Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Октябрь 2021, 11:29

“Ҡолағымда сыңлай халҡым моңо”

Композитор Айрат Ҡобағошов оло эштәр башҡарҙы.

Фотолар авторҙың шәхси архивынан.Фотолар авторҙың шәхси архивынан.
Фото:Фотолар авторҙың шәхси архивынан.

Көҙ. Тыуған яғымдың хәтфә үләндәре, ҡылғандары һарғылт-көрән төҫкә кереп, күшеккән бесәй йөнө кеүек ҡабарып, үркәс тауҙарға, ышыҡ битләүҙәргә һыйынған. Көйөргәҙе буйы ҡамыштары ла берсә баштарын эйеп, берсә ҡалҡытып, хушлашҡан кеүек, елгә тулҡынлана. Айрат ағайҙың яҙған көйҙәре кеүек, көҙҙөң шул тиклем моңһоу бер көнө. Ирекһеҙҙән студент йылдарында уның уйнаған көйҙәрен, йырҙарын тыңлап ултыра торғас, талантлы шағир Вил Ғүмәровтың, күҙҙәренә йәш тығылдырып “Айрат, һинән дә моңлораҡ, һинән дә моңһоуыраҡ кеше юҡтыр ул донъяла!” тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Ысынлап та, һәр йырында, көйөндә әйтеп бирә алмаҫлыҡ моңһоулыҡ, ҡабатланмаҫ моң бар бит. Хатта дәртле йырҙарында ла шул моң оҙатып бара. Тыңлағандан һуң ул һине әллә ҡайҙарға алып китеп, булмышыңды биләп алып, күңелеңә, рухыңа илаһи көс-ҡеүәт бирә.

 

Йырлы бала саҡ

 

Айрат ағай менән беҙ игеҙәк һымаҡ Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында күп балалы ғаиләлә үҫтек. Атайыбыҙ Миңләхмәт – һуғыштан һуң ялан бригадиры, әсәйебеҙ Миңлебикә ашнаҡсы булып эшләп, аҙаҡ өйҙә балалар тәрбиәләне. Атайыбыҙ халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе йырлай торғайны. Уның импровизаторлыҡ һәләте көслө ине, үҙенсә йырҙар килтереп сығара торғайны. Һуғышта саҡта үҙе сығарған йырҙарын да йырлаған. Әсәйебеҙ ҙә халыҡ ижадын һаҡлаусы, таратыусы ине. Айрат ағай әсәйҙән “Алпамыша” эпосының бер вариантын яҙып алды. Ул беҙҙе бәләкәй саҡта шул эпосты һөйләп, көйләп йоҡлатты. Башҡа төрлө әкиәттәрҙе лә көйләп һөйләне. Ә инде беҙҙең олатай – атайҙың атаһы – тирә-яҡҡа билдәле Ғимран сәсән булған.

Айрат ағайҙың оло сәнғәт юлына килеүе, минең дә шул юлды һайла­уым атай-әсәй тәрбиәһенән, сәсән олатайҙарымдың, өләсәйҙәремдең йоғонтоһонан киләлер. Тәрбиә тигәндән, улар: “Һин шулай бул, һин былай бул”, – тип әйтмәйҙәр, әлбиттә. Көндәлек тормоштағы ғөрөф-ғәҙәттәр, үҙҙәренән күреп һеңдергән миҫалдар аша беҙҙең аң-тәрбиә формалашты.

Әйтәйек, шуларҙың бер сағылышы булараҡ, малай саҡта өйгә ҡунаҡ килһә, тауыш сығармай шымып ҡала торғайныҡ. Ҡайһы саҡта атай, ағайҙарҙы өйгә саҡырып, бал менән һыйлай. Атай Муллағәли ағайға йырлап бал тоттора. Ул үҙ сиратында эсмәй, йырҙы ҡеүәтләп-йырлап кире бирә. Шулай алмашлап йырлап күңел аса торғайнылар. Ә улар ябай түгел, башҡорт халҡының классик йырҙары: “Ашҡаҙар”, “Сибай”, “Шәүрә килен”, “Буранбай” һәм башҡалар. Улар – урындыҡта, беҙ Айрат ағай менән урындыҡ аҫтында ятып йыр тыңлайбыҙ. Шунан аҙаҡ был йырҙы отоп алып, бер-беребеҙгә йырлап йөрөйбөҙ. Бесәнгә, урманға йөрөгән саҡта ла арбала барғанда атай гел моңло итеп көйләр, башҡорттоң төрлө боронғо йырҙарын йырлар ине. Айрат ағай менән, ҡайһы саҡ һылыуҙар менән дә йәшел бесән өҫтөнә салҡан ятып, болоттарға ҡарап тыңлап бара торғайныҡ.

Болоттар тигәндән, малайҙар менән ҡылғанлы тауҙарға ятып, болоттарҙың ағышын күҙәтәбеҙ, уларҙы нимәгәлер оҡшатабыҙ. Был осраҡта ла башҡа малайҙарҙан айырмалы, Айрат ағай менән оҡшашлыҡты бер төрлө күреп, бер-беребеҙгә әйтеп хыяллана инек. Был тауҙар беҙгә изге тойола ине. Шунда аунап, йәй көнө ҡылғандан шыуып, балалыҡ йылдарыбыҙҙың күп өлөшө тауҙа үтте. Ул саҡта балалар күп ине. Ауыл буйлап бер саҡрымдан артыҡ һуҙылған ете үркәсле тауҙарҙа иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем төрлө уйындар уйнай торғайныҡ. Ә ҡыш был тауҙар сана, саңғы эҙҙәренә һырланып, бер “һау” урыны ҡалмай сыбарланып бөтә ине.

Яҙ көнө ағастар йәшәреп, япраҡ яра башлау менән, өйәңкеләргә үрмәләйбеҙ, йәш ботаҡтарынан төрлө һыҙғыртҡыстар, һыбыҙғылар эшләп көй сығарабыҙ. Бесәндә саҡта Айрат ағай, ҡурай үҫентеһен алып, шунан йә ҡыйыҡ ҡурай, йә ҡәҙимге ҡурай эшләп, үҙаллы уйнарға өйрәнде. Ә һигеҙенсе класта уҡығанында торбанан еҙ ҡурай эшләп алды. Ул әле лә туған мәктәбебеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Шуныһы ғәжәп, ул саҡта ауылда ҡурай уйнаған кеше, хатта китаптар ҙа юҡ ине. Ҡайҙан белеп дөрөҫ итеп уйып эшләгәндер. Ә бына ҡыйыҡ ҡурайҙы яһау серен бала саҡта уҡ атай күрһәтеп биргәйне. Көйөргәҙелә һыу ингәндә лә мәтенән төрлө ҡош, йәнлек рәүешендә әүәләп, тишектәр уйып, төрлө һыҙғыртҡыстар эшләп уйнайбыҙ, ҡош тауышын сығарабыҙ. Мәктәптә талантлы үҙешмәкәр виртуоз скрипкасы Ғамир ағай Ибраһимов, математика уҡытыусыһы булыуға ҡарамаҫтан, йыр, музыка дәрестәрен дә, түңәрәктәр ҙә алып бара ине. Ул үҙе Каруанһарайҙа уҡыған. Ул мәктәпкә тиҫтәләгән мандолина алдырҙы.

Һәләтле балаларҙы күрә белеп, уйын ҡоралдарын өйгә лә биреп ҡайтара торғайны. Тәүҙә апайҙар мандолинаны алып ҡайтып өйрәнә. Айрат ағайға, күп булһа, алты йәш самаһы булғандыр, ул да ярайһы уҡ уйнарға өйрәнде. Шуның йоғонтоһо булдымы, беҙ ағай менән скрипка, мандолинаның бәләкәй моделен яһап уйнайбыҙ. Кәүҙәһен, муйынын эшләгәс, резина менән “ҡыл” тарттырып, сирттереп ҡарайбыҙ, ләкин тейешле тауыш сыҡмай. Шунан атай беҙгә: “Ҡылды бит, улым, тарамыштан йә сымдан эшләйҙәр, шунан ғына моң сыға”, – тип күрһәтеп бирә.

Бала саҡта күрше малай, Ибраһим ағай менән скрипка яһап уйнайбыҙ. Ул думбыра ла эшләй торғайны, унан ярайһы ғына моң сыға. Өйҙә шуны тызылдатып ултырам. Шул саҡ атай мәсеттән намаҙҙан ҡайтып керҙе лә, ҡулдан тартып алып: “Нишләп ен саҡырып ултыраһың?” – тип асыҡ тәҙрә аша елләне.

Ә бына ысын мандолинаны үҙләштереү мәктәп йылдарына тура килде. Айрат ағай бик яҡшы итеп уйнарға өйрәнде, һуңғараҡ мин дә шыма ғына сиртә башланым.

Гармунда, баянда уйнарға өйрәнеү тарихы ла бик ҡыҙыҡлы. Оло ағайымдың тиҫтерҙәре йә мәжлестән һуң, йә уйындан һуң килеп, гармундарын ҡалдырып китер ине. Шунан һуң беҙ ағай менән алмашлап уйнарға өйрәнәбеҙ. Ул тиҙ арала төшөнөп алды. Баян буйынса “Самоучитель” китабын табып, нота танырға, яҙырға ла өйрәнде. Шуның араһында ул һүрәт тә төшөрә, уларҙы ҙурайтып, стенаға ла элеп ҡуя. Башҡа тиҫтерҙәребеҙ һүрәтте яҫы килеш кенә яһай, ә ул бәләкәйҙән үҙ алдына перспектива алымы менән төшөрөргә өйрәнде, мине лә өйрәтте.

Айрат ағай бәләкәйҙән төрлө яҡлап бик һәләтле ине. Яҙ етһә, үҙйөрөшлө караптар, кәмә моделдәрен эшләп, йөҙҙөрөп уйнайбыҙ. Бар малайҙар ҙа резина менән урап хәрәкәт иттерә, Айрат ағай бәләкәй электр моторҙары эшләп бирер ине. Үҙе динамоның йомғаҡтарын кәрәгенсә еҙ сымдан урап, якорын да, корпусын да үҙе эшләп, батарейка менән өйөрөлә торған итеп тә, электр тогы ярҙамында хәрәкәткә килтереп тә яһай ине. Ул саҡта ауылда ҡорамал табыуы ҡыйын. Бер саҡ ишелгән трактор тросын һүтеп, ул ҡаты була бит инде, шуны төҙәйтеп, бер бөртөгөнән нәҙек кенә бырау эшләгәйне. Уны иҫке бер игәү менән һырлап яһағас, бер сантиметр самаһы ҡалынлыҡтағы тимерҙе тиште. Күпме ваҡыт эшләгәндер, хәтерҙә түгел. Электр тогынан да һуғылып бөтә торғайны, әммә ҡуйған маҡсатының осона сыҡмайынса туҡтамай ине. Беҙ малайҙар менән уйнап йөрөгәндә: “Ҡайҙа Айрат, ул сыҡмаймы ни?” – тип һорайҙар. Мин ул динамо йә башҡа нәмә эшләй тиһәм, улар тәүҙә ғәжәпләнә торғайны, аҙаҡ күнегеп тә бөттө.

Ул төрлө фәндәрҙән – математика, физика, химия булһынмы, әҙәбиәтме – бик яҡшы уҡыны. Олимпиадала еңеп, Өфөгә 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға китте. Бында ул үҙ өҫтөндә тағы ла ныҡышмалыраҡ эшләне, төрлө түңәрәккә йөрөнө. Ҡурайҙа, баянда уйнарға оҫтарып алды. Шул йылдарҙа уҡ йыр, романс, музыкаль пьесалар ижад итә башлай һәм уларҙы нотаға теркәп бара.

Ауылыбыҙҙа урта мәктәп булһа ла, ул йылдарҙа беҙҙең ауылдан 1-се мәктәп-интернатта – 20–30-лап, Маяҡ ҡасабаһындағы башҡорт мәктәп-интернатында ла байтаҡ бала уҡыны. Улар каникулға ҡайтһа, беҙҙең өсөн оло байрам була ине. Күрше класташым Ғәзинур гармунын тотоп килеп тә етер ине. Шулай ул да Айрат ағайҙан гармунда уйнарға өйрәнеп алды. Кис ауылда, тауҙарҙа төрлө уйындар үткәргәндә, тирә-йүн гөрләп торор ине. Улар китһә, тағы моңһоу булып ҡала.

 

Моң донъяһына ынтылыш

 

Ағайымды армияға оҙатырға тип, Күмертауға тиклем килдем. Военкомат алдында бер призывник та юҡ, китеп бөткәндәр. Юлда машина ватылып, беҙ һуңлағайныҡ. Шунан бер бортлы машина табып, Айрат ағай бер үҙе китеп барҙы. Күңелде тағы моңһоулыҡ баҫты...

