Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Октябрь 2021, 11:13

Утлы йылдар хәтирәләре яңыра

Тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Ошо көндәрҙә Учалы районының Уральск мәҙәниәт йортонда Учалы – Харьков экспедицияһына арналған “Шанлы йылдар ауазы” тип исемләнгән спектакль күрһәтелде. Райондың театр коллективтары, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре, “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары, Учалы ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре ҡатнашлығындағы һәм әҙәби театр жанрындағы театрлаштырылған тамаша залда ултырған һәр кемде әсир итте.

Спектаклдә күрһәтелгән күңел­дәрҙе тетрәндерерлек иҫ китмәле ваҡиға  учалыларҙың дәһшәтле йылдарҙа күрһәткән фиҙакәрлеген раҫлай.

1944 йылда була был хәл. Фашистар сигенгән ваҡыттарында үҙҙәренән һуң емерек өйҙәр, яндырылған, ҡыйралған ауыл-ҡалалар ҡалдыра. Бигерәк тә Украина ҙур зыян күрә, келәттәрҙә бер бөртөк ем, ҡураларҙа мал булмай, халыҡ аслыҡ-яланғас­лыҡтан ыҙа сигә.

Украин халҡына ярҙам йөҙөнән Башҡортостандан һыйыр малы оҙатырға тигән әмер килә юғарынан. Был ваҡытта тимер юлдар хәрби техника, эшелондар менән тулы була, шуға күрә мал­ҡайҙарҙы ҡыуып алып барырға тура килә.

Апрель айында 21 кешенән торған, араларында башлыса 15-16 йәшлек үҫмерҙәр булған көтөүселәр төркөмө 450 баш мал менән  Харьковҡа юл ала.

Ике меңгә яҡын саҡрым араны көтөүселәр һигеҙ айҙан ашыу ваҡытта үтә. Юлда нимә генә күр­мәйҙәр, ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашмайҙар, әммә ил ҡуйған бурысты намыҫ менән үтәйҙәр.

Учалы көтөүселәре декабрь айында ғына тыуған йорттарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Әммә юғарыла “бурыс еренә еткереп үтәлмәгән” тип һанайҙар, сөнки Волга йылғаһы аша йөҙөп сыҡҡан ваҡытта өс баш мал ағып ғәйеп була. Колхозсыларҙы үҙ кеҫәлә­ренән түләргә мәжбүр итәләр.

Сер түгел, электән халыҡтың тылдағы батырлығы тураһында, бигерәк тә совет заманында, әллә ни күп һөйләнелмәне. Еңеүгә, бәхетле киләсәккә ышаныс күрһәткән, ҡаһарманлыҡ ярылып ятҡан был ваҡиға ла оҙаҡ йылдар иғтибарһыҙ ҡала.

1991 йылда “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, билдәле журналист, яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдиновтың гәзиттә “Әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәт” тигән мәҡәләһе донъя күрә. Автор, Украинаға мал ҡыуыуҙа ҡатнаш­ҡан Фәрзәнә Юнысова, Мөхәмәҙей Буранбаев, Әхмәт Закиров менән осрашып, учалыларҙың тиңһеҙ батырлығы тураһында бәйән иткәс кенә, ваҡиға билдәлелек ала.

2005 йылда “Китап” нәшриә­тендә яҙыусы Мансаф Ғиләжевтең “Йондоҙҙар аҫтында һигеҙ ай” исемле әҙәби-публицистик әҫәре донъя күрә.

Билдәле тележурналист Луиза Фархшатова телевидениела тапшырыу әҙерләй.

Актерҙар үҙҙәренең образдарын килешле кейемдәр, төҫ-ҡиәфәт, кисерештәр аша асыҡ итеп күрһәтә алды. Экранда шанлы йылдарҙы һүрәтләгән фоторәсемдәр күр­һәтелде. Алып барыусыларҙың  тетрәндер­гес шиғыр юлдарын, һуғыш тураһын­дағы йырҙарҙы тыңлап, шығырым тулы залда ултырыусыларҙың күҙҙәре йәшләнде.

Тамаша аҙағында Учалы–Харьков сәйәхәтендә ҡатнашыусы­ларҙың исем-шәрифе яңғыраны.

Спектаклдең премьераһы Еңеү көнө алдынан Учалы филармо­нияһында күрһәтелә. Учалылар унда герой-яҡташтарҙың хөрмә­тенә ҡалала һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен дә күтәрә.

Дәһшәтле дәүер шаһиттары – һуғыш һәм тыл ветерандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйһә лә, утлы йылдар хаҡындағы хәтирәләр яңыра бара. Уральск мәҙәниәт йорто сәхнәһендә шаулап үткән тамаша – быға асыҡ миҫал.

Гүзәл ЛОҠМАНОВА, спектаклдең инициаторы, Учалы районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, тау-байыҡ­тырыу комбинатының социаль проекттар идаралығы начальнигы:

– Спектаклдә күрһәтелгән ваҡиға тураһында күптәр белмәй ине. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әүҙемселәре, фекерҙәштәр менән йыйылып, яҡташтарыбыҙҙың ошо ҡа­һарманлығы тураһында театрлаш­тырылған тамаша әҙерләп, халыҡҡа еткерергә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Район хакимиәте, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге лә, башлан­ғысыбыҙҙы хуплап, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтте. Силәбе өлкәһендә танылыу яулаған Сергей Лукашинды режиссер-ҡуйыусы итеп саҡырҙыҡ. Спектаклдә райондың театр коллективтары, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре, Учалы ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре ҡатнашты.

Был спектаклде ҡала ғына түгел, ауыл тамашасыһы ла, бигерәк тә йәш быуын күрергә тейеш, тип уйлайбыҙ. Бөгөн беренсе тапҡыр гастролгә сығып, тамашаны Уральск ҡасабаһы халҡына тәҡдим иттек, бик йылы ҡабул ҡылдылар.

Йәй көнө Тау-байыҡтырыу комбинаты ҡарамағындағы “Ҡалҡан” бала­ларҙы һауыҡтырыу лагерында тамашаны балалар үҙҙәре сәхнәләштерҙе. Меңдән ашыу бала учалыларҙың ошо ҡаһарманлығы тураһында хәбәрҙар булды. Әйткәндәй, улар араһында Учалы – Харьков экспедицияһында ҡат­нашҡан геройҙарҙың быуындары ла булыуы асыҡланды.

Райондаштарыбыҙ Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙ күрһәткән ҡаһарманлыҡты оноторға хаҡыбыҙ юҡ!”

- Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас