музыкаға арнаған Флүрә Кинйәбулат ҡыҙы Ефремова-Арыҫланғолова тураһында.
Эшһөйәрлеккә күнеккән
Флүрә Булат ҡыҙының (таныштары шулай тип йөрөтә) күркәм сифаттары бихисап, әммә улар араһында иң мөһиме – уның тирә-яҡтағыларҙы ғәжәпләндерә белеүе. 2006 йылда 55 йәшлек юбилейы алдынан ул водитель таныҡлығы алғайны. Уҡыған төркөмөндә иң олоһо була һәм, староста булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙы татыу коллектив итеп туплай ала, улар бер ғаилә кеүек йәшәй (әйткәндәй, уларҙың күбеһе менән ул әле лә бәйләнеш тота). Бөгөн машина йөрөткән ҡатын-ҡыҙ бер кемде лә ғәжәпләндермәй, әммә ул саҡта районда уның йәшендә һәр кем дә рулгә ултырырға батырсылыҡ итмәй.
Һуңынан Ефремовтарҙың өйөндә лә булырға тура килде. Өйҙәге генә түгел, ҡош-ҡорт аҫраған хужаларҙың ихаталағы, баҡсалағы, ҡаралты-ҡуралағы тәртип тә хайран ҡалдырҙы. Йорт биләмәһе гөл-сәскәгә күмелгән, баҡсала ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә, ағас-ҡыуаҡтар юҡ! Һәм, ышанаһығыҙмы, бер ерҙә лә сүп үләнен күрмәҫһең. Был тиклем бөхтәлекте, тәртипте тотор өсөн күпме эшләргә кәрәк? Сәғәт нисәлә тора ла йоҡларға ята? Ә бит Флүрә Булат ҡыҙы Балалар ижад йортонда ла эшләй, һәр ваҡыт төрлө район сараларында һәм конкурстарында сығыш яһай, йырҙар ижад итә, хатта республика конкурстарында ҡатнашып, еңеүсе дипломдарына һәм грамоталарға лайыҡ була.
Һәм бына, 15 йыл үткәс, мин тағы уларҙа ҡунаҡта. Тирә-яҡта шул уҡ тәртип.
Эшһөйәрлеккә ул бала саҡтан күнеккән. Флүрә Булат ҡыҙы Иҫке Ҡалҡаш ауылында Бибийыһан Сәғиҙулла ҡыҙы менән Кинйәбулат Мәмбәтҡол улы Арыҫланғоловтарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Уның атаһы оҫта тимерсе була һәм ғүмерен ошо ауыр эшкә бағышлай. Нисек кенә үтенеп һораһа ла, уны фронтҡа алмайҙар. Бронь биреп: “Һинең фронтың ошонда, тыуған ереңдә”, – тиҙәр. Флүрәнең әсәһе лә күп йылдар колхозда эшләй. Атай-әсәй егәрле, халыҡ йыр-бейеүҙәренә ғашиҡ кешеләр. Балаларында ла үҙҙәре үрнәгендә хеҙмәткә, йыр-бейеүгә, музыкаға һәм сәнғәткә һөйөү уяталар.
Флүрә үҙен белгәндән бирле йырларға ярата. Ә беренсе кластан башлап талантлы ҡыҙҙың сығыштарынан тыш мәктәптә бер кисә лә үтмәй. Мәктәпте тамамлағас ул музыка училищеһына уҡырға инергә хыяллана. Һигеҙенсе кластан һуң документтарын тапшырып, бер йыл уҡый. Әммә туғандары, уға уҡытыусы кеүегерәк төплө һөнәр кәрәк, тип иҫәпләй. Флүрә, уларҙың кәңәшен тотоп, Салауат педагогия училищеһын, һуңынан педагогия институтын тамамлай. Ҡулына диплом алып, өс йыл тыуған ауылында, һуңынан бер йыл Ҡуғанаҡбаш ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уның артабанғы тормошо Стәрлебаш ауылы менән бәйле була. Ул унда оҙаҡ йылдар 2-се Стәрлебаш балалар баҡсаһында һәм Балалар ижад йортонда музыка уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә. Эйе-эйе, музыканан уҡыта ул. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит. Ә музыканан дәрестәр бирергә уға ул ваҡыттағы район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Хәйҙәр Сәйфулла улы Сәғиҙуллин тәҡдим итә. Флүрәнең кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белеүен, аралашыусанлығын, талантын һәм, иң мөһиме, музыкаға һәм балаларға һөйөүен күрә ул.
