

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) “Халыҡ яҙыусыһының һауыҡтырғыс сатираһы” тигән мәҙәни-мәғрифәти акция үткәрҙе. “А-нан Н-гә саҡлы” – үҙенең бөйөк остаздары, дуҫтары – Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Әнғәм Атнабаев менән Назар Нәжми эҙҙәре буйлап ойошторған юморлы сәйәхәтен әҙип шулай тип атаны.
Тәтешле ерендә
Марафон Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылынан – Әнғәм Атнабаевтың тыуған еренән, шағир һәйкәле янынан башланып китте. Бында яҙыусы-марафонсыны район хакимиәте вәкилдәре менән бергә халыҡ шағирының бер туған ҡустыһы Мәғдән Атнабаев ҡаршыланы.
Артабан юл халыҡ шағирының музейына илтте. Ул Ә. Атнабаев исемендәге мәктәптә урынлашҡан. Музейҙа күренекле шағирҙың ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре һаҡлана. Иң ҡәҙерле урынды уның “Һәнәк” журналының баш мөхәррире урынбаҫары булып эшләгән осорондағы эш өҫтәле алып тора. Иҫтәлекле өҫтәлде, тағы ла ул ултырып эшләгән ҡәнәфиҙе музейға баҫманың баш мөхәррире Марсель Сәлимов тапшырған.
Сатира-юмор оҫтаһы М. Сәлимовҡа туғыҙ йыл буйы Ә. Атнабаев менән “Һәнәк” журналында бергә эшләргә насип була. “Яҙыусы булыу еңел түгел. Ә сатирик булыу бигерәк тә ауыр. Марсель Сәлимов бына ошо ауыр һәм ҡәһәрле жанрҙа ең һыҙғанып эшләй: үҙе ҡыйыу, һүҙе үткер, “Һәнәге” осло”, – тип яҙып ҡалдырған халыҡ шағиры 1998 йылда.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар яҙыуҙарын һаҡлаған кенәгәгә “Һәнәк”тә 40 йыллап эшләгән атаҡлы яҙыусы-сатирик Мар. Сәлим ошондай һүҙҙәр теркәп ҡуйҙы:
“Музей шәп! Тик күңелемдә
моң-һағыш...
Һағынам һине, Атнабай, –
Иң шәп урынбаҫарым!..”
(Мар. Сәлим. “Бәхетле уҙған ғүмер”).
Халыҡ яҙыусыһы М. Сәлимов музейға халыҡ шағиры Ә. Атнабаевтың “иң яҡшы урынбаҫар” булып эшләгән осорон сағылдырған фотоһүрәттәрҙе тапшырҙы.
Үҙәк район китапханаһында шағирҙың яҡташтары менән ижади осрашыу ойошторолдо. Бында М. Сәлимов сатира журналында Ә. Атнабаев менән бергә эшләгән дәүер тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, шағирға арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Осрашыу аҙағында китапханаға яңы китаптарын бүләк итте.
Балтас – Борай араһы
Халыҡ яҙыусыһының ижади марафоны күрше Балтас районында, райондың үҙәк китапханаһында, дауам итте. Бында уның китаптарынан торған күргәҙмә ҡуйылған. Ошонда уҡ “Дуҫтар янында” фотогалереяһы менән таныштырыу булды. Марсель Шәйнур улы иҫтәлекле фотоһүрәттәрҙә тороп ҡалған матур ижади мәлдәр, өлкән дуҫтары, сатира өлкәһендәге хеҙмәттәштәре хаҡында һөйләне. Балтастар үҙҙәренең яҡташы – “Һәнәк” журналының әүҙем авторы Риф Мөхәмәтов тураһындағы иҫтәлектәрҙе ҡыҙыҡһынып тыңланы. Йылы осрашыу барышында халыҡ яҙыусыһы тыңлаусыларҙың бихисап һорауҙарына ла яуап биреп өлгөрҙө. Сара аҙағында Марсель Сәлимов китапханаға иҫтәлекле фотоһүрәттәр һәм автографлы китаптарын бүләк итте.
Иҫке Балтастан Дүртөйлөгә юл тотҡанында күренекле яҙыусы-сатирик Борайҙа, үҙенең тыуған төбәгендә, туҡтамай китмәне, әлбиттә. Бында ҡәҙерле ҡунаҡты район хакимиәте вәкилдәре, үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре көтә ине. Әҙип республиканың һәм илдең әҙәби тормошондағы яңылыҡтар менән уртаҡлашты, “Һәнәк” журналы редакцияһының эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте, ижадташтары – сатира һәм юмор өлкәһендә эшләгән яҙыусы һәм шағирҙарға ҡағылышлы хәтирәләре тураһында һөйләне. Улар араһында Борай районында тыуып үҫкән талантлы журналист, шағир Файыҡ Мөхәмәтйәнов та булған.
Тыуған ауылына һуғылып, ата-әсәһе иҫтәлегенә баш эйгәс, яҙыусы юлын дауам итте. Киләһе туҡталыш – Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуған урыны, Дүртөйлө районының Миңеште ауылы.
Дүртөйлөләрҙә
Башҡорт сатира-юмор әҙәбиәте һәм журналистикаһы аҡһаҡалы менән Мар. Сәлимде айырыуса йылы мөнәсәбәттәр бәйләй. Юҡҡа ғына Назар Нәжми: “Сатирик шағир Марсель Сәлимов менән беҙҙе бер билдәһеҙ, данһыҙ Шүлейә йылғаһы бәйләй. Уның башланған ерендә – мин, ә Танып йылғаһына ҡойған урынындағы Сәйет ауылында Марсель тыуған. Тура килгәс килә бит ул: “Һәнәк” журналы сыға башлағанда, уның мөхәррире мин инем, ә хәҙер – Марсель Сәлимов. Йылғалар ҡойған ерҙәрендә, башланған ерҙәренә ҡарағанда, киңерәк һәм тәрәнерәк була – Мар. Сәлим дә сатира һәм юмор өлкәһендә киң һәм тәрән, тиер инем”, – тип яҙмаған.
Бөйөк остазы һәм өлкән дуҫы ҡәберенә сәскәләр һалғас, Мар. Сәлим Назар Нәжмиҙең йорт-музейына юлланды. Осрашыуҙа Миңеште мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ҡатнашты. Яҙыусы музейға иҫтәлекле фотоһүрәттәр бүләк итте. Улар бында иң ҡәҙерле экспонаттар иҫәбендә һаҡланасаҡ.
Марафон Дүртөйлө ҡалаһында тамамланды. Бында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов II Халыҡ-ара “Под сенью дружных муз” әҙәби-фото-художество конкурсының финалсыларын бүләкләүҙә ҡатнашты. Йәш ижадсыларҙы тәбрикләгәс, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы М. Сәлимов ижади марафоны тамамланғанын белдерҙе һәм йәштәрҙе киләһе йыл республикабыҙҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй “ЛИффТ-2022” милли әҙәбиәттәр фестиваленә килергә саҡырҙы.
Иң аҙаҡтан күренекле яҙыусы-сатирик Назар Нәжми һәйкәленә сәскә һалды.
Тәтешле, Балтас, Борай, Дүр-төйлө ерҙәренән үткән был ҡыҙыҡлы әҙәби марафон унда ҡатнашыусыларҙа йылы хәтирәләр ҡалдырып, матур тәьҫораттар бүләк итте.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әҙерләне.