

Республиканың “Ашҡаҙар” радиоһы Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә “Онотолмаҫ осрашыуҙар” проектына ярашлы киләһе сараны ойошторҙо. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы, “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙановты күптәр үҙ итә.
“Сараларға әлегә өлкәндәрҙе түгел, йәштәрҙе саҡырабыҙ, был коронавирус менән бәйле. Киләһе ҡунаҡтар ҙа – бик ҡыҙыҡлы шәхестәр”, – тине “Ашҡаҙар” радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов – Мәләүез ҡалаһы егете. Бәләкәйҙән йыр-моңдо яратҡан. Үҙе һөйләүенсә, сабый сағында мыжый башлаһа, уны музыка ҡуйып тынысландырғандар. Телевизорҙан “Каруанһарай” ансамбле сығыштарын айырыуса иғтибар менән ҡараған. Төркөмдөң үтә популяр сағы. Малай, Рәсүл Ҡарабулатов кеүек ҡурайҙа уйнаясаҡмын, тип хыялланған. Шулай башланған уның йыр-моң донъяһына сәйәхәте. Тәүҙә ҡаланың 1-се, аҙаҡ 9-сы башҡорт гимназияһында уҡыған. Ҡарабулатовҡа оҡшау хыялын алтынсы кластан тормошҡа ашыра башлаған – ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән.
“Арғымаҡ”тың тәүге репетицияһы 2009 йылда була. Беренсе концерттарын 2011 йылдың йәйендә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ҡуялар. Төркөм этно-рок йүнәлешен үҙ итә. Шулай уҡ уларҙың репертуарында регги, диско, кантри, латин көйҙәре, мөнәжәт, фольклор, көнсығыш ритмдары, африка моңдары, Lounge, Ambient кеүек йәштәр стилендәге йырҙар ҙа бар.
Әлеге осрашыу бик матур үтте. Сараға килгәндәр Ринат Рамаҙановтың тарихты, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, бик күп шиғырҙарҙы яҡшы белеүенә һоҡланды. Дингә килеүе лә бик иртә булған икән. Тәүге доғаны өс йәшендә ятлап алған. Ринат киләсәккә ҙур хыялдар менән йәшәй. Бер исем, йәғни бренд аҫтында мәктәп, продюсерлыҡ үҙәге, “Бәләкәй Арғымаҡ” төркөмө асырға ниәтләй. “Ғаиләбеҙҙә әлегә ике бала, өсөнсөһөн көтәбеҙ. Кисен бәләкәстәремде “Урал батыр” эпосын уҡып йоҡлатам”, – тине билдәле артист.
Мәҙәни сара аҙағында Ринат Рамаҙанов ҡурайҙа өләсәһе Сәлимәгә арнап “Сәлимәкәй” көйөн уйнап ишеттерҙе.
Тамашасылар Ринаттан: “Яратам тауыҡ ботон” клибын ҡарағас, уны ҡабул итмәй, телефоныңды ысынлап та мейескә утҡа яҡтыңмы?” – тип һорағас, ул былай тип яуап бирҙе: “Беҙ һуңынан “100lb_official” етәксеһе менән осрашып, был мәсьәләне “ирҙәрсә һөйләшеп” хәл иттек”.
Һөйләшеүҙе тамашасылар тура эфирҙа Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтында, “Ашҡаҙар” радиоһының “Бәйләнештә”ге битендә ҡарай алды.
- Гөлдәр Яҡшығолова.