Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноябрь 2021, 16:00

"Алтын һарай" ниндәй баһа алды?

"Башҡортостан" киностудияһынан - кәләш эҙләп ил ҡыҙырырға сығып киткән батыр тарихы.

"Алтын һарай" ниндәй баһа алды?"Алтын һарай" ниндәй баһа алды?
"Алтын һарай" ниндәй баһа алды?

Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында AMEN анимация фильмдарының халыҡ-ара фестивале үтте. Иң яҡшы режиссер эше өсөн махсус дипломға һәм статуэткаға башҡорт мультипликаторы Рим Шәрәфетдиновтың "Алтын һарай" йәнһүрәте лайыҡ булды.

Был матур яңылыҡ менән "Башҡортостан" киностудияһы социаль селтәрҙәге үҙ төркөмөндә уртаҡлашты.

Фестивалгә төрлө илдәрҙән йәмғеһе 57 анимация фильмы ебәрелә. Һайлап алыу конкурсынан 49 проект үтә.

"Алтын һарай" Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында төшөрөлгән. Йөкмәткеһе нигеҙендә кәләш эҙләп ил ҡыҙырырға сығып киткән батыр тарихы ята. Йәнһүрәт геройҙарын Ҡурсаҡ театры актерҙары "һөйләштерә", ә бер герой Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов тауышы менән аралаша. Анимацияның премьераһы быйыл март айында булғайны.

Рим Шәрәфетдинов – билдәле башҡорт һәм Рәсәй мультипликаторы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. "Башҡортостан" киностудияһында инде өс тиҫтә йылдан ашыу ижад итә.

Әйткәндәй, http://kinorb.ru/category/proekty/ һылтанмаһы аша инеп, "Башҡортостан" киностудияһында төшөрөлгән нәфис һәм анимация фильмдарын бушлай ҡарарға була. Уҡыусы балаларҙың көҙгө каникулы, өлкәндәр ҙә эшкә йөрөмәй торған ваҡыт, тимәк, ғаилә менән бергәләшеп матур, зауыҡлы фильмдар ҡарарға форсат бар. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ауырымағыҙ һәм ялдарҙы бергәләп, ҡыҙыҡлы итеп өйҙә үткәрегеҙ!

Фото: киностудияның "Бәйләнештә"ге төркөмө.

"Алтын һарай" ниндәй баһа алды?
"Алтын һарай" ниндәй баһа алды?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас