Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Октябрь 2021, 11:00

Шәжәрәңде барла, ти сәхнә оҫталары

Республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале дауам итә.

Шәжәрәңде барла, ти сәхнә оҫталарыШәжәрәңде барла, ти сәхнә оҫталары
Шәжәрәңде барла, ти сәхнә оҫталары

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Яңауылда “Шәжәрәңде барла” тигән концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Сара коллектив тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестиваленә ярашлы ойошторолған. Яңауылдар алдында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Иршат Ҡарасурин, Азат Ҡарасурин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңләхмәтов, сығышы менән Яңауылдан булған Илнур Мөфтәхов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Туймазы районының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Альберт Исмаилдең үҙ ырыуы тарихы тураһында һөйләүе, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхиндың сығыштары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Сараның ҡунағы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова булды. “Был сәхнәлә тороуыма, сәнғәт оҫталарының матур кисәһендә булыуыма шатмын, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы. – Әле тотош ил өсөн мөһим булған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара. Халыҡты унда әүҙем ҡатнашырға, һорауҙарға уйлап яуап бирергә саҡырам”.

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарына рәхмәт белдерҙе, халыҡ йолаларын һаҡлаған, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә өлөш индергән өсөн коллективҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы, райондың 90 йыллығына арнап сығарылған китапты бүләк итте.

Сарала коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары ныҡлы күҙәтелде.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас