Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Октябрь 2021, 09:36

Йортобоҙға бәлә-хәсрәт, Киҫәк ҡайғы килмәһен

Өҫтәлдең күрке – ҡоймаҡ

 

Байрамыбыҙ түрҙәренә

Саҡырабыҙ ҡунаҡтар.

Ә уларҙың килеүенә

Бешерәбеҙ ҡоймаҡтар.

 

Ҡоймаҡ менән табын йыйыу –

Электән килгән йола.

Бергәләшеп ашағанда,

Ул бигерәк  тәмле була.

 

Ниндәй милли йолаларҙа

Һаҡланған ҡоймаҡ сере?

Ниндәй мөһим сараларҙа

Ул әле булһа тере?

 

Күҙ һалайыҡ әле, әйҙә,

Быуындар һандығына.

Тәмле-тәмле еҫең менән

Танһыҡты ҡандыр ғына.

 

Килен төшһә, әгәр йортҡа,

Ҡоймаҡ тотоп ингәндәр.

Йомро ҡоймаҡтай тормошо

Камил булһын тигәндәр.

 

Бала тыуһа, бәпес ҡотлап,

Ҡоймаҡ йөрөгән алдан,

Сабый ғүмерен юрағандар

Торһон тейеп май-балдан.

 

Йыш ҡына ҡыҙҙың өйөнә

Кейәү йомошо төшә.

Ул саҡта ла өҫтәл йәмләп,

Кейәү ҡоймағы бешә.

 

“Күрше хаҡы – тәңре хаҡы”

Тиеп юҡҡа әйтелмәй.

Күрше хәлен белгәндә лә

Ҡоймаҡһыҙ инге килмәй.

 

Ауыл халҡының байлығы –

Һөт, май эйәһе – һыйыр.

Ул быҙаулап бирһә инде

Шатлығың ҡайҙа һыйыр?!

Хужабикә йәһәтләтеп

Ыуыҙ-ҡоймаҡ бешерә.

 

Ҡыуанысын бүлешергә

Йүгерә ул күршегә.

 

Ҡаҙ өмәһе үтәме ни

Ҡоймаҡ ҡоймайса ғына?

Ҡыҙған таба майҙарында

Уңған ҡоймаҡ биткәйҙәрен

Манып алмайса ғына.

 

Таба менән ҡоймаҡ еҫен

Әруахтар көтә хатта.

Изге Ҡөрьән аштарын бит

Доғалар күркәм итә.

 

Көтөлмәгән ҡунаҡты ла

Ҡаршылаусы ул ҡоймаҡ.

Сәй ҡайнаған арала ла

Һалып алаһың ҡоймаҡ.

Аҡ ҡуйыртма уңа бары,

Әйтһәң изге теләктәр,

Булһа әгәр күңелеңдә

Бисмиллалы ниәттәр.

 

Өләсәйемдең һүҙҙәре

Әле булһа ҡолаҡта:

“Тәмле була ҡаймаҡ менән

Бик уңмаған ҡоймаҡ та”.

 

Әйтергә кәрәк шуны ла:

Боронғолар мейесендә

Бешкән ҡоймаҡ тәмлерәк,

Әйләндереп тормаһаң да,

Йөҙҙәре икенсерәк.

 

Ҡоймаҡтың була төрлөһө:

Әсеһе һәм сөсөһө,

Күпергәне мамыҡ кеүек,

Хатта селтәр төҫлөһө.

Селтәрле йоҡа ҡоймаҡҡа

Ниҙәр генә төрөлмәй?!

Туҡлыҡлы был аш төрөнә

Кем ҡалһын һуң үрелмәй?!

 

Мәжлес үткән һәр табында

Ул түрҙән урын ала.

Ҡоймаҡһыҙ өҫтәлдә ниҙер

Етмәгән кеүек була.

 

Сәй янында майлы ҡоймаҡ –

Өҫтөнлөклө аҙыҡ ул.

Ата-бабаларҙан ҡалған

Бик тә тәмле, бик тә ҡулай

Бәрәкәтле ризыҡ ул.

 

Әйҙә, ҡоймаҡ өҫтәлдәрҙе

Һәр саҡ шулай йәмләһен.

Йортобоҙға бәлә-хәсрәт,

Киҫәк ҡайғы килмәһен.

Ҡоймаҡ, ҡоймаҡ, ҡоймаҡ!

Ҡоймағыңды майлап ал,

Ҡоймағыңды майлап ал да

Теләгәнеңде һайлап ал!

 

Мираҫ

 

Сәстәремде тарап үреп,

Өҫ-башымды ҡараштырып,

Бисмиллалы ниәт менән

Илһамланып йырлай-йырлай

Ултырам балаҫ һуғып.

Һайланым сағыу төҫтәр,

Оҙаттым башта ептәр.

Һиҙеп торам, белеп торам,

Тотҡарлыҡһыҙ яңылышмайса

Эштәрем ырап китәр.

Төҫлө тигеҙ ептәр үтә

Көрө араларынан.

Ҡылысты ла тартып ҡуйғас,

Ерлегенә һуҙам тағы

Ептең ҡараларынан.

 

Бер туҡтамай тәбәлдерек

Тәпелдәп кенә тора.

Күңелдәремде күтәреп,  

Шыма ғына матур биҙәк

Теҙелеп кенә тора.

 

Һәр ебенә, һәр юлына

Күңел йылым һалына.

 

Балаларыма һөйөүем

Күҙҙең яуҙарын алырҙай

Биҙәктәрҙә сағыла.

Нурҙар сәсеп, бәхет теләп,

Ул түрҙән урын алыр,

Күп йылдарға иҫтәлеккә

Әсәй йылыһын һаҡлаған

Мираҫым булып ҡалыр,

Мираҫым булып ҡалыр!

 

Әлфирә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Миәкә районы.

Илсеғол ауылы.

Читайте нас