

Фирҙәүес Юнысованың “Хәҙерге башҡорт очеркының жанр үҙенсәлектәре (1980 – 1990)” тигән китабын уҡып сыҡҡас та, башҡорт әҙәбиәте фәнендә публицистика жанрының 30 – 40-сы, айырыуса 70– 90-сы йылдар арауығындағы һәм дә яңы быуаттың 10 – 15 йылын эсенә алған тарихи үҫеш эволюцияһын асыҡ күҙ алдына килтерәһең.
Заман көндәлеге
Автор ғилми йыйынтыҡты йөкмәткеле инеш һүҙ менән асып ебәрә. Тарихи күҙлектән аталған “Очерктың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш юлдары” (1-се бүлек), “Очерктың художестволы тәбиғәте” (2-се бүлек), “Очерк жанрында – тарихи шәхестәр (3-сө бүлек) һәм “Һығымта”. “Ҡулланылған әҙәбиәт” бүлектәренән тупланған хеҙмәттә публицистика жанрында өлгәшелгән уңыштар, проблемалар хаҡында ихлас фекерҙәре менән уртаҡлаша.
“...Очерк, художестволы-публицистик жанр булараҡ, әҙәбиәтебеҙҙең байтаҡ жанрҙары кеүек үк, күптән йәшәп килә. Был жанрҙың тамырҙары быуаттар төпкөлөндә ята. Уның өлгөләрен боронғо төрки тарихи яҙмаларҙа, суфыйсылыҡ әҙәбиәте әҫәрҙәрендә осратырға мөмкин...” тип әйтелә баш һүҙҙә. Ваҡытында күренекле әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов үҙенең “Әҙәбиәт теорияһы” хеҙмәтендә: “...Документаллеккә нигеҙләнеүе менән очерк художестволы әҙәбиәттең ижтимағи фәндәргә иң яҡын торған жанры иҫәпләнә. Тормоштоң аныҡ бер күренешен өйрәнеү үҙенсәлеге уны фәнгә яҡынайтһа, был күренеште художестволы формала биреү менән ул – әҙәбиәт”, – тигән төшөнсәһен Фирҙәүес Юнысова үҙенең фекерҙәре башында уңышлы тотоп алған. Артабан ғалимә тарихилыҡ принцибында очерк жанрының әҙәбиәт ғилемендә өйрәнелеү баҫҡыстарын күҙаллай. Әҙәбиәттең художестволы жанры юҫығында уның формалашыуы, үҫеш этаптары, жанр-стиль мәсьәләләренең тикшерелеүе Али Карнай, Әкрәм Вәли мәҡәләләре, һуңғы йылдарҙа (50 – 60-сы) Әнүр Вахитовтың хеҙмәттәренән өлгөләр килтерә, 1935 йылда уҡ Али Карнайҙың “Очерк тураһында” сығышында был жанрҙың иғтибарға лайыҡ үҙенсәлектәрен ғилми әйләнешкә индереп тигәндәй, “матур әҙәбиәттең үгәй балаһы” тигән кире ҡараштарға яуап итеп, был жанрҙың нәфис әҙәбиәттең башҡалары – хикәйә, повесть кеүектәре менән бер юлдан барыуын нарыҡлап та ҡуя.
Фирҙәүес Юнысованың 60-70-се йылдарҙан алып тигәндәй әҙәбиәт ғилемендә очерк жанрының айырым ҡаҙаныштарын өйрәнеүҙә Ә. Вахитовтың “Офоҡтар киңәйгәндә” исемле хеҙмәтен беренсе планға ҡуйыуы – дөрөҫ һәм уңышлы йүнәлеш. Ә. Вахитовтың әҙип һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ төплө фекере килтерелә: “...Очерк – ысын мәғәнәһендә заман яҙмаһы, заман көндәлеге ул. Шул уҡ ваҡытта был жанр, бер яҡтан, тормош героик юғарылығынан алып көнкүреш ерлегенә тиклем үтеп инә торған әүҙемлеге менән айырылып торһа, икенсе яҡтан, ул йәмғиәт үҫешенең бөтә өлкәләрендәге ҡаршылыҡтарҙы сисеүҙә ҡатнашыусы үткер ижтимағи йөкмәтке менән дә иғтибарға лайыҡ...” Бынан да артыҡ әйтеүсе булмаҫ тигән фекерҙә ҡалыу зарур. Ф. Юнысова ғилми хеҙмәтендәге очерк жанрына ҡарата ҡарашын бында ла үҙенең тикшеренеү йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле алып барыуы менән ота. Ғалимә үҙе өсөн генә баһа алмай, ғилми китабының йөкмәткеһенә тәрән мәғәнә өҫтәй, артабанғы фекерҙәренә ылыҡтырыу көсөн арттыра. Афарин!
