

Ҡарсыҡ һүҙе менән бергә сәйен эсеп бөтөрә лә, “эш күп, сыға һалайым” тип тышҡа йүнәлә. Көноҙоно ихатаһында эш менән мәшғүл була ул. Утынлыҡтан нәҙегерәк ағас килтереп, ауырға торған ҡоймаһына терәй, йорт янындағы әрекмән-кесерткәндәрҙе йолҡа, һепертке тотоп, өй алдын һеперә. Йортоноң бүрәнәләрен ҡытыршы устары менән һыйпай-һыйпай йырлаштырғылап алырға ла онотмай…
Шәмбе төшө
Киленен тәҙрәгә ҡапланған килеш ҡаршылай был иртәлә ҡарсыҡ. Уның килгәнен күреп ҡалғас та, ишек төбөнә йүнәлә һәм, йоҙаҡ асылыу менән, Мәфрүзә әбейҙе өйгә индереп тә тормайынса үҙе тышҡа сыға һала.
– Киттекме? – тип һораған була ла, килененең яуабын да көтөп тормай, алдан төшөп, үҙенән алыҫ та йәшәмәгән Мәфрүзә әбейҙең йортона йүнәлә. Ихаталарына барып инеү менән, өй бүрәнәләрен яратҡылап ала.
– Иҫ китерлек шәп төш күрҙем. Был төшөмдә һин дә бар, килен, – ти ул, Мәфрүзә әбейгә серле йылмайып. – Әйҙә, сәй эскәндә иркенләп һөйләрмен.
Мәфрүзә әбей был көндә сәй табынын үҙенең өйөндә әҙерләй, сөнки ҡарсыҡтың нисек тә бында килергә тырышасағын белә ул. Бөгөн һөйләшәсәк “төштә” ҡәйнәһе өсөн бик тә ҡәҙерле булған ошо өй ҙә бар. Ул төш Мәфрүзә әбейҙең дә ғүмеренең иң ҡәҙерле мәле, тәүге һәм һуңғы мөхәббәте хаҡында ла.
– Төшөмдә барыбыҙ ҙа йыйылышып, киске ашты ашап ултырабыҙ икән, тим, – тип сәй табынына ултырыу менән һүҙен башлай ҡарсыҡ. – Шунда өлкән улым Ғәйфулла: “Әсәй, кәләш әйттерергә ине бит әле”, – ти. Мәйтәм: “Бик мәслихәт”. Уның, һинең, икенсе улым Ғәлиулланың Ғәфифә ҡыҙы артынан сабыулағандарын белә инем инде ул саҡ. “Бында алып ҡайтһам, тығынға тура килә, үҙемә өй һалырға ине. Бына ҡустыларым да ярҙамлашабыҙ тип тора”, – ти Ғәйфуллам. “Нисегерәк һалырһығыҙ икән, әле быныһының осона саҡ сыҡтыҡ”, – тим. “Әбеш леснигы, таштан һарай һалып бирһәгеҙ, бер буралыҡ ағас, иҙән-түшәмлек таҡта бирәм, ти. Мәрҙән ағайҙан тороп ҡалған һарай менән келәт емерелеп ултыра. Һин рөхсәт итһәң, шуларҙың ташын һүтеп алыр инек”, – ти балам. Себер ҡыуылған ҡустымдың төҫө итеп күргән донъяһын бөтөрткөм килмәһә лә, ризалаштым инде.
Балаҡайҙарым, яҙ башынан эшкә тотоноп, һарайын да һалды, ошо өйҙө лә төҙөп ултыртты. Өй ҙә әҙер булды, һине лә яусылап барҙыҡ бит инде. Әле лә күҙ алдымда тора: беҙ улым менән барып ингәс, һин атайыңдың ҡушыуы буйынса йүгереп йөрөп самауыр әҙерләй башланың. Ә йөҙөң бешкән алмалай ҡып-ҡыҙыл. Ҡарашыңды беҙҙең яҡҡа ташлап алырға ла оялаһың. Ғәйфуллам иһә шатлыҡ менән тулы күҙҙәрен һинән алмай ҙа тип әйтерлек. Атайың: “Булдыҡлы, ныҡлы нәҫел”, – тип һине улыма бирергә шунда уҡ риза булды. Үҙебеҙсә туй һымаҡ бер нәмә лә үткәрергә һөйләштек.