Айрат ағай тәүҙә Ҡазан ҡалаһына хәрби күнекмәгә барып эләкте. Шунан ул бер саҡ увольнение ваҡытында урам буйлап китеп барһа, мәшһүр композитор Рөстәм Яхиндың “Һандуғас”ын йырлап килгән бер төркөмдө осрата. 18 йәшлек егет тәьҫирләнеп, күҙҙәренә йәш тығылып, уларҙы тыңлай-тыңлай арттарынан эйәреп, оҙатып ҡала. Шуғалырмы, Р. Яхиндың йырҙарын, романстарын ғүмер буйы яратты, үҙенә өлгө итеп тә алды.

Мин быны нилектән әйтеп китәм, Айрат ағай 80-се йылдар аҙағы – 90-сы йылдар башында Ҡазан ҡалаһына ижади командировкаларға йыш ҡына йөрөнө. Бер барғанында ул мәшһүр композитор Р. Яхин менән таныша һәм ошо хаҡта ла әйтә. Композитор: “Эйе, был йырымды бит мин башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас”ҡа тәьҫир­ләнеп яҙғайным. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәре бик моңло бит!” – ти.

Ярты йыл үткәс, ул армияла Себергә, тайга араһына барып эләкте. Ул бер йыл хеҙмәт иткәс, мин дә әрмегә киттем. Китер алдынан беҙ иптәш егет менән тыуған ауылыбыҙ тураһында шиғыр яҙҙыҡ. Хеҙмәттә саҡта Айрат ағай тексты һорап алып йыр яҙҙы. Ул йыр әле булһа популяр. Армияла саҡта башҡа йырҙар ҙа ижад итте. Беҙ үҙ-ара хатлашып торҙоҡ. Хаттарҙың күп өлөшө сәнғәт тураһында ине.

Армиянан һуң ул мәшһүр ҡурайсы Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ғата Сөләймәнов тарафынан Өфө сәнғәт училищеһында яңы асылған ҡурай бүлегенә уҡырға керҙе, баян класында ла уҡыны, композитор Морат Әхмәтов класына композиция дәресенә лә йөрөнө. Ике йылдан һуң мин дә Өфө сәнғәт училищеһының декоратив сәнғәт бүлегенә керҙем, һәм беҙ ятаҡта ағайым менән бер бүлмәлә йәшәнек.

Айрат ағай уҡығанда ла бик тырыш булды. Иртүк сәғәт биштә тороп, беренсе автобус менән фортепьяно буйынса шөғөлләнергә йөрөнө. Уҡыу йортонда был музыка ҡоралы аҙ ине. Һуңғараҡ барһаң, уларҙы биләп бөтәләр. Ә студенттарҙың күбеһе йоҡо туйҙырып ҡына уҡырға йөрөй.

Кис етһә, дөйөм ятаҡта ҡурай­сылар, баянсылар беҙҙең бүлмәгә Айрат ағайға  дәрестәре буйынса кәңәшкә килә. Ул һәр береһенә ваҡыт бүлеп, аңлата, ярҙам итә. Фортепьянола уйнарға уны берәү ҙә мәжбүрләмәне. Был осраҡта ла үҙаллы шөғөлләнде.

Ул үҙенең композитор буласағын үҫмер сағында уҡ әйтә торғайны. Мин музыка училищеһына уҡырға керәм тип йөрөгәндә: “Ярар, бына мин композитор буласаҡмын, ә һин, баянда уйнап, сәхнәләрҙә йөрөргә уйлай­һыңмы? Мин быны музыканттарҙы түбәнһетеүҙән түгел, ә ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәк, тип әйтәмен. Һинең башҡа йүнәлеште һайларға мөмкинлектәрең ҙур бит. Һиңә рәссам йә архитектор һөнәренә уҡырға кәрәк!” – тине. Был осраҡта ла ул яңылышманы, ваҡытында дөрөҫ кәңәш бирҙе.

Үҙе дүрт йыл сәнғәт училище­һында уҡығандан һуң, Өфө дәүләт сәнғәт институтының атаҡлы композитор Заһир Исмәғилев класына композиция буйынса уҡырға инде. Бында ул ең һыҙғанып белем алырға кереште. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған йылдары – уның ижади формалашыу мәле, тип әйтергә кәрәк. Бында ул күләмле әҫәрҙәр яҙырға тотондо: фортепьяно өсөн сонаталар, башҡа уйын ҡоралдары өсөн инструменталь әҫәрҙәр ижад итте. Уҡытыусыһы Заһир Исмәғилев һәр саҡ фәһемле кәңәштәре менән дәртләндереп, илһамландырып торҙо. Диплом эше булараҡ Ғ. Сәләм әҫәре буйынса “Шоңҡар” операһын тәҡдим итте. Либреттоһын да үҙе яҙҙы.

Тәүге уңышлы аҙымдарҙан һуң ағайым үҙаллы ижад юлына аяҡ баҫты. Симфоник оркестр, хор коллективтары өсөн әҫәрҙәре, йырҙары, романстары, пьесалары – уның сағыу хеҙмәт емештәре.

Сәнғәт институтын 1981 йылда тамамлағандан һуң, Айрат ағай Республика халыҡ ижады үҙәгендә бер аҙ эшләп алды, шунан Башҡортостан дәүләт телерадиоһына музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире булып күсте. Бында ла ул яңылыҡ керетеп, симфоник оркестр, уның составында булған уйын ҡоралдарының һәр береһенә айырым туҡталып, уларҙың яңғырашы, оркестрҙағы роле һәм башҡа ғәмәлдәрҙе ентекле аңлатып, тулы бер цикл тапшырыуҙар программаһын алып барҙы. Халыҡ, эстрада йырҙары, классик музыка тураһында әһәмиәтле тапшырыуҙар ойошторҙо.

Ул: “Беҙ үҫкән саҡта ундай мөмкинлек булманы. Тик үҙәк, Мәскәү тапшырыуҙарын ғына ишетеп ҡала торғайным. Ә был йәш быуынға музыка тәрбиәһе биреү өсөн бик кәрәк. Бер бала ғына булһа ла аңына һеңдерһә, уға оло музыка юлына аяҡ баҫҡанда бик кәрәк буласаҡ”, – тип әйтер ине.

Бынан тыш, ул командировкаларға, экспедицияларға сыҡҡанда фольклор өлгөләре, башҡорт халыҡ йырҙары, уйын ҡоралдары тураһында мәғлү­мәттәр, төрлө этнографик мәғлү­мәттәр алып ҡайта торғайны. Иштуған һыу һаҡлағысы төҙөлөүгә бәйле башҡорт ауылдарының күсерелергә тейешлеген ишеткәс тә, шул төбәккә юлланды. Тиҫтәләгән башҡорт ауылында фольклор мәғлүмәттәре туп­ланы. Скрипка яһау оҫталарын осратҡас, тағы ла дәртләнеп, ял ваҡытында ошо йүнәлештә эшен дауам итте.

1981 йылда ҡурай яһау оҫтаһы Вәкил Шөғәйеповҡа думбыра эшләргә тәҡдим итә. Ул: “Башҡорттарҙа думбыра булғанмы ни?” – тип аптырап һорай. Уға думбыра тураһында күп мәғлүмәт булыуы, уның формаһы һәм төҙөлөшө, башҡа параметрҙары тураһында һөйләгәс, дәртләнеп эшкә тотона һәм, күпмелер ваҡыттан һуң, тәүге музыка ҡоралы әҙер була. Башҡорт думбыраһы менән бергә уның дошмандары ла барлыҡҡа килә. Йылдар буйы барған был тартышта бик күп көс түгелә. Хатта думбыра барлығын иҫбатлау өсөн, уның беҙҙең йырҙарға ятышлы булыуын күрһәтеү маҡсатында, Рәми Ғарипов шиғырына “Уйҙарым” тигән ҡобайыр яҙҙым. Ул аҙаҡтан ҡобайыр жанрын тергеҙеү өсөн өлгөгә, башҡорт думбыраһының символына әйләнде.

 

Башҡортостандың мәҙәни тормошонда өр-яңы йүнәлеш

 

1985 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры композитор Заһир Исмәғилев Айрат ағайымды фольклор кабинеты мөдире итеп эшкә саҡыра. Шул осорҙа ул, халыҡ ижадын, башҡорт халҡының фольклор байлығын ентекле өйрәнеп, туплаған белеменә таянып, милли уйын ҡоралдарын тергеҙеү эшенә ныҡлап тотона. Шул уҡ ваҡытта ул музыка теорияһы буйынса дәрестәр ҙә бирә.

