Бөгөн республика йәмәғәтселеге халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улын – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусинды һуңғы юлға оҙатты.
Бар халыҡтың ысын һөйөүен, хөрмәтен яулаған шәхесебеҙ менән бәхилләшеү Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы. Халыҡ яҙыусыһын һуңғы юлға оҙатырға республиканың власть органдары вәкилдәре, туғандары, дуҫтары, оло һәм йәш ҡәләмдәштәре килде.
"Башҡортостандың, тотош Рәсәйҙең әҙәбиәте, мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Ноғман ағайҙың мәңгелек әҫәрҙәре ҡалды. Улар, ҡабатланмаҫ милли мираҫ булараҡ, башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондында быуаттар дауамында һаҡланыр", – тине бәхилләшеү һүҙендә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Халыҡ яҙыусыһын тыуған төйәгендә – Ишембай районының Ҡолғона ауылында ер ҡуйынына һалдылар.
Мәшһүр проза оҫтаһының әҫәрҙәрен уҡып үҫкән, улар аша тәрбиәләнгән халҡы барҙа, Ноғман Мусин тураһында иҫтәлек бер ҡасан да онотолмаҫ, мәңгелек урманының шауы ҡолаҡтарҙа сыңлар...
Фото: видеонан скриншот, "Шоңҡар" журналының төркөмөнән.