Никах көнөгөҙ ҙә бөгөнгөләй хәтеремдә. Атайың, ике ағайың, өс улым, Әхмәҙулла мәзин һикегә теҙелешкән. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, шаршау менән бүленгән кесе яҡта тығылышҡанбыҙ. Һинең өҫтөңдә – балитәкле зәңгәр күлдәк. Ризалығыңды һорағанда тауышың саҡ-саҡ сыҡты. Ишетмәгәс, мәзин ҡат-ҡат һораны.
Шул көндә үк һине төшөрөп, туй ашына ла йыйылдыҡ. Уға тип бер кәзә бәрәне һимерткәйнек. Башҡаһы булмаһа ла, аш мул булды. Атайың менән әсәйеңде оҙатҡас, йәштәр бейешеп тә алды. Ғәйзуллама туйына тип борсаҡлы сатиндан күлдәк тегеп биргәйнем. Шуның иҙеүҙәрен ысҡындырып ебәреп, үҙе ҡайыштан әтмәләп алған сандалиҙары менән тыҡылдығын сығарған була балаҡайым. Ә мин берсә Ғәйфулламды ошо ҡыуаныслы көнгә килтереп еткереп, башҡаларын да аяҡҡа баҫтыра алыуыма ҡыуанам, берсә атайҙары ошо көндө күрә алманы бит, тип һыҙланам. Башҡаларға һиҙҙермәй генә шатлыҡҡа ла, ҡайғыға ла мансылған күҙ йәштәремде лә түгеп алдым шикелле.
“Төшөнөң” ошо еренә еткәс, ҡарсыҡ һөйләүенән туҡтай һәм яулыҡ осо менән йәштәре күптән ҡороп бөткән күҙҙәрен һөрткөләп ала. Бер аҙ шым ултырғас:
– Нишләп ауырға уҙманың әле һин, әллә оялышып, икегеҙ ике мөйөштә яттығыҙмы? Мин дә Шәйхетдинемде тәүҙә өс төн буйы яҡын ебәрмәгәйнем, – тип килененә текләшә.
– Ошо ҡәйнәмдең… – тип Мәфрүзә әбей оялғандай итә лә өҫтәп ҡуя. – Юҡсы! Ике төн генә йоҡлап ҡалдыҡ бит, һуғыш сыҡты.
– Эй, шулай бит әле… Уныһы ла бар төшөмдә, – ти ҙә ҡарсыҡ, һүҙен дауам итә. – Аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай килеп сыҡты инде ул һуғыш. Улдарымды колхозға алмаһалар ҙа, һуғышҡа ала һалдылар. Икенсе көндә үк өсөһөн дә әпкиттеләр. Балаҡайҙарым, атайҙарына оҡшап, бик матур тауышлы ине. Башҡалар янына арбаға менеп ултырғас, эй моңло итеп йырлап ебәрҙеләр инде. Кесе улым Ғәйзулла ат ҡылынан яһап алған скрипкаһында уйнаған була. Уландарымдың үҙәктәргә үтерлек йырын бар ауыл һыҡтай-һыҡтай тыңланы. Мин дә, ҡыҙҙарымды ҡосаҡлап, илап тороп ҡалдым. Һин Ғәйфулла ултырған арба артынан йүгереп барған булдың. Һыртҡа менеп, күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым.
Ҡарсыҡтың төшө ошо урында тамамлана. Һүҙенән туҡтағас, килененән тағы бер сынаяҡ сәй яһатып эсә лә, урынынан тороп, өй бүрәнәләрен һыйпаштырғылап, иҙән буйлап йөрөй башлай. “Бер ҙә бирешмәгән… Өйҙө һаҡла, таҙа тот, ҡайтһа, ирең һуҡраныр әтеүсә”, – тип һөйләнгеләп тә ала.