Моңға һөйөү ҡайҙан килә?
Эш шунда: Флүрә бала сағынан уҡ үҙаллы гармунда уйнарға өйрәнә, ә педагогия училищеһында төп фәндәр менән бер рәттән, буласаҡ уҡытыусыларҙың музыкаль яҡтан әҙерлекле булыуына, нота грамотаһына айырыуса иғтибар бүленә.
– Беҙҙе музыканан йыр-моңға мөкиббән уҡытыусы белем бирҙе, – тип һөйләй Флүрә Булат ҡыҙы. – Минең йырлауымды тыңлағас, ул өҫтәмә дәрестәр тәҡдим итте. Ҙур теләк менән шөғөлләндем – әйтерһең дә, был минең булмышым. Һөҙөмтәлә училищела, ҡалала байрамдарға арналған йәки төрлө конкурстар минең ҡатнашлығымдан тыш үтмәне. Уҡыу йорто етәкселегенең башланғысы менән иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булдым.
Йылдар артынан йылдар үтә. Ҡасандыр талантлы ҡыҙ хыялын тормошҡа ашырып, ғүмер буйы яратҡан һөнәре буйынса эшләй, шағирҙарҙың шиғырҙарына көй яҙып ҡына ҡалмай (улар киң популярлыҡ яулай һәм меңдәрсә кешенең яратҡан йырҙарына әйләнә), музыкаға һөйөүен йөҙҙәрсә малай һәм ҡыҙға тапшыра. Улар ҙа, уҡытыусылары кеүек, музыкаға һөйөүҙе ғүмер буйы һаҡлай.
Бөгөн Флүрә Булат ҡыҙының ижадында шағирҙар Радик Хәкимйән, Зөлфиә Ғиззетдинова, Асия Басирова, Фәүзиә Рәхимғолова, Фәүҡәт Ҡотлошин һәм башҡаларҙың шиғырҙарына йөҙҙәрсә йыр яҙылған. Радио һәм телевидение фонотекаларында уның утыҙҙан ашыу башҡортса йыры бар, бер нисә йырҙар йыйынтығы донъя күргән. Улар – уның ижади эшмәкәрлегенә үҙенсәлекле отчет. Төрлө республика конкурстарында – Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Венер Килмөхәмәтов исемендәге башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурстарында, “Уйна, гармун”, “Күңелем моңдары” үҙешмәкәр композиторҙар, Николай Голов исемендәге вокал һәм үҙешмәкәр композиторҙар, “Яңғыҙ йыр башҡарыу” бәйгеләрендә һәм башҡа бик күп сараларҙа бихисап еңеү яулай.
Бер нисә тапҡыр ул Мәскәү тамашасыларын да хайран ҡалдыра. Баш ҡала сәхнәһендә Нәзифә Ҡадирова, Флүрә Килдейәрова, Илһам Шакиров һәм Зөһрә Сәхәбиева кеүек билдәле йырсылар менән сығыш яһай һәм ҙур уңышҡа өлгәшә. Яратҡан йырҙарының береһе “Көйөлдө”нө башҡарғас, тамаша залында бер нисә минутлыҡ тынлыҡ урынлаша, Флүрә Булат ҡыҙы хатта ҡурҡып китә. Бер нисә секундҡа уның башынан “тамашасы мине ҡабул итмәне” тигән уй үтә. Ә һуңынан зал көслө алҡышҡа күмелә. Ошо көндә бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре хатта машинаға һыймай.