1988 йылда профессор З.А. Нурғәлин ректор итеп тәғәйенләнгәс, йәнә бер йылдан башҡорт музыкаһы һәм фольклор кафедраһы асыла. Уны ойоштороу эше туранан-тура Айрат ағайға йөкмәтелә.

“Традицион мәҙәниәтте өйрәнеүгә Ҡаҙағстанда һәм Урта Азия республикаларында бик ҙур иғтибар бүленә, шуға күрә лә Башҡортостан Хөкүмәте һәм ректорат ҡушыуы буйынса өс тапҡыр Алматыла булдым. Унда тәжрибә тупланым, улар кафедраны асҡанда ла, факультетты ойоштор­ғанда ла миңә ныҡ ярҙам итте”, – ти торғайны Айрат ағай.

Башлап ебәргәндә, Вәкил Шөғәйе­повтың эксперименталь думбыра­һынан тыш, бер генә ҡорал да булмай. Шул уҡ йылда ул думбыра эшләү тәҡдиме менән Ғәлим ағай Ҡоба­ғошовҡа ла мөрәжәғәт итә. Уның электән скрипканы үҙе яһап уйнаған­лығы билдәле ине. “Думбыра эшләү – бер мәсьәлә, уны уҡытыу процесына индереү – икенсе ауыр проблема. Методикаһын булдырырға, уйнау алымдарын, репертуарын төҙөргә кәрәк – был бик етди һәм оҙайлы процесс, сөнки музыканттарҙы беҙ тәүҙә музыка мәктәбендә, шунан училищеларҙа, аҙаҡтан консервато­рияларҙа уҡытырға тейешбеҙ. Шул ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығып, 2003 йылға башҡорт думбыраһы буйынса аспирантураға уҡыусы алдыҡ. Был – бик оҙайлы һәм оло эштең еңеүе”, – тип иҫенә төшөрә ул. Думбыранан уҡытыусы итеп рус думбыраһы класын тамамлаған Сабир Әбхәлимовты саҡыралар. Башҡорт думбыраһында уйнау методикаһын уның менән бергә яҙалар.

“Артабан кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә, абитуриенттар әҙерләү өсөн урта музыка училищеларында, музыка мәктәптәрендә башҡорт бүлектәрен асырға, уҡытыу-методик әсбаптары яҙырға, репертуар, милли музыка ҡоралдарын тейешле кимәлдә әҙерләргә кәрәк була. Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыу өсөн композиторҙар тарафынан махсус эшкәртелгән бер генә әҫәр ҙә булмай тиерлек. Ошоларҙың барыһын да яйға һалыу өсөн Айрат ағайға күп көс түгергә кәрәк була. Ошо осорҙа ул ҡурай ансамбле өсөн – 24, ҡурай өсөн 50 пьеса, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары оркестры өсөн 20-нән ашыу әҫәр, ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ, башҡорт думбыраһы өсөн алты ансамбль әҫәре ижад итә. Төрлө уйын ҡоралдары составы өсөн 200-ҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн эшкәртә. Шуның менән бергә ул башҡорт музыка фольклорын йыйыу, уларҙы системаға һалыу һәм баҫтырып сығарыу эше менән дә мәшғүл була. 250-нән ашыу башҡорт халыҡ көйөн расшифровкалай. Шул уҡ ваҡытта параллель рәүештә ҙур күләмле әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Симфоник поэма, хор һәм симфоник оркестр, вокаль-хор өсөн, шулай уҡ камерный-инструменталь әҫәрҙәр: фортепьяно өсөн сонаталар, ҡыллы квартет, тынлы ағас ҡоралдар өсөн квинтеттар, шулай уҡ драма спектаклдәре һәм кинофильмдар өсөн әҫәрҙәр – ана шундайҙар. Бынан тыш, 200-ҙән ашыу йыр, тиҫтәләгән романс ижад итә.