Төшкә тиклем шулай, бер ултырып, бер тороп йөрөштөргөләп, ваҡытын үткәрә лә, тамағына ашатҡас: “Ҡайта һалайым, үҙемдекеләрҙе көттөртөп ултырмайым”, – тип өйөнә йүнәлә һәм ҡараңғы төшкәнгә ҡәҙәр тәҙрәһе янында ултыра.
Йәкшәмбе төшө
Был көндә Мәфрүзә әбей төш етер алдынан ғына ҡәйнәһенең бикле ишеген аса. Һуңлап йөрөһә лә, ҡарсыҡ уның килеп ингәнен һиҙмәй ҙә шикелле. Мөйөштәре тимерҙән ҡоршалған ағас һандығын асып, ундағы әйберҙәрҙе барлай-барлай, берсә үҙ алдына һөйләнгеләп ала, берсә ҡапылдан тәрән уйға сума.
Һандыҡтан тәүҙә өсөһө бер төрлө кәләпүш сығара ул һәм: “Бынауһы Ғәлиулланыҡы булды шикелле, туҙыңҡыраған. Әрпешерәк ине шул, балаҡайым. Быныһы бәләкәйерәге, Ғәйзулланыҡылар инде. Эй, күҙ нурым, тегеп биргәс тә ҡалай ҡыуанғайны… Баштарынан сисмәй йөрөттөләр. Һуғышҡа киткәндә, беҙҙең төҫөбөҙ итеп һаҡла, тип ҡулдарыма тотторҙолар”, – тип уларҙы һыйпап-һыйпап ала. Аҙаҡ берәм-берәм ҡыҙҙарының күлдәктәрен сығарып, күкрәгенә ҡыҫа. “Быныһы – Гөлъямалымдыҡы, быныһы – Гөлбикәмдең төҫө… Итәк осо һүтелә башлағаны Гөлфирәмдеке, тегеп бирергә форсат тапмағайным шул. Бала еҫе лә, аҙ ғына тир еҫе лә сыға күлдәктәренән”, – тип уларҙы битенә терәп, еҫкәштергеләп ала.
Ҡыҫтай-ҡыҫтай саҡ бер сынаяҡ сәй эсерә Мәфрүзә әбей ҡәйнәһенә был көн. Уныһы сынаяғын ҡуйыу менән ҡабат һандығы янына шыуыша.
– Һөйләй алырмынмы икән был төшөмдө, бигерәк йөрәкте өҙөрлөк бит әле, – ти ул килененә ҡарамай ғына.
– Эсеңдә ҡалдырма, бушат күңелеңде, – тип ҡуя Мәфрүзә әбей.
Ҡарсыҡ уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәй, бары балаларының әйберҙәрен барлауын белә. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә, “төшөн” бәйән итә башлай ул.
– Һуғыш сыҡҡандың икенсе йылы, ерҙең ҡарҙан саҡ асылған мәле икән, тим. Ҡыҙҙарым иртүк башаҡҡа киткәйне. Көҙөн ер туңғанын да көтөп тормай, ҡар бик иртә яуып ятҡайны. Колхоздың бер баҫыуының игенен дә йыйып алырға өлгөрмәнеләр, тотошлайы менән ҡар аҫтында ятып ҡалды. Бына шул иген күренеү менән ауылдың бар бала-сағаһы башаҡ йыйырға йүгерҙе.
