

Күптән түгел тыуған яғымда – Ишембай районының Ҡолғона ауылында һәм Ишембай ҡалаһында миңә 90 йәш тулыу уңайы менән юбилей саралары үтте.
Ул бик ҙур әҙерлек менән юғары кимәлдә ойошторолдо, ысын әҙәбиәт һәм мәҙәниәт байрамына әүерелде. Йорт-музейымда башланған байрам Ҡолғона мәктәбендә дауам итте. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарары менән Ҡолғона мәктәбенә минең исем бирелеүҙе халыҡ шатланып, хуплап ҡаршы алды һәм оло рәхмәтен белдерҙе.
Ауылдың ҡунаҡсыл мәҙәниәт һарайының ижади коллективы бай, тәрән йөкмәткеле концерт әҙерләне. Байрамға килгән яҙыусылар, дуҫтарым, ҡунаҡтар үҙ сығыштары менән уны тағы ла байытып ебәрҙе. Ә инде танылған режиссер, Назар Нәжми, Рәшит Назаров кеүек күренекле шәхестәребеҙ тураһындағы ижади эштәре менән документаль фильмдар донъяһын байытҡан Гәүһәр Батталованың минең тормошҡа, ижадҡа арналған документаль фильмы юбилей сараларының йөҙөк ҡашы булды.
Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайы һәр төрлө байрамдарҙы ҙур ихласлыҡ менән бай йөкмәткеле, ысын мәҙәниәт һәм әҙәбиәт байрамы итеп үткәрергә ғәҙәтләнгән. Был юлы ла Алатауҙан башланған юбилей саралары Ағиҙел ярҙарынаса 80 саҡрым юл үтеп, ысын мәғәнәһендә бөтә район байрамына әүерелде.
Әҙәбиәткә, мәҙәниәткә оло һөйөү тойғоһо, матурлыҡҡа ихтирам күрһәткәндәре өсөн барлыҡ яҡташтарыма, әлбиттә, был сараны юғары кимәлдә ойошторған Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы Абдрахмановҡа, Ҡолғона ауылы хакимиәте башлығы Моғаттар Мөхтәр улы Мостафинға ихлас рәхмәтемде белдерәм һәм яуаплы эштәрендә яңы уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйем.
Ихтирам менән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин.
РЕДАКЦИЯНАН. Ошо хатты нәшерләгәндә Ноғман Мусиндың ҡыҙы Гөлшаттың ваҡытһыҙ вафат булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр алдыҡ. Халыҡ яҙыусыһының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.