“Шулай төп һөнәрем – композитор­лыҡ ситтә тороп ҡалды. Мин ошо кафедраны асҡан саҡта, йәнәһе, эште башлап ебәрәм дә, шунан ижадҡа ныҡлап тотонам, тип уйлағайным. Улай килеп сыҡманы. Бына әлеге көндә лә уйланам: башлаған ошо эштәрҙе ташлаһам, икенсе кеше ҡулына барып эләкһә, емерелер һымаҡ. Бигерәк тә әле кадрҙарыбыҙ юҡ ваҡыт. Йәштәрҙе үҫтереп киләбеҙ. Шуларҙы нығытмайынса, аяҡҡа баҫтырмайынса, бөтә көстө ижадҡа бағышлай алмайым”, – тип борсола торғайны.

“Шул ваҡыттарҙа ҡурайсылар ансамбле өсөн яҙған күп тауышлы тәүге әҫәрҙәрем буласаҡ оркестр өсөн тәүге аҙымдарым ине. Артабан ошо ансамблгә думбыра урынына – мандолина, ҡыл-ҡумыҙ урынына – скрипка, дөңгөр урынына – бубен, йәнә ҡумыҙ, баяндар, контрабас өҫтәп, оркестр өсөн тәүге әҫәрҙәр яҙҙым, уларҙы үҙешмәкәр коллективтар башҡарҙы. Шулай итеп, башҡорт уйын ҡоралдары оркестрын төҙөү думбыра, ҡыл-ҡумыҙ һәм башҡа музыка ҡоралдары булмаған саҡтарҙа уҡ башланғайны, – тип иҫкә ала ине. – Беренсе оркестрҙы 1992 йылда Өфө сәнғәт училищеһында төҙөнөк. Уның составын билдәләүҙе лә, ойоштороу эштәрен башҡарыуҙы ла үҙебеҙгә эшләргә тура килде. Беренсе әҫәрҙе лә үҙем ижад иттем. Оҙаҡламай сәнғәт институтында ла башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын ойошторҙоҡ.

2001 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында беҙҙең Башҡорт музыка факультеты оркестры нигеҙендә Башҡортостан Республика­һының милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры төҙөлдө. Шул уҡ составта – беҙҙең студенттар үҙебеҙҙең оҫтаханала етештерелгән уйын ҡоралдарында уйнай”.

Бынан тыш, ул юғарыла яҙып үтелгән музыка мәктәптәре, урта махсус музыка училищелары һәм юғары уҡыу йорттары өсөн уҡытыу методика әсбаптары яҙышырға, хрестоматиялар төҙөшөргә ярҙам итә.

Ул төрлө йылдарҙа бик күп фольклор йыйынтыҡтары баҫтыра.

Милли уйын ҡоралдары эшләү өсөн институтта оҫтахана ла уның башланғысы менән ойошторола. Был эштә Башҡортостан урман хужалығы министры Риф Ғүмәр улы Ҡаҙаҡҡолов һәм ауылдашы – “Ватан” корпора­цияһының генераль директоры Сәғит Фәтҡелислам улы Исмәғилев ихлас ярҙам итә. Оҫтахана етәксеһе итеп оҫта ҡуллы Рәшит Ғәлимов тәғәйенләнә. Был ҙур эште башҡарыу мәсьәләһен бер-ике генә оҫта хәл итә алмай ине. Шуға унда Ансар Йәнғужин, Азамат Байрамғолов, Салауат Баймөхәмәтов үҙҙәренең оҫоллоғон күрһәтә. Гитара эшләү оҫтаһы А.А. Овчинниковҡа ла думбыра эшләүгә заказ бирә һәм башҡа оҫталарҙы ла йәлеп итә. Был эштә арабыҙҙан иртә киткән Рәшит Ғәлимовтың өлөшө айырыуса ҙур була. Ул 70-тән ашыу думбыра, ҡыл-ҡумыҙҙың тәүге өлгөләрен эшләй. Әлеге көндә оҫтаханала ҡыҙы Гөлнур Ғәлимова уның эшмәкәрлеген дауам итә. Ул башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын етештереү буйынса бер фабрика булдырған, тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Әлеге көнгә барлығы 250-гә яҡын башҡорт думбыраһы, 170 ҡыл-ҡумыҙ, 11 ятаған, алты дөңгөр һәм бер контрабас эшләнгән. Айрат ағай әйтеүенсә, ул ҡоралдарҙы юғары сифатлы итеп етештерә. Һәр уйын ҡоралын үҙенсәлекле итеп, хатта биҙәлешен дә бер-береһен ҡабатламай ижад итә.

“1995 – 1997 йылдарҙа, ул ваҡыт­тағы мәҙәниәт министры урынбаҫары Наил Ғәйетбай тәҡдиме буйынса “Халыҡ уйын ҡоралдары үҙәге” дәүләт учреждениеһын булдырыу эшен дә башҡарҙыҡ. Бында Өфө дәүләт сәнғәт институтының ул саҡтағы ректоры академик, профессор Зиннур Нурғә­линдең тырышлығы айырыуса ҙур булды”, – тип иҫкә алыр ине ул.

Мәшһүр ҡурайсыбыҙ Ғата Сөләймәнов бынан илле йыл элек алдан күрә белеп Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай бүлеге асҡан. Ул халҡыбыҙҙың ҡурайын һаҡлап, уны профессиональ сәнғәт кимәленә күтәрҙе. Бөгөн өсөнсө быуын – уның шәкерттәренең уҡыусылары ул башлаған эште дауам итә.

Институттың 1988 – 2000 йылдар­ҙағы ректоры З.А. Нурғәлин әйте­үенсә, “быуындарҙың күсәгилешлеге һәм традицияларҙы дауам итеү Ғата Сөләймәнов – Айрат Ҡобағошов – уның уҡыусылары һыҙаты буйынса үтә. Әгәр Ғата Сөләймәнов ҡурай класы буйынса профессиональ белем биреүгә нигеҙ һалһа, уның уҡыусыһы – башҡорт сәнғәте тарихында беренсе башҡорт халыҡ оркестры төҙөүсеһе, ә уның уҡыусылары был башҡарыу сәнғәтен төрлө йүнәлештә үҫтерә. Шулай итеп, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының күсәгилеш­леге лә 1992 йылда композитор Айрат Ҡобағошов тарафынан Өфө сәнғәт училищеһы нигеҙендә төҙөлгән оркестр – башҡорт музыкаһы факультеты оркестры – БР халыҡ ҡоралдары милли оркестры, йәки Башҡорт музы­каһы факультеты, уның нигеҙләүсеһе һәм деканы А.М. Ҡобағошов йүнә­леше буйынса үтә. Шул йылдарҙағы Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры булараҡ, бөгөн дә мин шуны әйтә алам: профессор Айрат Ҡобағо­шовтоң әүҙем һәм туранан-тура ҡатнашлығынан тыш, беҙ башҡорт традицион музыка башҡарыу сәнғәтен ойоштороу һәм юғары белемле белгестәр әҙерләү буйынса эште ыңғай хәл итә алмаҫ инек”.

Бөгөн республиканың барлыҡ музыка училищеларында һәм ҡайһы бер музыка мәктәптәрендә аяҡҡа баҫтырылған башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарына уҡытыу алып барыла. Кафедра эшләгән дәүерҙә 250-нән артыҡ белгес әҙерләнгән. Улар төрлө мәҙәниәт һәм сәнғәт усаҡтарында уңышлы эшләп йөрөй. Араларында 80-дән ашыу төрлө конкурс лауреаттары, шуларҙың 20-һе – почетлы исемдәргә, дүртәүһе Ш. Бабич исемендәге әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булған. Кафедра юғарыраҡ  конкурстарҙа ла ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән.

Башҡорт музыкаһы факультетын тамамлаусылар уҡытыусылары композитор Айрат Ҡобағошов башлаған эште лайыҡлы дауам итә. Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” ансамблен, Ринат Рамаҙанов етәкселе­гендәге “Арғымаҡ”, Илдар Шакиров етәкселегендәге “Йатаған”, Вилмир Әбүбәкиров етәкләгән “Дәрт” этно-рок төркөмдәрен республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр.

Шулай итеп, тынғыһыҙ, күп яҡлы, белемле, ижади эҙләнеүсән оло шәхес, композитор, профессор, башҡорт музыкаһы факультеты деканы, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошов туған халҡына моңдан яралған һәйкәл ҡуйҙы. Ул тергеҙгән башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары  моңо, халҡыбыҙҙың моң даръяһына ҡушылып, Урал тауҙарындай күктәргә ашып, Айрат ағайҙың үҙенә бер һәйкәл булды.

 

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ,

скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,

Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Читайте нас