Авторҙың тотош китаптың айырым бүлектәрен асыуға, тағы ла ғилми юлламалар менән байытыу маҡсатында очерк жанрының үҫеш баҫҡыстарын күтәргән Әкрәм Вәли, Әнүр Вахитов, Фәнил Күзбәков, урыҫ әҙәбиәте ғилемендәге тиҫтәләгән әҙип, ғалимдарҙың хеҙмәттәрендәге очерк жанрының заман менән берлеген, ҡушарлап атлауын, тәбиғәтен, уның тормошсан асылын, әхлаҡи-этик проблемалар артылышында әүҙем позицияһын асыҡлауын миҫалдарҙа күрһәтеүе отошло.
Жанрҙың үҫеш үҙенсәлектәре
Китаптың беренсе бүлеге “Художестволы-публицистик жанр системаһында очерк жанрының формалашыуы” тип атала. Автор Ғ. Хөсәйеновтың “Очерк – ул тормош материалын бик тиҙ арала һәм документаль дөрөҫлөк менән сағылдырған оператив әҙәби-публицистик жанр... Алған материалын дөйөмләштереп, сәнғәтсә һүрәтләүе менән матур әҙәбиәткә яҡын. Шуға ла ул публицистик алымдарҙы ла, әҙәби тасуирлау сараларын да берҙәй үҙ итә...” тигәнен күҙаллап, был жанрҙың шәхсән атамаһына экскурсив яҡтан ғилми аныҡлыҡ бирә. Бында очерк атамаһына рус телендә, Европа халҡы телдәрендә ижад ителгән әҙәбиәттәге төшөнсәләренә төплө билдәләмә бирелә.
Ғалимә очерк жанрының тарихи үҫешенә байҡау яһай. Унда XVIII быуаттың тәүге рус очерксыһы Александр Радищевтың юлъяҙмаларының тәьҫир көсөн күрәбеҙ. Афанасий Никитиндың “Хождение за три моря” һәм башҡа әҫәрҙәрҙә хис-тойғоға бай жанр мотивтары менән танышабыҙ.
Китапта автор ғөрөф-ғәҙәттәр йүнәлешендә ижад ителгән очерк-юлъяҙмаларҙың, фельетонға яҡын билдәләренең Ф. Булгарин, А. Грибоедов ижадында ла барлығын сағылдыра, шулай уҡ Н. Некрасовтың “Физиология Петербурга” йыйынтығындағы “физиологик” очерк үҙенсәлектәрен күрһәтә.
Ф. Юнысова йыйынтығында ғилми фекерләүҙең күсәгилешлеге уңышлы хәл ителә. Ғалимә тарихи ысынбарлыҡ үҫешендә рус әҙәбиәте ғилемендәге очерк жанрының үҫеш аҙымдарын барлап, башҡорт әҙәбиәтендә ошо жанрҙың үҫеш эволюцияһын өйрәнә. Быға “Башҡорт очеркының үҫеш юлдары” дәлил.
Мин ғалимәнең хеҙмәтенә тулы байҡау яһау маҡсатын ҡуймайым. Ниәтем – әҙәбиәт үҫешендә был жанрҙың тотороҡло күтәрелешен, унда һынланған героик һәм арҙаҡлы шәхестәребеҙгә иғтибарҙың бермә-бер артыуын, авторҙың дөрөҫ ғилми юлда тороуын аҙмы-күпме билдәләү.
“Башҡорт тәүарих яҙмалары – шәжәрәләре һәм Көнсығыш тәүарих яҙмалары традицияһы нигеҙендә тыуып, баҙыҡланып киткән тарихи-әҙәби яҙма ҡомартҡыһы”, – ти автор. Шунда уҡ күренекле ғалим, уҡымышлы әҙип Рәшитдин Фазлыллах бин Әбүлхәйер Һәмәдәниҙең 1310-1311 йылдарҙа яҙылған “Жәмиғәт-тәүарих” (“Тарихтар йыйынтығы”) китабын һ.б. боронғо быуат ғалимдарының хеҙмәтен миҫалға ала һәм Тажетдин Ялсығол, Ғәли Соҡорой әҫәрҙәренән очерк жанрының тарихи-милли ҡаҙаныштарын асыҡлай.
“...Шулай итеп, – ти автор, – боронғо яҙмаларҙың иң яҡшы өлгөләренән очерк жанры үҫешеп, ХХ быуатҡа иһә үҙаллы жанр булып әҙәбиәт ғилеменә инә”.
Йыйынтыҡта Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы дәүерендә очерк жанрында танылыу алған Ш. Хоҙайбирҙин, А. Таһировтың яҙмаларында яңы кеше образы, Д. Юлтый, И. Насыри әҫәрендә хеҙмәт һәм шәхес үҫеше, Ғ. Сәләм, Ғ. Әмири, С. Ҡудаш очерктарындағы тормошта һәм хеҙмәттә гражданлыҡ мотивтары көсәйеүе дәлилләнә.