Ә һуңынан бәләкәй улы Редик менән Мәскәү сәхнәһендә тағы бер тапҡыр сығыш яһай. Улы ла әсәһе кеүек йырға ғашиҡ була. Бөгөн ул – бик күп билдәле йырсылар менән эшләгән талантлы продюсер, хәҙер ул йәш таланттарға сәхнәгә сығырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, Ефремовтарҙың оло улы Эрик та Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Флүрә апайҙың тормош иптәше Иван Тихонович та Мәскәүҙә. Флүрә Булат ҡыҙы тормош иптәшенә бик йылы ҡарашта. Ғаилә тормошонан уңған улар. Бер-береһен ҡәҙерләп, хөрмәт итеп йәшәйҙәр.
Теләге бойомға ашыр
Күптән түгел Флүрә Булат ҡыҙы мине тағы ла ғәжәпләндерҙе. Осрашыу мәлендә Мәскәүгә китергә йыйыныуы тураһында әйтте. Ғаиләһен һағынғандыр, күрергә баралыр, тип уйланым мин. Улай түгел икән!
– Мин “Голос” музыка шоу-проектына барғайным. “60+” номинацияһында сығыш яһаным, – был һүҙҙәр мине шаҡ ҡатырҙы. – Редиктың дуҫтары, йырҙарымдың яҙмаһын ишетеп, уларҙы ошо шоуға ебәрергә тәҡдим итте. Уларҙы тыңлап ҡарағас, жюри мине беренсе турға саҡырҙы.
– Ҡатнашыусылар күп булдымы? – тип ҡыҙыҡһындым.
– 350-нән ашыу, шул иҫәптән Башҡортостандан – өсәү. Рәсәйҙә әүҙем ветерандар бик күп икән, – тип көлә ул.
Икенсе турға үтеүселәр араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа була.
“Ниндәй һоҡланғыс ханым был”, – тип уйлап ҡуйҙым мин, күптән түгел генә Флүрә Булат ҡыҙының район Мәҙәниәт йорто ҡарамағында ул ойошторған һәм 30-ҙан ашыу ветеранды берләштергән “Моң шишмәһе” фольклор ансамбленә бөтә күңелен һалып эшләүен хәтергә төшөрөп. Уларҙың дәртле йыр-бейеүҙәре район сараларының биҙәге булды. Ошо ансамблде илһамландырыусы, сценарий төҙөүсеһе, режиссеры, йырҙар авторы Флүрә Булат ҡыҙы ине.
Уға бөгөн 70 йәш, быға ышанырлыҡ та түгел. Ул мөләйем йөҙлө, күҙҙәренән осҡон сәсеп тора, бер ваҡытта ла зарланмай, һәр ваҡыт хәрәкәттә һәм хеҙмәттә. Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, аҡыллы кәңәштәр биреп, ҡайһы саҡта шаяртып алырға ла ярата. Һөйөклө әсәй, тормош иптәше, өләсәй, ышаныслы әхирәт, күрше, ҡунаҡсыл, оҫта ҡуллы хужабикә һәм һоҡланғыс ҡатын. Бына шундай ул Флүрә Булат ҡыҙы! Кәрәк саҡта рулгә ултырып, эштәре буйынса ла бара. Ә күңеле тулып киткәндә йәки шатланғанда геройым, яратҡан баянын ҡулына алып, күңел ҡылдарын тирбәтә, тирә-яғын илаһи йыр-моңға күмә!
“Моң шишмәһе” ансамбле ҡыҙҙары (ул, ветерандарҙы яратып, шулай тип йөрөтә) менән ижад кисәһе ойоштороп, ансамбль сығышын һәм уның талантын яратҡандарҙы һөйөндөрөү тураһында хыяллана, сөнки улар күп йылдар ансамблдең сығышын алҡыштарға күмеп илһам биреүселәр һәм күңел йылыһын өләшеүселәр бит. Уны яҡшы белгәнгә, был теләген дә бойомға ашырырына ышанам. Флүрә Булат ҡыҙы һәр саҡ маҡсатына өлгәшә.
- Рәйсә МУСИНА.