Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Ноябрь 2021, 10:39

Иң ҙур баһа – тамашасы һөйөүе

Республиканың “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле 30-сы юбилей миҙгелен асты. Коллектив, Рәсәйҙең һәм донъяның иң яҡшы майҙансыҡтарында сығыш яһап, тамашасыларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра, концерт эшмәкәрлеген уңышлы алып бара. Ансамбль йыл һайын үҙенең бай репертуарын донъя халыҡтарының бейеүҙәре, йыр-моңо менән тулыландыра.

“Мираҫ”ты Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Швейцария, Бөйөк Британия, Төркиә тамашасылары алҡышланы. Сығыштар географияһы йылдан-йыл киңәйә. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл.

Юбилей миҙгелендә Башҡортостан Республикаһында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә гастролдәр планлаштырыла. Билдәлелек яулаған коллективты Оман Солтанатына саҡырғандар. Февралдә унда Рәсәй Федерацияһын танытасаҡтар. Юбилей миҙгелендә гастролдәр Ярос­лавл­дә “Беҙ бөтәбеҙ ҙә – Рәсәй” милли мәҙәниәттәр фестивалендә һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Вологдалағы сығыштар менән асыла.

Шулай уҡ ноябрҙә Ырымбур өлкәһендә ҙур гастролдәр була. 11 – 15 ноябрҙә “Мираҫ” Ханты-Манси автономиялы округы – Юграның Белоярский ҡалаһында “Төньяҡ балҡышы” халыҡ-ара аҫаба халыҡтар фестивалендә ҡатнаша.

Ансамблдең юбилей миҙгеле премьералар менән асыла. Бының өсөн Рәсәйҙең алдынғы балетмейстерҙарының береһе, танылған рус бейеүҙәрен ҡуйыу­сы Алексей Шишкин махсус рәүештә саҡырылған. Тап уның тырышлығы менән “Рус биҙәктәре” вокаль-хореографик композицияһы ҡуйылғайны.

“Алексей Павлович беҙҙең коллектив менән Фольклориадала танышҡайны. Бейеүҙе әҙерләй башлағанда уҡ ул тамашаның техник яҡтан ҡатмарлы булыуын билдәләне. Ысынлап та, бейеү композицияһы әүҙем һәм күп төрлө, биҙәктәрҙе хәтерләтә, ваҡ хәрәкәттәр байтаҡ. Яңы бейеү Рәсәйҙең ниндәй ҙә булһа төбәгенә бәйләнмәгән, ул академик формала ҡуйылған”, – тине Башҡортос­тандың халыҡ артисы, “Мираҫ” ансамбле­нең баш балетмейстеры Әлфиә Тимерғәзиева.

Ижади коллективтың концерт програм­маһына барыһы ла яратҡан “Йыуаса”, “Башҡорт балы”, “Аманат”, “Илкәйем” башҡорт композициялары, дәртле “Өлгөр” татар вокаль-хореографик сығышы ингән. “Ҡырағай көнбайыш ритмдары”, “Кис­тәрҙең береһендә” вокаль-хореографик сығышы кисәгә йәм өҫтәй. Ансамблдең хор составы һәм оркестры ла премьера сығыштарын уңышлы башҡарҙы. Мәҫә­лән, хор өр-яңы “Башҡортостан”, “Хуторок” йырҙарын, “Гөлләмә” попурриһын тәҡдим итте, оркестр башҡарыуында иһә “Фатима” яңғыраны.

“Башҡортостанға арналған гимн рәүе­шендәге яңы әҫәр тураһында күптән хыяллана инем. Һәм бына, ниһайәт, Урал Иҙелбаев яңғыҙ йырҙан хор һәм оркестр өсөн әҫәр ижад итте. “Хуторок” йырына килгәндә, ул – Виктор Ярцев тәҡдиме. Вафатына бер көн ҡалғас, ул ошо әҫәрҙе нисек күҙаллауын күрһәтеү өсөн беҙгә килгәйне. Әҫәрҙе логик ахырына еткерҙек. Хәҙер ул коллегабыҙ хаҡында иҫтәлек булараҡ яңғыраны, тик икенсе баянсы менән. Өсөнсө премьера – башҡорт йырҙары темаһына попурри. Репертуарыбыҙҙа нимәлер күптән бар ине, ә ике өр-яңы йыр берләште лә, бына тигән композиция килеп сыҡты”, – тине Башҡортостандың халыҡ артисы, “Мираҫ” ансамбленең баш хормейстеры Эльвира Ғәйфуллина.

Юбилей миҙгелендә “Мираҫ” үҙенең алдына ҙур маҡсаттар ҡуя – яңы тамашалар, әүҙем гастроль эшмәкәрлеге, ҡалабыҙҙағы мөһим сараларҙа ҡатнашыу, әүәлге бейеүҙәрҙе тергеҙеү. Әйткәндәй, әле бейеү ҡуйыусылар менән әүҙем һөйләшеүҙәр бара. Ошо миҙгел тамашасылар хәтерендә сағыу тәьҫораттар ҡалдырыр, тип инана артистар. Ә тамашасы һөйөүе – хеҙмәт өсөн иң ҙур баһа.

 

Л. ДӘҮЛИЕВА.

Читайте нас