Лайыҡлы урын алыр
Ф. Юнысова һуғыш йылдарында бигерәк тә очерк жанрының алғы планға сығыуын, матбуғатта оператив жанрҙың үҫешен, был ауыр йылдарҙа патриотик рухтың мөһимлеген дөрөҫ билдәләй. Автор миҫалға Жәлил Кейекбаевтың тематик йәһәттән күңел яуларлыҡ “Зөбәй Үтәғолов”, Кирәй Мәргәндең “Егеттәр”, Хәниф Кәримдең “Сергей Михайлюк”, Сәйфи Ҡудаштың “Дон далаларында”, Сәғит Агиштың “Фронтҡа” әҫәрҙәрен ала. Патриотик рухта яҙылған очерктарҙа тылдағы хеҙмәтсәндәрҙең, героик һуғышсыларҙың исеменә лә иғтибарын йүнәлтә ғалимә.
Фирҙәүес Юнысова 50-60-сы йылдарҙағы үҙ заманына яуап бирерлек идея-тематик, художестволы-эстетик әһәмиәтле әҫәрҙәргә анализ биреп, Ноғман Мусин, Шакир Янбаев, Әнүәр Бикчәнтәев әҫәрҙәрен, юлъяҙмаларын анализлай.
70-80-се йылдарҙа үткер ҡәләмле, тура ярып әйтеү һәләтенә эйә булған һәм бай тәжрибә туплаған әҙиптәрҙән Тайфур Сәғитов, Әхнәф Харисов, Аҫылғужа Баһуманов, Рәүеф Насиров, Ҡәҙим Аралбаев, Ризуан Хажиев, Марсель Ҡотлоғәлләмов һәм башҡаларҙың очерктарының төрлөлөгө, тел байлығы төплө фекерҙәр уята. Ғалимә был йүнәлештә күп эш башҡарған: тиҫтәләрсә әҙәбиәт уҡыған, әҙәбиәт ғилеме буйынса иҫәпһеҙ әҙәби ҡомартҡыны өйрәнгән, тикшергән. Был – авторҙың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, үҙенең эшенә ҡарата үтә лә яуаплы ҡарауы, тип һығымта яһарға кәрәктер.
Ф. Юнысованың монографик хеҙмәтендәге артабанғы бүлектәрҙә очерктың төрҙәре, төп һыҙаттары, композиция төрҙәре бәйән ителә. Был жанрҙа яҙыусы-ғалимдарҙың ижадында халҡыбыҙ шәхестәре Салауат Юлаев, Муса Мортазин һәм башҡа образдар урын ала.
Шулай уҡ ғалимә очерктарҙа халыҡ ижады өлгөләренең сағылышын бик уңышлы тотоп алған. Һәм автор “...фольклорҙың әҙәбиәтебеҙҙә генә түгел, публицистикала ла ҙур урын алыуы – оло тарихи-эстетик күренеш. Артабан, очерк жанрында башҡорт халыҡ ижады үрнәктәренең уңышлы ҡулланылыуы уның идея-тематик һәм композиция төрлөлөгөнә килтерә, бәҫен күтәрә, әһәмиәтен арттыра. Ғөмүмән, әҙәби ижадта фольклор традицияларын файҙаланыу – ул халыҡсанлыҡ, милли колорит, характерҙы тулы һәм асыҡ итеп һүрәтләү күренештәренә туранан-тура барып тоташа”, – тип билдәләй.
Ф. Юнысова ғилми хеҙмәтендә 150-нән ашыу яҙыусы-әҙиптең хеҙмәттәрен энәһенән-ебенә тиклем өйрәнгән, халыҡ ижади ынйыларын, иң боронғо әҙәби һәм ғилми ҡомартҡыларын барлап, үҙенең төплө фекерҙәрен тәрән йөкмәткеле анализдары, һығымталары менән нығытып ҡуйған. Ғалимәнең үҙенә генә хас ижади стиле бар.
Ул – “Хәҙерге башҡорт очеркының жанр үҙенсәлектәре” (2014) китабынан тыш, тағы ла “Современный башкирский очерк: документально-художественные особенности” (2017) монографияһы (рус телендә), 200-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә, рецензиялар, методик әсбаптар, коллектив хеҙмәттәр авторы ла.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, Учалы районының Аҡҡужа ауылы ҡыҙы Фирҙәүес Барый ҡыҙы Юнысованың (Юлмөхәмәтованың) бай йөкмәткеле һәм тәрән фекерле хеҙмәте яңы быуат башҡорт әҙәбиәте ғилеме үҫешендә лайыҡлы урын алыр, тип ышанабыҙ.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.