Өйҙә бер үҙем генә инем, ҡапыл ғына хат ташыусы Зарифа килеп инде. Үҙенең бит-башы илауҙан шешенеп бөткән. “Күпме йөрөттөм, инде түҙер әмәлем ҡалманы. Мә, Миңзифа инәй”, – тине лә, ҡулыма өс хат тоттороп, сығып та йүгерҙе. Ул килеп инеү менән йөрәгем “жыу” итеп киткәйне инде. Ҡалтыранған ҡулдарым менән хаттарҙы асып уҡыйым, әммә унда яҙылғандар башыма барып етмәй. Балаларының үлеме тураһында әсәһенә килгән хәбәрҙе мейе ҡабул итергә теләмәйҙер инде, күрәһең. Шунда ҡапыл алҡымыма әле һаман йотоп ебәрә алмаған ҡаты бер төйөн килеп тығылды. Ҡапылдан бәғре ҡатҡан кешеләй, илай ҙа алмайым. Ҡайғылы хәбәрҙән ҡотолорға теләпмелер, бәлки, ҡыҙҙарым белмәһен типтер, хаттарҙы янып торған усаҡҡа ташлауым хәтеремдә бары.
Иҫһеҙ килеш кискә тиклем бер урында ҡатып тик ултырғанмын, күрәһең. Берәр тоҡ башаҡ күтәргән ҡыҙҙарымдың шатланып ҡайтып инеүе генә айнытып ебәрҙе. Улар үҙҙәренең аҙмы-күпме ризыҡ йүнәтә алыуы ҡыуанысынан минең ниндәй хәлдә булыуыма иғтибар ҙа итмәне шикелле. Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә нисек туйғансы башаҡ ыуып ашауҙарын, хәҙер ҡурмас ҡыҙҙырып һыйланасаҡтарын, иртән тағы барасаҡтарын һөйләнеләр. Кесе ҡыҙым Гөлбикәнең, миңә һырылып: “Ҡул тирмәнендә он итеп тартып, беҙгә көлсә бешерерһең йәме, әсәй”, – тигәне хәтеремдә…
Иҙәнгә ашъяулыҡ йәйеп, ҡыҙҙарым башаҡ ыуырға ултырҙы. Иң тәүҙә танауынан ҡан китеп, Гөлбикәм ауып төштө, унан Гөлъямалым, аҙаҡ Гөлфирәм тәгәрәне…
Төшө ошо урынға еткәс, ҡарсыҡ ҡыҙҙарының күлдәктәрен ҡулына ала һәм уларҙы күкрәгенә ҡыҫҡан килеш бер аҙ тын ултыра. Мәфрүзә әбей ҡәйнәһенең яурынынан ҡосаҡлап илап ала. Шунан һуң ғына ҡарсыҡ һүҙен дауам итә.
– Ошо күлдәктәрен систереп алып, өсөһөн дә яланғас килеш һикегә теҙеп һалдым. Һыу йылытып, яҡшылап йыуҙым бәпестәремде. Юрған тыштарын һүтеп, кәфенлек әҙерләп ураным. Иртәгәһенә ҡул арбаһы менән кәүҙәләрен зыяратҡа ташыным.
Ул көн һәм төн ауыл өҫтө илау-һыҡтауға күмелде. Күтәреп тә, минең һымаҡ арбаға һалып та, ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен зыяратҡа илтте. Бер көн эсендә генә илле ике бала ағыулы башаҡ ашап үлеп ҡуйҙы.
Үҙем ҡәбер ҡаҙҙым, үҙем зыярат ҡылдым балаҡайҙарыма…
Былары ҡарсыҡтың һуңғы төшөнөң һуңғы һүҙҙәре. Артабан уның һөйләр бер нәмәһе лә юҡ. Күрәһең, 1942 йылдың ҡәһәрле бер көнө бар балалары менән бергә уның үҙен дә “үлтергән”, ул-ҡыҙҙары менән мәңгегә хушлашҡас, уның өсөн йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаған, уның өсөн тормош бөтөнләй һүнгән. Был донъяла бар ҙа, юҡ та ул.
Мәфрүзә әбей ҡарсыҡты һандығы янында балаларының кейем-һалымына күмелеп ултырған көйө ҡалдырып ҡайтып китә. Ә бер көн шул һандығына һөйәлеп кенә үлеп ултырған килеш тапты ул уны…
Мөҙәрис БАГАЕВ.