Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Октябрь 2021, 04:00

Афарин, яҡташ!

Алмас Хөсәйенов Әлфиә Афзалова исемендәге I Халыҡ-ара фестиваль-конкурста Гран-при яуланы.

Афарин, яҡташ!Афарин, яҡташ!
Афарин, яҡташ!

Баймаҡ районының Казанка ауылынан Алмас Хөсәйенов бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. Сибай сәнғәт колледжын тамамлағас, артабан белемен Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында дауам итә.

"Башҡорт йыры" телевизион конкурсында, "Ирәндек моңдары" бәйгеләрендә призлы урын, лауреат исемдәренә лайыҡ була. Әле Татарстанда йәшәй һәм эшләй.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ егете Алмас Хөсәйенов Әлфиә Афзалова исемендәге I Халыҡ-ара фестиваль-конкурста Гран-при яуланы. Яҡташыбыҙҙы мәртәбәле еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Афарин, Алмас!

Фото: Алмас Хөсәйеновтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас